

Ирек ағай юғары уҡыу йорттары тамамламаған. Әммә уның кешелек сифаты, тәбиғәттән һалынған бай эске донъяһы, интеллекты ҡайһы бер әллә нисә юғары белемгә эйә булыусыларҙыҡынан да юғарыраҡтыр. Мәктәптә лә яҡшы өлгәшә ул. Ниндәй генә вузға инһә лә, төшөп ҡалғандарҙан булмаҫ ине. Ғөмүмән, ул бер ваҡытта ла еңел генә юл һайламаған. Һөйләгәндәрен тыңлап ултырһаң, бәғзе саҡта, арҡырылашып, хатта бәхетенә ҡарышҡан кеүек тә тойолоп китә. Әммә, шул уҡ ваҡытта, ул барыһын да үҙенсә, йөрәге ҡушҡанса эшләргә күнеккән. Бала сағында уҡ күңелен арбаған моң уның ғүмерлек хыялына, тормошоноң мәғәнәһенә әүерелгән. Күңел тауышына ҡолаҡ һалыуы, хыялына тоғролоғо аҙашып ҡалырға бирмәгән. Ҡыҫҡаһы, үҙен-үҙе яһаған, ижадта үҙенә-үҙе һуҡмаҡ ярған шәхес. Шуға тормошонда осраған һынауҙар ҙа, юғалтыуҙары ла, табыштары ла ҡиммәт уға. Әйткәндәй, Ирек Шамил улы, үҙ ижадын ситкә ҡуйып тороп, байтаҡ ғүмерен башҡорт эстрадаһын үҫтереүгә бағышлаған музыкант та, һиҙгер продюсер ҙа, ошо йүнәлештәге мәртәбәле проекттарға нигеҙ һалыусы ла. Бөгөн дә йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, улар менән хеҙмәттәшлектә. Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарығыҙға талантлы, даланлы йырсы Ирек Ноғоманов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ...
– Ирек ағай, һеҙҙҙең хаҡта интернет киңлектәрендә лә, ваҡытлы матбуғатта ла мәғлүмәт әҙерәк. Тормош һәм ижад юлығыҙ күптәргә, шәхсән үҙемә лә, мәғлүм түгел. Учалы районынан икәнлегегеҙҙе генә ишетеп беләм. Шуға ла һүҙҙе бала сағығыҙҙан, тыуған төйәгегеҙҙән, нәҫел-нәсәбегеҙҙән башлап ебәрәйек әле...
– 1973 йылдың 3 ғинуарында Учалы районының Миндәк ҡасабаһына ҡараған Килмәк ауылында тыуғанмын. 70 саҡрым алыҫлыҡта ятһа ла, үҙ мәлендә, ҡала статусы бирер өсөн, Миндәкте Учалыға ҡушҡандар. Ә Килмәк Миндәктең биләмәһенә ҡарай. Шуға элек, ауылға хат яҙһаҡ, конверттың тышына адресты «Башкирская АССР, город Учалы, поселок Миндяк, деревня Кильмяково» тип һыу буйы оҙонлоғо итеп теркәп ҡуя торғайныҡ. Атайым Һөйәрғол ауылынан. Рәсми рәүештә шулай аталһа ла, халыҡ телендә ул ауылды Көҙөй тип йөрөтәләр. Салауат Юлаевтың тыуған ауылы тар-мар ителгәс, ундағы халыҡ, төркөмдәргә бүленеп, төрлө яҡтарға таралышҡан. Бер өлөшө – Нуриман, икенсеһе – Белорет, бәғзеләре Учалы районына килеп төпләнеп киткән. Ауылдарына ла ырыуҙарының исеменә оҡшаш итеп Көҙөй тип исем биргәндәр. Әсәйем сығышы менән Учалы районының Мәҫкәү ауылынан. Атайым байтаҡ ваҡыт Көҙөй ауылында йәшәгән, Байрамғол совхозында агроном, ауыл советы рәйесе булып эшләгән. Һуңынан, тәүге ғаиләһенән айырылып, Миндәккә күсеп килгән. Ул саҡта тормош иптәше үлеп китеп, әсәйем ике ҡыҙы менән тол ҡалған булған. Атайым менән әсәйемде димләп өйләндергәндәр, шулай итеп, мин һәм һеңлем донъяға килгәнбеҙ. Атайымдың тәүге ғаиләһендә лә биш балаһы бар. Аллаға шөкөр, күмәкбеҙ. Аралашып, дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Барыбыҙ ҙа йыр-моңға ғашиҡ.
– Нәҫелегеҙҙә сәнғәт өлкәһендә танылыу яулаған билдәле кешеләр ҙә булғанмы әллә?
– Билдәле кешеләр булыуын-булмаған. Атайым бик оҫта итеп скрипкала уйнай ине. Ҡайҙан алғандыр уны, ауыл ерендә кемдән өйрәнгәндер – белмәйем. Гармунсы ла булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас итеп, яратып башҡарыр ине. «Шамил ағай, «Сибай»ҙы йырла әле», – тип һорай торғайнылар унан. Бер мәжлес тә «Сибай»һыҙ үтмәне. Әсәйем дә матур итеп мандолинала уйнаны, моңло итеп йырланы. Ул Мәсәғүттә педагогия техникумын тамамлап, ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Физика һәм математика дәрестәрен алып барҙы. Клубта берәй сара булһа ла, ҡунаҡҡа-фәлән саҡырһалар ҙа атайым – скрипкаһын, әсәйем мандолинаһын тотоп китерҙәр ине икәүләшеп. Беҙҙең ҡасабала ҙур рудник булды. Атайым шул рудниктың ҡораллы һағы етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Улар икеһе лә гүр эйәләре инде хәҙер. Үҙем, атай-әсәй йортоноң йылыһын һүндермәйем тип, буш ваҡытымды ауылда үткәрергә тырышам. Ғүмеремдең күп өлөшө шунда уҙғанғамы, миңә яҡын да, ҡәҙерле лә ул.
– Ир-аттың тыуған еренә тартылып тороуы, атай-әсәй нигеҙен һыуытмауы яҡшы инде... Бала-сағығыҙҙағы тағы ниндәйерәк матур хәтирәләр күңелегеҙҙе йылытып тора?
– Барлыҡ ауыл малайҙарыныҡы кеүек ғәҙәти бала саҡ булды инде миндә лә. Бәләкәйҙән үк үҙемсә йырлап, көйләп йөрөгәнмен. Килмәктә лә, Миндәктә лә урта мәктәп бар ине. Башта Килмәктә уҡыным. Бер көндө Миндәктәге музыка мәктәбенән Михаил Ямалетдинович атлы уҡытыусы килде. Исеме Миңлеғәли булған уның… Балалар йортонда тәрбиәләнгән ул, шунда рус исеме биргәндәр. Үҙе лә русса ғына һөйләшә торғайны. Шул ағай беҙҙең класҡа инеп баянда уйнаны. Дөрөҫ кенә итеп, матур ғына көйҙәр сығара. Шул хәтлем дә оҫта итеп уйнап була икән тип иҫем китеп ҡарап ултырҙым. Музыка мәктәбенә инергә теләүселәр бармы тип һораны ул һуңынан. Тотош класс менән яҙылдыҡ. Шунан беҙҙе Килмәккә килеп уҡыта башланылар. Әммә күптәр унда тотҡарланманы, берәм-һәрәм сығып китеп бөттөләр. Бер мәлде кластан үҙем генә тороп ҡалдым. Һуңынан, тотош мәктәптән ике генә уҡыусы ҡалғас, уҡытыусылар беҙгә, Миндәккә йөрөгөҙ, тинеләр. Башта, дәрестәр тамамланғас, унда йөрөп уҡыным. Һуңынан, еңелерәк булһын тип, мине бөтөнләй Миндәк мәктәбенә күсерҙеләр. Килмәктә башҡорт мәктәбе булһа, Миндәктә рус мәктәбе ине. Шулай итеп, бишенсе кластан алып рус мәктәбендә белем алдым. 11 класҡа ғына кире килеп, урта мәктәпте үҙебеҙҙең ауылда тамамлап ҡуйҙым.
– Бала саҡтан уҡ ошо йүнәлеш буйынса үҫешергә теләгәнһегеҙ инде... Артабан ҡайҙа, кемдәрҙә уҡынығыҙ?
– Томск ҡалаһы музыка колледжында бер йыл уҡыуымды иҫәпкә алмағанда, Миндәктәге музыка мәктәбендә генә белем алдым тип әйтергә мөмкин.
– Мәктәптән һуң башҡа берәй һөнәр үҙләштерҙегеҙме?
– Водитель һөнәрен. Әрмегә саҡлы биш ай Учалыла шоферлыҡҡа уҡыным. Атайым менән әсәйем, әлбиттә, институтҡа барыуымды теләй ине. Документтарымды сәнғәт институтының режиссура бүлегенә тапшырып та йөрөнөм. Бәлки, ингән дә булыр инем унда, берҙән, әрмегә барғы килә, икенсенән, мөхит оҡшап етмәне. Тәү тапҡыр ауылдан ситкә сыҡҡан саҡ бит инде. Беҙҙе, абитуриенттарҙы, холға урынлаштырғайнылар. Буласаҡ актерҙар йыйылған булдымы икән унда, рәссамдармы – үҙҙәрен бик сәйер тотҡан кешеләр ине инде. Тәҙрә тупһаһына менеп телмәр тота башлайҙар, тоҙһоҙ анекдоттар һөйләп, юҡҡа-барға көлөшәләр... Араларында, исмаһам, бер башҡорт та юҡ. Уларҙы ситтән генә күҙәтеп яттым-яттым да, был институтта тик шундай сәйер «ботаник»тар ахыры, былар менән уҡыуы ҡыҙыҡ булмаҫ, әрмегә барһам яҡшыраҡ булыр тип, документтарымды алып ҡайтып китергә ниәтләнем. Сәнғәт институтының ниндәй юғары кимәлдәге уҡыу йорто икәнен, унда «ботан»дар ғына түгел, ә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бынамын тигән егет-ҡыҙҙарҙың да уҡыуын, күп билдәле шәхестәрҙең нәҡ ошо ятаҡта йәшәгәндәрен аҙаҡ ҡына белдем.
Сыҡһам, Совет майҙанында класташ егет менән тап булыштыҡ. Ул документтарын Башҡорт дәүләт университетына тапшырған икән. «Әйҙә, һин дә шунда барып ҡара», – ти. Ярай, бәлки, унда берәй күңелгә ятҡан йүнәлеш булыр, тип киттем бының менән. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлеген һайланым, сөнки иншаларҙы яҡшы яҙа инем һәм имтихандар ҙа әллә ни ауыр түгел һымаҡ тойолдо. Документтарҙы тапшырып, ятаҡҡа урынлаштым. Бында инде үҙебеҙҙең күнегелгән, күңелгә ятышлы ғына мөхит. Тик бүлмәнән миңә генә икенсе көнгә үк имтихан ҡуйылғайны. Башҡалар ни ятып йоҡлау тураһында уйламай ҙа, егеттәр менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Уянып китһәм, имтиханға һуңлағанмын. Документтарымды алып, ҡайтырға ғына ҡала инде хәҙер тип киттем яйлап БДУ-ға. Аудитория алдында баҫып тора инем, бер уҡытыусы килеп сыҡты ла, имтиханға һуңлауымды әйткәс, үҙе менән алып инеп китте. Кереп ултырҙым. Рус теленән инша яҙырға тейешбеҙ. Иң һуңғы рәттә генә урын ҡалған. Таҡтала темалар күрһәтелгән. Әммә мин алыҫтан бик насар күрәм. Ваҡыт үтә, ә мин ҡулымды күтәреп һорарға ҡыймайынса тик ултырам. Ниңә яҙмайһығыҙ тип, имтихан алыусы яныма килде. «Таҡталағы яҙыуҙы күрмәйем», – тинем. Теманы ҡағыҙыма яҙып биреп киттеләр. Эштәрҙе тапшырырға берәй сәғәт ваҡыт ҡалғас ҡына, ниһайәт, яҙырға тотондом. Нимә тураһында булғандыр – аныҡ ҡына иҫләмәйем. Әммә ваҡыт аҙ булыу сәбәпле, йомғаҡлау өлөшөн өлгөртә алманым. «Һәйбәт килеп сыҡҡан, тик тамамланмаған һәм ҡараламалағы (черновиктағы) һымаҡ бысраҡ яҙылған» тип «өслө» ҡуйғандар. Иншам, ысынлап та, ҡараламала ғына ине бит инде, таҙа ҡағыҙға күсереү түгел, яҙып та өлгөрмәгәйнем. Шуға ла бөтөнләй «икеле» булғандыр тип уйлағайным. Шулай итеп, икенсе имтиханға килергә рөхсәт ителде. Уныһын «дүртле»гә тапшырҙым. Өсөнсө имтихан «Башҡорт әҙәбиәте»нән ине. Инеп билет алдым. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижады хаҡында һөйләп бирергә кәрәк булды. Беренсе тапҡыр ишетәм бит инде ул кеше тураһында. Артта ултырған ҡыҙҙан тиҙ генә һөйләтеп алдым да, иң тәүҙә ҡул күтәреп, шул ҡыҙҙан ишеткәндәргә үҙемдән нимәләрҙер өҫтәп һөйләргә керештем. Оҡшаттылар. Еңел генә өҫтәмә һорауҙар бирҙеләр ҙә, «ярай, матур итеп уҡы», тип «бишле» ҡуйып сығарҙылар. Әммә рус теленән иншаны «өслө»гә яҙғас, бер балл етмәне һәм уҡырға инә алмай ҡалдым.
– Ныҡышыраҡ булһағыҙ, ирекле тыңлаусы итеп тә алырҙар ине, бәлки?
– Ундай мөмкинлек барын кем белгән инде. Әйтәм бит, беренсе тапҡыр ауылдан сыҡҡан ваҡыт. Бөтөн тирә-яҡ – билдәһеҙлек донъяһы. Документтарымды алдым да ҡайтып киттем. Учалыла СПТУла водитель һөнәрен үҙләштереп, ҡулға таныҡлыҡ алғас, яҙға хеҙмәткә киттем. Учебка Белоруссияла булды. Төп хеҙмәтем Архангельск өлкәһендә «Плесецк» космодромында үтте. 91-ҙә китеп, 93-тә ҡайттым.
– Миңә һаман да һеҙҙең йырсы, музыкант булараҡ үҫешеп китеүегеҙ ҡыҙыҡ әле. Моғайын, армиянан һуң да, ҡайҙалыр уҡырға инергә теләгәнһегеҙҙер?
– Ундай уйҙар булды. 1994 йылда йәнә режиссура бүлегенә инеп ҡарайым тип Өфөгә сәнғәт институтына килдем. Тик алманылар. Күңелемә тынғы тапмай йөрөп, киләһе йылына тағы ла килдем унда. Уҡырға теләк тә бөткәйне ул ваҡытҡа. Өфөлә йәшәп торорға урын булһын өсөн генә инде. Уҡырға түгел, йырҙар яҙҙырыу ине теләгем. Үҙемдең потенциалымды тоям, йырҙар яҙҙырырға, аудиокассета сығарырға теләйем. Тик ҡайҙа, кемгә барып мөрәжәғәт итергә генә белмәйем. Шунда Томск ҡалаһынан килгән бер башҡорт ҡатыны менән һөйләшеп танышып киттек. Ул да уҡырға инеп йөрөй икән. Үҙҙәрендә башҡорт милли үҙәге барлығы, үҙенең шуның етәксеһе Зөһрә Зиннәтова икәнен әйтте. Беҙҙең синтезаторыбыҙ ҙа бар, тик уйнарға кешеһе генә юҡ тип саҡырғайны, оҙаҡ уйлап тормай шунда сыҡтым да киттем. Унан алда ғына ауылда уҡытыусым Михаил Ямалетдиновичтың кабинетында үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр синтезаторҙы күреп, эх, шунда уйнарға өйрәнергә ине, тип ныҡ ҡыҙыҡҡайным.
Шулай итеп яҙмыш мине Себер яҡтарына алып китте. Ундағы халыҡ шул тиклем алсаҡ, киң күңелле булып сыҡты. Үҙемә бик күп дуҫтар таптым. Улар менән бөгөн дә аралашып торам, барып йөрөйөм. Өс йылды шунда үткәрҙем. Ҡайтҡан саҡта, Аллаһ бирһә, билдәле булып китһәм, Хәниә Фәрхиҙе алып киләм тип вәғәҙә иттем. Һәм 2015 йылда был вәғәҙәмде үтәнем.
Шулай итеп йәнә Өфөгә ҡайттым. Тик килеүен килдем дә, әлеге шул кемгә барып, ҡайҙа һуғылырға белмәйем инде. Өфөлә ул ваҡытта аудиокассета яҙҙырыу менән шөғөлләнеүселәр булған, әммә мин улар хаҡында белмәгәнмен. Бер көндө кассеталағы яҙыуға иғтибар иттем. Ҡазандағы продюсер үҙәге буласаҡ йырсыларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡыра тиелгән иғлан бар ине унда, адресы ла күрһәтелгән. Һуңғы аҡсама тигәндәй шунда сығып киттем. Эҙләп таптым. Килһәм, ишек төбөндә ултырған һаҡсылары, беҙҙең генераль директор сит илдән ҡайтып етмәгән тип, бер-ике аҙнанан һуң килергә ҡушмаҡсы. Ә минең ҡайтырға аҡсам да, Ҡазанда бер танышым да юҡ. Бөтөнләй ят ҡала. Бүтән осраҡ булһа әйләнеп ҡайтып та киткән булыр инем. Был юлы башҡа сара юҡ ине, әҙерәк алдашырға мәжбүр булдым: «Улар мине үҙҙәре саҡырҙы, алыҫтан, Томск ҡалаһынан килдем», – тигәс, һаҡсылары продюсер Ринат Сәйет улы Ғиниәтовҡа шылтыратты. Ул да тиҙ арала килә һалып етте, танышып, һөйләшеп киттек. «Иғлан буйынса килдем, аудиокассеталар яҙҙырырға теләйем», – тинем. «Яңы йырҙарың бармы һуң?» – тип һорай башлағайны: «Юҡ, мин ретро йырҙар яҙҙырырға ниәтләйем», – тип яуап бирҙем. Ҡазанда туҡталыр урыным да юҡ икәнлеген әйткәс, үҙенә алып ҡайтып китте. Иртәгәһен тауыш яҙҙырыу студияһына киттек. Шунда талантлы композитор, бик күп популяр хиттар авторы Оскар Усманов менән таныштым. «Минусовка»ларымды алып барғайным, шуларға тауыш яҙҙырттыҡ. Баянисҡа аҡса юҡ ине, үҙем уйнаным. Оскар Усманов миңә үҙенең йырҙарын тәҡдим итте. Шул тиклем күңелгә яттылар. Шулай итеп ул ижад иткән «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Йондоҙҙар күп, һанаһаң», «Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин», «Гармуным моңо», «Ниңә яңғыҙ һуң һин әйт әле, аҡҡошом?», «Һалдар аға» һәм башҡа бик матур йырҙар репертуарыма инеп китте. Бер түгел ике альбом яҙҙырҙыҡ уның менән.
– Тота килеп татарса йырлап алып китеүе анһат булмағандыр ул?
– Йырҙарҙы башҡортса ла, татарса ла яҙҙыра инек. Татарса тигәнем ярым-татарса, ярым-башҡортса булды инде. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәйем дә ҡуям. Төҙәтеп ебәрер ине, Оскар үҙе лә урыҫлашып бөткән. Шулай итеп минең аудиоальбомдар «Барс медиа» компанияһында донъя күрҙе. Үҙем дә шул фирмала ҡалдым. Байтаҡ татар йырсыларынан башҡортса йырҙар яҙҙырттым ул осорҙа. Үҙебеҙҙең «Юлдаш» радиоһына ебәргеләп торҙом. Уларға ҡыҙыҡ, башҡортса йырларға теләйҙәр, әммә телдәре әйләнмәй инде. Бер һүҙҙе яҙҙыра алмай оҙаҡ ҡына этләнгән саҡтар ҙа була торғайны.
– Ҡазандағы беренсе сығышығыҙ нисегерәк булды ?
– Ул мәлдә сәхнәгә сығыу теләгем бөтөнләй булманы минең. Тауышымды яҙҙырып, йырҙарым радионан яңғырап торһа, аудиокассеталарым донъя күрһә, әлегә шул еткән тип уйлай инем. Әммә сәхнәгә сығырға тура килде. Ҡазан уртаһында дуҫтар менән ултырған еремдән, Ринат Сәйетовичтың водителе эҙләп табып, бармаһаң, мине эштән ҡыуалар тип, алып китте. Тәүге тапҡыр шундай ҙур залға сәхнәгә сыҡтым. Ә залда меңдән ашыу тамашасы ултыра! Ныҡ ҡаушатты. Йырлауын йырлайым да, «проигрыш» мәлендә үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аптырап тик торам. Етмәһә, тәүге йырҙан һуң рауза сәскәһе сығарып бүләк иттеләр. Икенсе йыр башланды, ул сәскәне ҡайҙа ҡуйырға белмәй, унда-бында ҡарап, йыр дауамында улай-былай һелтәп йөрөгәнмен. Шул сәбәптән, «Һалдар аға» йыры ул видеояҙмаға инмәй ҡалды. Русса әйтмешләй, «запорол съемку». Беренсеһе – «Нигә ялгыз соң син әйт әле, аккошым?» йыры интернетта бар.
Миңә, былай ҙа сәхнәгә сығырға ҡурҡҡан кешегә етә ҡалды, ҡаушайым, ниндәй хәрәкәттәр яһарға, нимә һөйләргә белмәйем, башҡаса унда аяҡ баҫмайым тинем. Шунан һуң Ринат хореограф Резеданы саҡырҙы. Ул Хәниә Фәрхи төркөмөндә бейеүселәренең етәксеһе булған, унан китеп эш эҙләп йөрөгән сағына тура килгән. Ринатҡа шоу-балет төркөмө төҙөргә тәҡдим иткән. Шулай итеп «Барс -медиа»ның сибәр-сибәр ҡыҙҙарҙан торған бейеү коллективы барлыҡҡа килде. 2002 йылда беҙҙе – «Айфара» төркөмөн, Лилиә Хәмитованы, Илнар Сәйфиевте, Гөлнара Тимерйәнованы һәм мине – беренсе гастролгә алып сығырға булдылар. Шоу-балет та беҙҙең менән барҙы, әлбиттә. Шуларҙың береһе Лилиә исемле ҡыҙ менән дуҫлашып киттек, осраша башланыҡ.
– Өфөлә ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән Ирек Ноғомановтан Ҡазан йырсы яһап ҡайтарған килеп сыға түгелме һуң? Башҡортостанға ҡайтыуығыҙ нисегерәк булды?
– 2003 йылда «Барс-медиа»ға Вилдан Яруллин инеп сыҡҡайны. Ҡайтҡас, Ҡазанда беҙҙең башҡорт егете эшләп йөрөй, тип һөйләгән. Бер көндө миңә, ҡайтҡаныңда мотлаҡ беҙгә инеп сыҡ әле, тип Өфө телевидениеһынан шылтыраттылар. Килдем БСТ-ға. Телевидениеның ул саҡтағы генераль директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаевҡа инергә ҡуштылар. Яҡташым Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова ла килеп инде. «Унда нимә эшләп йөрөйһөң, зимагур, ҡайт әйҙә», – тип «БТВ-медиа»ның директоры итеп саҡырҙылар. Бер аҙҙан ҡайттым тыуған яғыма. Әйткәндәй, Ҡазанда йәшәгәндә, гел Башҡортостан тураһында, башҡорттар тураһында һөйләй ҙә ултыра торғайным. Егеттәр шаяртып: «Ирек, ты – «националист» тип көләләр ине. Мин: «Нет, я не националист, я – патриот. Это абсолютно разные понятия» тип етди яуаплай инем.
Шулай итеп ҡайттым мин Башҡортостанға, әммә «БТВ-медиа»ла оҙаҡ тотҡарлана алманым, дәүләт структураһында эшләү күңелгә ятып бөтмәне. «Моң» студияһы етәксеһе Флүр Зөфәр улы Зөбәйеров бер аҙҙан үҙенә саҡырҙы. Артабан шунда эшләп алып киттем. «Моң» фирмаһы йырсыларға аудиокассета, компакт-дискылар сығара, башҡортса-татарса «Моңдаръя» фестивален һәм башҡа тамашалар ойоштора ине. Был эштәрҙе бик яҡшы итеп фирманың продюсеры Рафаэль Ғәзизов яйға һалған ине. Мин Флүргә мотлаҡ рәүештә тауыш яҙҙырыу студяһын да асырға тәҡдим иттем. Студия булдырылды, музыканттар йәлеп ителде. Шулай итеп бөтөн цикл бер урында тупланды: көйҙәрҙе яҙҙырыу, тауышты ҡушыу, дисктар яһау.
Тап шул йылдарҙа сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаған Радик Юлъяҡшинды осраттым. Өфөлә йәштәр өсөн концерт ойошторолғайны, шунда йырлағанын күреп ҡалдым да, Флүргә: «Әйҙә, янына барайыҡ әле был егеттең», – тинем. Радик үҫмер малай ғына ине әле ул ваҡытта. Килеп таныштыҡ. «Аранжировкаларҙы кем эшләй?» – тип һорайым. «Үҙем», – ти. Уны үҙебеҙгә студияға эшкә саҡырҙым. Ижадын үҫтереү буйынса эш башланды. Бөгөнгө көндә Радик рейтинг буйынса Башҡортостан һәм Татарстан йырсылары араһында беренсе урында тора. Ошо уңышҡа сәбәпсе булыуыма мин шатланам һәм ғорурланам, әлбиттә. Шулай итеп эштәр алға табан барҙы.
«Моңдаръя» тигән башҡортса-татарса проект бар ине тип әйткәйнем бит инде. Ә минең тик саф башҡортса ғына фестиваль ойошторғом килә ине. Был хаҡта Флүргә әйттем. «Башҡортса ғына йырҙар менән Өфөлә тамашасы йыйыуы бик ҡыйын булғанын беләһең бит», – тине ул. «Беләм, әммә барыбер эшләйем», – тип республикабыҙҙың иң шәп йырсыларын саҡырып, 2008 йылда «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт йыры» тип исем биреп, фестиваль үткәрҙек. Ысынлап та, халыҡты йыйыуы ҡыйыныраҡ булды, шулай ҙа мең урынлыҡ залды тултыра яҙҙыҡ. Был проект та, аудио, видео яҙмаға яҙылып ДВД, МП3 дисктарҙа сығарылды. Үҙем яҡшы белгән татар йырсыларын саҡырып (Лилиә Хәмитова, Илсийә Бәҙретдинова һ.б.), башҡортса йырлатып, уларҙы ла ошо фестивалдә ҡатнаштырҙым.
Һуңынан «Моң» студияһы базаһында Башҡортостан һәм Татарстан ерендә иң беренселәрҙән булып музыкаль телеканал асып ебәрҙек. «Туған тел» тип атаныҡ беҙ уны. Флүр Зөбәйеров һәм Рәмил Ғәниевтың тырышлыҡтарының һөҙөмтәһе ине был. Бик ҡыуаныслы ваҡиға булды ул беҙҙең өсөн.
Шулай итеп ваҡыт үтә торҙо. Һигеҙ йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2010 йылда Лилиә менән законлы никахлаштыҡ. Никах – Ҡазанда, туй Белоретта үтте. Лилиә үҙендә йәшәүен дауам итте, мин – Өфөлә. Тора-бара уның үҙенең ҡалаһын, эшен ҡалдырып киткеһе, минең үҙемдең ҡаламды һәм эшемде ташлағым килмәүе асыҡланды. Ғаилә тормошо улай булмай тип, 2012 йылда айырылыштыҡ. Әммә ирешеп, талашып түгел. Матур итеп, аңлашып… Ваҡыты-ваҡыты менән яҙышып, һөйләшеп торабыҙ...
– Улай икән...
– Ғөмүмән, мин һәр нәмәне үҙ мәлендә эшләргә кәрәк тигән фекерҙәмен. Үҙ мәлендә ғаилә ҡорорға, үҙ мәлендә балалар үҫтерергә... Ижадҡа ла ҡағыла был... Ваҡыт күрһәтер... Барыһы ла алда әле тип йөрөйһөң дә бит, йылдар һиҙҙермәй генә үтә лә китә икән...
Оскар Усмановтың «Ниңә яңғыҙ һуң һин әйт әле, аҡҡошом?» тигән йырын яҙҙырған мәл иҫкә төштө әле. Ул саҡта миңә 25 йәш ине. Көйөн бик оҡшаттым был йырҙың. Әммә һүҙҙәре күңелгә ятманы. Икенсе һүҙҙәр кәрәк, тинем. Сөнки, үҙемә оҡшамаһа, йырҙы башҡара алмайым. Ярай, тип тороп ҡалды Оскар. Күпмелер ваҡыттан һуң иһә: «Әйҙә кил, һүҙҙәре әҙер», – тип саҡырып алды. Килеп уҡып ҡараһам, тексы йәнә оҡшарҙай түгел. Башҡаса үҙгәртмәйем, ти. Теләмәй генә, ҡағыҙҙан уҡып ҡына татарса вариантын яҙҙырҙым. Былай ҙа кәйефем төшкәйне, башҡортсаһын берәй аҙнанан килеп яҙҙырырмын, тип сығып киттем. Ҡалған эшкә ҡар яуа тигәндәй, шул йыр яҙҙырылмай тороп ҡалды. Илле йәшемдә генә Ғәлинур Юламановтың студияһында яҙҙырып, радиоға тапшырып ҡуйҙым. Тағы ла егерме биш йыл ғүмер ни арала үтеп киткән икән тип уйлап, иҫем-аҡылым китте шунда. Кисә генә һымаҡ ине бит ул...
Тора-бара, интернет көсәйеү менән, аудио-видеодисктарҙың кәрәге бөттө. Ниһайәт, үҙемдең ижад менән булышырға ла сират етте һәм мин шәхси концерттар менән йөрөй башланым.
– Сәхнәлә сығыш яһарға уңайһыҙлана торғайным, тинегеҙ. Өйрәнеп киттегеҙ инде хәҙер?
– Башта йырлап ҡына йөрөнөм. Һөйләүе ауырыраҡ бирелә ине. Тәүге осорҙа Илһам Шәмсетдинов исемле актер егет тамашаларҙы алып барҙы.
– Концерттар менән йөрөү бөгөн үҙен аҡлаймы?
– Популярлығың, рейтингың булһа, аҡлай.
– Ә ни өсөн үҙебеҙҙә Өфөлә башҡорт йырсылары татар артистары кеүек күп тамашасы йыя алмай һуң?
– Яуап ябай ғына – башҡорттар һаны бик аҙ. «Башҡорт йыры»на татар йырсыларын саҡырыуым да фестивалдең рейтингын күтәреү өсөн булғайны. Минең концертҡа килмәйҙәр тип тамашасыға үпкәләп ултырыу дөрөҫ түгел. Рейтинг түбән икән, тимәк, аудиторияңды арттырырға кәрәк.
– Ә рейтингты күтәреү өсөн мотлаҡ татарса йырларға кәрәме ни?
– Русса йырла, ҡаҙаҡса, инглизсә… Тик файҙаһы ғына булмаҫ шул. Беҙҙең өсөн берҙән-бер вариант – татар аудиторияһы. Ҡалғандарға буй етмәй. Ә тик башҡортса ғына йырлап, татар артистары менән ярышыу бөтөнләй мөмкин түгел. Шуны аңларға кәрәк.
Әлеге лә баяғы башҡорттар һаны бик аҙ. Шул сәбәпле, Өфөлә ҙур залдарҙа башҡорт концерттары үткәреү мөмкин түгел. Залды арендалау ғына 150-200 мең һум тора, унан тыш сәхнәне биҙәү кәмендә 100 мең, реклама һ.б. сығымдар бик күп. Ҙур концерт площадкалары өсөн ярты миллиондан ашып китә. Залды тултыра алмаһаң, «минусҡа» китәһең. Ә Өфөлә, тағы ла ҡабатлап әйтәм, башҡорт йырын үҙе теләп, күпме талап ителә, шунса аҡсаһын түләп тыңлай торған милләттәштәребеҙ бик аҙ. Шуға ла үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнарға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең йырсыларыбыҙ күпкә моңлораҡ та, талантлыраҡ та, тик үҙебеҙҙе бүтәндәргә таныта алмайбыҙ – шуныһы әсендерә. Ҡазанда беҙҙең йырсыларҙы бөтөнләй белмәйҙәр. Мин заманында үҙебеҙҙең шәп йондоҙҙарыбыҙҙы, әйтәйек, Гөлсөм Бикбулатованы, Ғәзим Ильясовтарҙы, Хәсән Усмановты татарса бер-ике йыр булһа ла йырлағыҙ тип өндәгәнем булды. Ризалашманылар. Ә бит улар татар публикаһын мотлаҡ яулап ала торған йырсылар. Эйе, булдыра алһаң, русса ла, ҡаҙаҡса ла йырларға мөмкин. Әммә уларға яҡын барырлыҡ түгел. Ә Татарстан аудиторияһы менән эшләй алабыҙ. Тел буйынса ла, йыр-моң буйынса ла, улар беҙгә иң яҡыны. Шул саҡта мине тыңлаһалар, улар отор ине. Хәҙер татарса йырлап та әллә ни ҡылып булмауы бар. Сөнки конкуренция үҙҙәрендә лә бик ҙур. Татарса йырлауҙы әллә ниндәй ярамаған эш һымаҡ күрәләр бит беҙҙә. «Һатлыҡйән» ти башлайҙармы шунда... Ә ни өсөн немец, швед төркөмдәре, инглиз телендә йырлай һуң улайһа?! Сөнки шоу-бизнес шуны талап итә. Кавказ йырсыларын алайыҡ. Салтан Лагучев, Ислам Итләшевтарҙы, мәҫәлән. Рус публикаһын йәлеп итә алғас, улар бөтә Рәсәй буйлап йөрөй. Афарин тип кенә әйтәһе ҡала уларға.
Гүзәл Уразова «Өфө йүкәләрен» ниндәй матур итеп саф башҡортса башҡарҙы! Юғары кимәлдә клип төшөрҙө. Әйткәндәй, клипты беҙҙең башҡорт егеттәре эшләне. Ә ниңә беҙҙең йырсыларға төшөрмәйҙәр тиһегеҙме? Сөнки бындай клип кәмендә 300-400 мең һум тора. Ул да еңел эш түгел. Күп сығымдар талап итә. Башҡорт йырсыларына ошо бер клипҡа аҡса эшләр өсөн ауылдар буйлап йыл буйына йөрөргә кәрәк. Күпме милләттәштәребеҙ ошо видеонан һуң Гүзәлдең концерттарына ағылды, баш ҡалабыҙҙы данлағаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Ә Татарстанда Гүзәлгә береһе лә «һатлыҡйән» тип әйтмәй бит. Ундай нәмә баштарына ла килмәйәсәк. Сөнки был – нонсенс! Беҙҙең башҡортҡа ғына хас бер насар күренеш. Ниндәйҙер ахмаҡ, мәғәнәһеҙ «самоизоляция». Ул хәлдән беҙҙең йырсылар ғына килемен юғалта. Бүтән берәү ҙә түгел… Мин татарса йырлап татар булып киттеме лә, Радик татар булып киттеме?! Киреһенсә, башҡорт эстрадаһын шундай кимәлгә сығара алғаны өсөн беҙ Радикка рәхмәт кенә әйтергә тейешбеҙ. Икенсе телдә йырлап кеше милләтен үҙгәртмәй, һәр кемдең үҙенән тора ул. Эйе, татарса бер-ике йыр булһа ла йырламайынса һин унда барып инә алмайһың. Әммә публиканы яулап алғас, әйҙә сыҡ та рәхәтләнеп үҙ телеңдә йырла. Данла үҙ милләтеңде. Үҙ милләтең араһында ғына беҙ шәп, беҙ ғорур, беҙ шулай, беҙ былай тип йырлап йөрөүҙән ни фәтүә?! Бүтәндәр был хаҡта белмәгәс...
– Һеҙҙең концерттарығыҙға тамашасы ағылып йөрөй. Репертуарығыҙҙа әлеге шул хиттарҙың, романтик йырҙарҙың күп булыуына бәйлеме икән был? Халыҡ һеҙҙе ни өсөн ярата тип уйлайһығыҙ?
– Уныһын халыҡтың үҙенән һорарға кәрәк инде... Мин былай тип әйтер инем: кемдәрҙер йырсы булыр өсөн әллә нисә йыл буйы уҡый, ҡиммәтле студияларға барып, профессиональ музыканттар яллап аранжировкалар яҙҙыра, йөҙәр меңгә микрофондар һатып ала. Ә йырҙары сыҡһа, тамашасы ҡабул итмәй ҙә ҡуя. Халыҡты ниндәйҙер махсус эффекттар, аранжировка менән генә алдап, шаҡ ҡатырып булмай, минеңсә. Нимәң бар шуның менән, йәғни үҙеңдең Хоҙай биргән тәбиғи тауышың, моңоң менән, баян, ҡурай, гитара, синтезаторға эйәреп кенә лә башҡарған йырыңдың ни тиклем матур икәнлеген күрһәтеүгә өлгәшә алһаң, һин маҡсатыңа ирештең тигән һүҙ. Тамашасыға иң тәүҙә йырҙың матурлығын күрһәтергә кәрәк, тауышыңдың мөмкинлеген түгел. Тауыш мөмкинлеге менән халыҡты яуларға беҙ Димаш Кудайбергенов түгел. Уның кеүектәр бик һирәк тыуа.
– «Бер дуҫым бар» тигән йырығыҙ былтыр «ЮлдашХит» та еңеп, «Юлдаш» радиоһының халыҡ йырсыһы тигән исемгә лайыҡ булдығыҙ. Ул хитығыҙ нисек яҙылды?
– Осман Нәүрузов көйөнә яҙылған «Дуҫым» тип аталған популяр йыр. Үзбәксә, ҡаҙаҡса, ҡырғыҙса, ҡарағалпаҡса һ.б. варианттары ла бар. Шул йырҙың көйө оҡшап ҡалды ла, Рәмил Сурағолдан дуҫтар тураһында матур ғына шиғыр яҙып биреүен һораным. Дуҫтарым күп, бөтөн дуҫтарыма тап килерлек булһын ул йыр тигәйнем. Дуҫтар күп булмай ул тип, бер дуҫ тураһында ғына шиғыр яҙған. Минең идеяға тап килмәне. Тағы бер нисә авторға заказ биреп ҡараным. Яҙалар, әммә үҙемә оҡшамай. Аранжировка әҙер, һүҙҙәре юҡ, ваҡыт үтә... Тексын үҙемсә әтмәләп ҡарайым әле, шиғыр профессиональ кимәлдә булмаһа ла, көйө матур бит, барыбер халыҡ күңеленә үтеп инәсәк, тип уйланым. Текст әҙер булғас яҙҙырҙыҡ та, концерт директорым Илнур Асаиновҡа ебәрҙем. «Бәйләнештә» селтәренә лә һалдыҡ. Тамашасыға оҡшаясағын беләм дә бит, тик шағирҙар ни тиер, бик ҡаты тәнҡитләп ташларҙар инде тип уйлап йөрөйөм. Шунан комментарийҙар араһында Гөлнара Рәшитованың хуплау һүҙҙәрен күреп, тынысландым. Сөнки ул был йәһәттән бик талапсан кеше. Тимәк, тәүге ҡоймағым төйөрһөҙ сыҡҡан тип уйлап ҡуйҙым шунда.
– Дуҫлыҡ тураһында йырлайһығыҙ, ысын дуҫтарығыҙ бармы?
– Башҡорт халыҡ йыры «Төйәләҫ»тә әйтелгәнсә – «Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә...» Дуҫтарһыҙ тормоштоң мәғәнәһе юҡтыр, тип уйлайым мин. Аллаға шөкөр, дуҫтарым күп. Һәм билдәлелек яулаған һайын улар арта ғына бара. Дуҫлыҡтың ҡәҙере берәй сетерекле хәлгә тарығанда, әйтәйек, юлда ниндәйҙер күңелһеҙ хәл була ҡалһа ла ныҡ беленә. Ундай саҡтарҙа мотлаҡ берәй яҡын дуҫыңа шылтыратаһың. Дуҫтың да дуҫы була. Улар һиңә ярҙам итеп ебәрә. Шуға ла дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк.
– Һеҙҙең Өфө татар «Нур» театры актрисаһы, йырсы Гөлназ Биктимерова менән бик матур дуэттарығыҙ бар. Уның менән ижади дуҫлығығыҙ нисек башланды? Тағы ла кемдәр менән дуэттар башҡараһығыҙ?
– Бер көн студияға Гөлназ Ганс Сәйфуллиндың «Кил әле» тигән йырын яҙҙырырға тип килгәйне. Бер урында әҙерәк үҙгәртеү индерергә булдым. Үҙем йырлап күрһәттем дә, бына ошо ерендә минең кеүек кенә итеп ҡабатла хәҙер, тинем. Ә ул мине тыңлап торҙо ла: «Әйҙә икәүләп йырлайыҡ әле», – тип тәҡдим итте. «Әйҙә һуң, әммә башҡортса вариантын да яҙҙырасаҡбыҙ», – тинем. Шулай итеп беҙ Гөлназ менән байтаҡ йырҙар яҙҙырҙыҡ. Концерттарҙа ла бергә сығыш яһай инек. «Кил әле» йырына клип та төшөрҙөк. Быйыл Өфөлә үткән концертыма ла саҡырҙым уны. Дуэттарыбыҙҙы башҡарҙыҡ. Тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Резеда Әминева менән дә бергә сығыш яһағаныбыҙ булды. Тауыштарыбыҙ тап килә. Ауылдашым, бөйөк композитор Салауат Низаметдинов ижад иткән йырға тиҙҙән дуэт сығарырға йөрөйбөҙ. Гөлсөм Бикбулатова менән дә яҙҙырырға иҫәп бар. Әммә йыр һайланмаған әле. Тағы ла Гөлшат Арыҫланова исемле үҙешмәкәр йырсы менән Риф Арыҫланов көйөнә «Кил, иркәм» тигән йыр сыҡҡайны. Уның яҙылыу тарихы ла ҡыҙыҡ булды. Бер көндө Ғәлинур Юламанов шылтырата: «Бер ҡатын йыр яҙҙырырға килгән. Дуэт итеп яҙҙырһаҡ һәйбәт сығасаҡ, Ирек Ноғоманов менән йырларһығыҙ тип тәҡдим иткәйнем, ҡыуанып китте», – ти. «Ярай, ул үҙенә тәғәйен өлөшөн яҙҙырһын да, ә мин ваҡытым булғанда барып яҙылып китермен», – тинем. Йыр яҙылды. Радио аша яңғырата ла башланылар. «Һин кем менән йырлайһың ул», – тип һорайҙар минән. «Әллә, күргән-белгән кешем түгел», – тип яуаплайым. Уның менән йырыбыҙ сығып күпмелер ваҡыт үткәс кенә күрештек. Шундай хәлдәр ҙә була...
– Көйҙәр яҙғанығыҙ юҡмы һуң?
– Көйҙәр ҙә яҙам. Әммә береһен дә сығарғаным юҡ, компьютерҙа ята бирәләр әле. Тимәк, ваҡыты етмәгән...
– Тағы ла ниндәй авторҙар менән хеҙмәттәшлек иткәнегеҙ булды?
– Яңы йырҙарым үтә күп түгел. Әммә күңелгә ятҡан йырҙар осрап ҡуя. Әйтәйек, «Ғүмер ике килмәй» тигән матур йырҙың репертуарға килеп инеүе шулайыраҡ булды: атайымдың тәүге никахынан Йәмилә апайымдың улы Рөстәм ҡустым шул йырҙың татарса вариантын ишетеп ҡалған да, бик оҡшатып, әсәһенең тыуған көнөнә бүләк рәүешендә уны минән башҡортса йырлауымды һораны. Тыңлап ҡараным. Матур… Һәүәҫкәр йырсы башҡара. Авторҙарын эҙләй башланым. Көйөн йырсы-композитор Флүрә Талипова яҙған икән. Уның менән таныш та булып сыҡтыҡ. Ул Башҡортстанда тыуған, Татарстанда йәшәй. Һүҙҙәренең авторы – Рәзилә Сәлимйәнова. Ғәлинур Юламанов аранжировкаһын эшләне, яҙҙырҙыҡ был йырҙы. Үҙемә лә оҡашаны, апайыма ла... Тамашасы ла бик яратып ҡабул итте. Былтыр октябрь айында Ҡазанда Флүрәнең ижад кисәһенә лә барып ҡайттым. Ул кистә шулай уҡ Татарстандың бөйөк композиторы Сара Садиҡова ижад иткән «Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?» йырын да башҡарҙым.
– Башҡорт халыҡ йырҙарын да башҡарам тинегеҙ. Уларҙы үҙаллы өйрәндегеҙме?
– Эйе. Атайым халыҡ йырҙарын оҫта йырланы. Шунан Абдулла Солтанов менән дә аралашырға насип булды. Ул беҙҙең күрше ауылдан ине. Тауышын яҙҙырып диск сығарыр өсөн, бер көн аппаратураны тейәп, өйөнә барҙыҡ. Иҫ киткес кеше, шәп йырсы ине бит ул. Ғәҙәттә, профессиональ йырсылар тауышты ас ҡорһаҡҡа яҙҙырырға тырыша. Ә ул башта беҙҙең менән ултырып ныҡ ҡына итеп ашап алды, шунан микрофон алдына баҫып йырларға тотондо. Рәис ағай Низаметдинов менән Илсур Тайсин ҡурайҙа уйнанылар. Абдулла ағай шул көндө ун йырын яҙҙыртып та ҡуйҙы. «С первого дубля!» Бына, исмаһам, йырсы!
– Әлеге ваҡытта ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
– Хәҙер, һаулығым булып, матур йырҙар яҙҙырып, артабан да концерт эшмәкәрлеге алып барырға тигән уйҙар менән йәшәйем. Бөгөн эшләй торған нәмәне иртәгәлеккә ҡалдыра, әкренерәк ҡуҙғала торған ғәҙәтем бар. Салауат ағай Низаметдинов осрашҡан һайын, Ирек ҡустым, минең йырҙарымды йырла, ти торғайны. Үҙе иҫән саҡта «Күҙ нурым»ды ғына ишеттереп ҡалдым. Ниңә күберәк йырҙарын яҙҙырманым икән тип үкендерә хәҙер. Ғүмер алда кеүек ине лә бит... Юҡ икән шул...
– Башҡортстандан ситтә лә гастролдәрегеҙ аншлаг менән үтәме?
– Эйе, бигерәк тә Силәбе яҡтарында. Бик рәхмәтлемен ундағы тамашасыларыма. Тәүге тапҡыр мине ул яҡтарға Артур Туҡтағолов алып сыҡҡайны. «Ирек, унда һине яраталар, әйҙә барып ҡайтайыҡ. Берәй 100 диск һалып ал тигәс», аптырап уҡ киткәйнем. Ул сама кәрәкмәҫ ул тип, егермене алып барған булдым. Тәүге концертта уҡ талаша-тартыша һатып алып бөттөләр. Күҙҙәрем дүрт булды. Әле лә гастролдәр уңышлы үтә унда. Себерҙә лә яратып ҡабул итәләр. Администраторҙарыма рәхмәт!
– Бала саҡта ошолай йырсы булып зал тулы тамашасы йыясаҡмын тигән уйҙарығыҙ булдымы? Күңелегҙҙә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырҙым тип әйтә алаһығыҙмы бөгөн?
– Бәләкәйҙән йырсы булыу хыялы бар ине. Әммә мин уны тормошҡа ашыра алмаҫмын тип уйланым. Сөнки телевизорҙан күрәм – йырлар өсөн һинең ансамблең булырға тейеш. Улар миңә кәрәккәнсә, миңә тап килерлек итеп уйнарға тейеш бит әле. Ундай кешеләрҙе ҡайҙан табам мин тип уйлай торғайным. Һуңынан, әрменән ҡайтҡас, Михаил Ямалетдиновичта теге синтезаторҙы күреп, әһә, тимәк, ошонда уйнарға өйрәнһәм, хыялым тормошҡа ашасаҡ тигән ҡарарға килдем. Әкренерәк ҡуҙғалһам да, яйлап булһа ла, шул хыялымдың осона сығып киләм тип әйтә алам.
– Аллаһы Тәғәләгә ышанаһығыҙмы? Дингә мөнәсәбәтегеҙ нисек? Ғөмүмән, нимәгә инанаһығыҙ?
– Аллаһы Тәғәләгә ышанмайынса булмай. Кешелек иманһыҙ йәшәй алмай. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, кеше үлгәс, унан иң тәүҙә намаҙың бармы тип һораясаҡтар. Мин бөтөн диндәрҙе лә ихтирам итәм. Юғиһә, селтәрле маркетингтағы кеүек, һәр кем үҙенең динен маҡтай, шул дингә саҡырырға тотона. Аллаһы Тәғәлә берәү. Диндәрҙең барыһы ла тигеҙ минең өсөн. Кешенең инаныуы – ул изге төшөнсә. Шуға ла һәр кем үҙенең диненә ярашлы доғаһын ҡылырға тейеш. Сөнки беҙ ошо Ер йөҙөндә тормош итеүебеҙ, Аллаһы Тәғәлә бар ҡылған ниғмәттәр менән файҙаланыуыбыҙ өсөн доғалар, аяттар, намаҙҙар ярҙамында түләйбеҙ. Изге китаптарҙа, әгәр ҙә миңә табыныуҙан, доға ҡылыуҙан туҡтаһағыҙ, һеҙҙең йәшәгән ерегеҙгә миңә табынған башҡа халыҡтарҙы ебәрермен тиелгән.
Иғтибар итәһегеҙҙер, Рәсәй ҡалаларында сиркәүҙәр бушаған һайын мәсеттәрҙә мосолмандар һаны артта. Европала ла шул уҡ хәл. Англияла, Францияла күп сиркәүҙәрҙе мәсеттәргә әйләндерәләр. Төп халыҡ Аллаға табынмай икән, кемдер уларҙың урынына ул эште башҡарырға тейеш.
Уйлап ҡараһаң, ер йөҙөндәге ниндәй генә йән эйәһен юҡҡа сығарһаң да, планетаға зыян киләсәк. Ә кешене Ер шарынан алып ташлаһаң, бер нәмә лә булмаясаҡ. Киреһенсә, бөтә нәмә сәскә атасаҡ. Донъя иркен тын аласаҡ. Балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә балалар йөрөмәһә идеаль тәртип хөкөм һөрөр ине. Шундағы һымаҡ. Әммә балалар йөрөмәй икән, ул балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе тотоуҙың мәғәнәһе ҡалмаясаҡ. Шуның кеүек бында ла, Ер планетаһы кешеләр өсөн яратылған. Ергә беҙ хаталаныр, шул хаталарҙы төҙәтер, үҫешер өсөн килгәнбеҙ. Беҙ йәшәһен өсөн бында бөтөн шарттар ҙа тыуҙырлған. Ана шул ниғмәттәр өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булырға, йәғни доға, намаҙ ҡылырға тейешбеҙ. Юғиһә беҙҙең урынға быны ситтән килгән халыҡ эшләйәсәк. Һәм Ерҙә доға ҡылыусылар һаны ныҡ кәмеһә, Ахырызаман етәсәк...
– Үҙегеҙ намаҙ уҡыйһығыҙмы?
– Булдыра алғанса, хәлемдән килгәнсә уҡыйым. Йома намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырышам.
Берәүҙәр әйтә, мин араҡы эсәм, шуға намаҙ уҡымайым, ти. Был да дөрөҫ түгел. Иң беренсе сиратта, теге донъяла һинән намаҙың бармы тип һораясаҡтар. Араҡы эстеңме-юҡмы тип түгел… Байрамдарҙа мин дә дуҫтар менән һирәк-мирәк ултырып алам. Әммә был намаҙ ҡылырға тейеш түгелмен тигәнде аңлатмай бит. Уныһы өсөн айырым яуап бирермен. Ә инде әгәр ҙә кеше эсеүен ташларға теләй икән, ул яйлап мәсеткә йөрөй башларға тейеш. Унда барып, үҙенә ихлас мөнәсәбәт күрһә, яйлап-яйлап кеше насар ғәҙәтенән ҡотола ала. Ҡаты талаптар ҡуйып, биш намаҙҙы мотлаҡ уҡырға кәрәк, башлағас ташларға ярамай, юғиһә тамуҡта янасаҡһың, тип кешене ҡурҡытырға кәрәкмәй. Ниәте бар икән, ул яйлап булһа ла намаҙын уҡый башлаясаҡ.
Ә хәмергә килгәндә инде, ул эсемлектәрҙең хәҙер бөтөнләй сифаты юҡ. Спирттың күп өлөшөн Ҡытайҙан ташыйҙар. Ә уны нимәнән эшләгәндәрен белгегеҙ килһә, интернеттан ҡарағыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа эсеү бөтөнләй кәрәкмәй. Беҙ былай ҙа бик аҙ. Артыу урынына беҙ үҙ теләгебеҙ менән, үҙ аҡсабыҙға үҙебеҙҙе үҙебеҙ үлтерәбеҙ. Хәмер ҡолона әйләнгән милләттәштәребеҙ күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Шуныһы ҡыуандыра, хәҙер йәштәрҙең күбеһе эсмәй. Уларҙа был күренеш русса әйтмешләй «не модно».
– Тормоштан төңөлөп, йәшәүҙән йәм тапмай киткән саҡтарығыҙ буламы?
– Тормоштан төңөлгән саҡтарым юҡ. Ә бына күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп алыу һәр кемдә лә була торғандыр. Әммә бер ваҡытта ла күңелһеҙ уйҙарға бирелеп, үҙ-үҙеңә бикләнеү ярамай. Шул сәбәпле, ҡайһы бер кешеләр үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡуя. Нимә һөйләй был тип диндарҙар, бәлки, мине әрләр, әммә Аллаһы Тәғәлә Йыһанда миллиардлаған планета булдырған икән, кеше бер генә тапҡыр йәшәйҙер ҙә Ахырызаман килгәнен көтөп яталыр тип уйламайым. Беҙ Ергә ҡабат-ҡабат тыуабыҙ. Ерҙә түгел икән, башҡа планеталарҙа яралабыҙ. Беҙҙең киләһе яралмышыбыҙ әлеге тормош рәүешебеҙгә ныҡ бәйле. Һәм бөгөнгө хәлебеҙ беҙҙең өсөн иң хәйерлеһе. Шуға шөкөр итә белергә һәм тағы ла яҡшыраҡҡа ынтылырға кәрәк. Йәшәүҙән төңөлөп, үҙ-үҙеңә ҡул һалаһың икән, һин киләһе тормошта ошонан да түбәнерәк шарттарҙа көн күрәсәкһеңдер, әлеге кимәлеңде һаҡлап ҡала алмаясаҡһыңдыр, башҡа планетала йәки йәшәү шарттары насар булған Ерҙең икенсе ҡитғаһында тыуаһыңдыр тип уйлайым. Сөнки йән – ул мәңгелек. Яңы тыуған сабыйҙарға күҙ һалһаң да, уларҙың ни тиклем аҡыллы икәнлеген, һәр ҡайһыһының үҙ холҡо бар икәнлеген аңлайһың. Сөнки улар алдағы тормоштарынан ҡалған һәләттәре, аҡылдары менән ярала. Әммә ике-өс йәштәр тирәһендә уларҙың белгәндәре юйыла, юҡҡа сыға башлай. Бала тормош юлын өр-яңынан башлай. Әммә алдағы ғүмеренән килгән һәләттәре үҙе менан ҡала. Минең дә ошо музыкаға булған ҡыҙыҡһыныуым, бала саҡтан көйҙө, аккоррдтарҙы тойоуым үткән тормошом менән бәйлелер тип уйлайым. Сөнки бәләкәй саҡта быны ҡайҙан беләм һуң әле мин тип аптырағанымды иҫләйем.
– Шундай фәлсәфәләргә йыш биреләһегеҙме?
– Булғылай... һәм был фәлсәфәлә дөрөҫлөк барына ышанам. Ә инде кемдер Хоҙайҙың барлығына инанып бөтмәй икән, уларға былай тиер инем. Һәр хәлдә тыйылғандан тыйылып, Алалаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәргә тырышып йәшәгеҙ. Бына мин бер мәлде интернетта һағыҙҙы ергә ташламағыҙ, сөнки уны йотҡан ҡоштар ҡот осҡос ыҙа сигеп үлә тигән мәғлүмәтте күреп ҡалдым да, шул көндән һағыҙҙарымды теләһә ҡайҙа ташламайым. «Бәйләнештә» селтәренә лә һалдым ул яҙманы. Уның дөрөҫмө, түгелме икәне билдәһеҙ. Уныһы мөһим дә түгел. Дөрөҫ булһа – ҡоштар иҫән ҡаласаҡ, юҡ хәбәр икән, сүп-сар әҙерәк буласаҡ. Ана шуның кеүек Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп йәшәһәгеҙ, һеҙ үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла зыян килтермәйәсәкһегеҙ. Әгәр ҙә изге китаптарҙа әйтелгәндәр хаҡ булһа, отасаҡһығыҙ ғына. Ә хаҡ булмаһа, һеҙ бит бер нәмә лә юғалтмаясаҡһығыҙ. Һис юғы, башҡалар һеҙҙең хаҡта был әҙәм яҡшы кеше булды, ерҙә матур итеп йәшәне тип әйтәсәк. Әммә!!! Аллаһ юҡ, мин уның барлығына ышанмайым, нисек теләйем шулай йәшәйем, миңә барыбер тип ғүмер кисереп, үлгәндән һуң Аллаһы Тәғәләнең, теге донъяның барлығы асыҡланһа, унда, русса әйтмешләй, «вы потеряете ВСЕ!»
– Ирек ағай, йырҙарығыҙҙан айырылып булмаған кеүек, һөйләгәнегеҙҙе тыңлау ҙа үҙе бер кинәнес икән... Һеҙҙең кеүек моң тип йән атҡан, шул моңдо тамашасыға бүләк итеп, уларҙың күңелендә матур хис-тойғолар уятҡан кешеләр барҙа, Еребеҙ әйләнеүҙән туҡтамаҫ ул... Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт! Һау-сәләмәт булығыҙ!
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: yachtpark-ptz.ru
https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2025-05-03/mo-uny-merlek-hyyalyna-tormoshono-m-n-en-erelg-n-4222253