

... Осрашыуҙан һуң һаманда уйҙарына бирелә- бирелә, егет ауылды сыҡҡас машинанын тиҙлеген арттыра башланы, тик юл ситендәге бер алан-йолан ҡул болғаған йәш егетте абайлап ҡалды, туҡтаны
- Ағай, Ибраһим яғынамы?
- Юҡ, барып етмәйерәк боролам, әйҙә ултыр, атлап барып етерһең, күп ҡалмай бит
Йәш егет йылдам ғына инеп ултырҙы, ҡуҙғалып киттеләр.
-Ағай, машинаң нисәнсе йылғы?
-2007
- Мин дә ошондай машина хыялланам ағай,
- Алырһың ҡустым, алырһың - егет һаман осрашыуҙан айнып бөтмәгән ине әле, күңел төшөнкө, машина ҡайғыһы юҡ . Ә был малай бигерәк телсән булып сыҡты. Егерме йәш икән үҙенә. Тора бара үҙенең йөрөгән ҡыҙын һөйләй башланы, бигерәк эре ҡылана, үҙен әллә кемгә ҡуйып ебәрә лә шикелле. Таныш күренеш...
- Ағай һин кәләш алғанһыңмы?
Был һорау егеткә яраһына тоҙ һипкәндәй итте.
- Юҡ - тип ҡоро ғына яуап ҡайтарҙы
- Нишә?
Бына һиңә! Ҡалай төпсөндө! Шулайҙа егет тынысланып һөйләй башланы:
" Мин дә ҡасандыр һинең кеүек егерме йәшлек егет инем. Армиянан ҡайтҡан ,дәртле саҡ. Шул мәлдә бер ҡыҙ менән таныштым. Оҡшаны. Ул мине ныҡ ҡына яратты. Эргәмдән китмәне, ауыр саҡта һүҙ менән булһа ла ярҙам итеп торҙо, һәр саҡ янымда булды. Ауырып ятҡанымда хатта төндәр буйы янымда булды. Тәмлекәстәр бешереп үҙе алып килә торғайны... Ә мин, мин эре булып ҡыландым. "Йәшмен, матурмын, армиянан һуң шәпмен, ҡыҙҙар үҙҙәре артымдан йүгерә" тип. Ә минең өсөн үлә яҙып торған янымдағы мөххәббәтемде күрмәнем, дөрөҫөрәге, күрергә теләмәнем..."
- Ә хәҙер йөрөйөһөгөҙме?, әллә ташлаштығыҙмы?- йәш егет һораулы ҡараш менән ҡараны
- Ташлаштыҡ, биш йыл элек...
- Ә ниңә хәҙер йөрөмәйһегеҙ? Ниңә үҙ хатаңды, яңылышлығыңды уға һөйләмәйһең ағай?
- Һөйләнем, бөгөн, бер сәғәт элек, осраштыҡ, биш йылдан һуң
- Ағай, бәлки һуң түгелдер кире ярашырға?
- Һуң ҡустым, бик һуң... Ул кейәүҙә тора дүрт йыл, ике йәшлек ҡыҙҙары бар. Һуңланы, аҙашты беҙҙең мөхәббәт. Мин ғәйепле... Әлбиттә унан һуң икенсе ҡыҙҙар менән йөрөлдө. Ләкин күңел ятҡаны булманы. Шунда ғына аңланым мин хатамды. Үкенәм, ныҡ үкенәм. Яраттым бит ул мин ҡыҙымды. Шул үҙемдең эре булыуым ҡамасауланы. Иҫеңдә ҡалдыр ҡустым: Ғорур булыр кәрәк егет кешегә, тик эре булма. Бигерәктә һөйгәнең янында. Һәр үҙен яҡшы тотҡан ҡыҙ ихтирамға лайыҡ!. Бына минең боролош...
Ҡар юлда шығырлап машина туҡтаны
- Ярай ҡустым, иҫән һау йөрө!
- Рәхмәт ағай!- егет машинаның ишеген япты. Уҡтай атылып, буран туҙҙырып машина алға елдерҙе. Йәш егеттең ҡолағында " Ғорур бул! Ләкин һөйгәнең янында эре булма" тигән һүҙҙәр яңғырап ҡалды...
Егет 28 йәш.
Фото: belochka-umelochka.ru
https://shonkar.com/news/-bi-t/2023-10-07/u-la-an-y-3470208