-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2025, 12:40

Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?..

- Кондуктор булып эшләйем, көн һайын эргәмдән йөҙҙәрсә, хатта меңдәрсә кеше үтә, һәр ҡайһыһының үҙ холҡо, тормошо. Тик ҡайһы бер пассажирҙар беҙгә ҡарата мыҫҡыллы, зәһәр һүҙҙәр яуҙырырға бер ҙә ҡыйынһынмай. Ә бер ҡараһаң, улар кеүек, мин дә эштә һаналам бит.

Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?..
Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?..

Ошо көндәрҙә - һуңғы рейста, автобусҡа ике ҡыҙ инеп ултырҙы. Бер нисә минуттан улар янына барам һәм үҙемә ҡарата, асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, бик ҡаты һүгенеү һүҙҙәре ишетәм. Баҡтиһәң, уларға тыныс ҡына һыра эсергә, чипсы ашарға ҡамасаулағанмын икән. Имеш, һуңыраҡ килергә лә мөмкин булған. Уларҙы минең үҙ вазифамды үтәргә тырышыуым бөтөнләй уңайһыҙландырманы. Билет биреп, киҫәтеү яһаным да ситкә киттем, һуңынан үҙем хаҡында әллә күрме “яғымлы” һүҙҙәр тыңларға мәбүр булдым.

Был ҡыҙҙар минән ҡайһы яғы менән артыҡ һуң? Ни өсөн хәҙер кеше бер-береһен юҡҡа ғына рәнйетергә тора? Кондуктор, һатыусы йәки хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенең теләһә ҡайһы бер хеҙмәткәре ошондай мөнәсәбәткә лайыҡмы ни? Ошондай һорауҙар мейемде гел быраулай.

Ашап-эсеп, туйып, сүп өйөмө ҡалдырып, тегеләр үҙҙәренә кәрәкле туҡталышта сыҡты, автобус ишеге ябылғанда ла миңә ҡарата яуған йәмһеҙ һүҙҙәр бик асыҡ ишетелде. Үҙем өсөн уңайһыҙ, улар өсөн оят булды. Буласаҡ әсәйҙәр, кемгәлер ҡатын. Кемгәлер килен буласаҡ та бит әле былар...

Фото: социаль селтәрҙән

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас