Ана, сибәрлеге менән генә түгел, ихлас йылмайыуы менән барса халыҡты үҙенә йәлеп иткән шөһрәтле актриса Мәйсәрә Әхмәтовна тора. Әхирәте уныһын һораша, быныһын.
- Балалар нисек, ҡайҙа?
- Былай һәйбәттәр.
- Улың ҡайтып-китеп йөрөйҙөр?
- Бергә йәшәйбеҙ бит.
- Нисек инде бергә? Ырымбурҙа ине түгелме ни?
- Килен менән айырылыштылар бит.
- Бәй, нимә булды, бик матур йәшәп ятҡандары һымаҡ ине лә.
- Ҡуй инде, килендән уңманыҡ, Эй. Шул килен эшләмәй тип барҙы инде. Хәҙер күп ирҙәр эшләмәй инде ул, бер ул ғына эшләмәйҙер шул. Хәҙер эшләргә йүнле эше бармы ни
- Хәҙер ейәнең дә үҫкәндер инде…
- Үҫте генә тиһеңме, өйләнде, кисә генә никах уҡыттыҡ.
- Ҡалай шәп булған! Егеттәрҙең үҙ ваҡытында башлы-күҙле булғаны арыу, –әхирәте ҡыуанысын белдерергә ашыҡты.
- Ә улар ҡайҙа йәшәй?
– Миндә… - Мәйсәрә Әхтәмовна күңелһеҙ генә яуапланы ла ҡулын һелтәне.
- Ҡуй инде, ҡуй, әхирәт. Уларын да килен һыйҙырманы, ғазраил. - Бая ғына йөҙө айҙай балҡып торған ханымдың хатта күҙ йәштәре килеп сыҡты. Унан ике-өс урында түңәрәктәр алып барыуы, үҙе аш бүлмәһендә йоҡлап йөрөүе хаҡында һөйләне ул.
- Шуға ла йәнем көйөп, әлегә бәпес тип ҡабаланмағыҙ, тәүҙә эш табығыҙ, – тинем әле.
Октябрь башы. Тәбиғәттең алтын кеүек мәле. Халыҡ театрҙы асыу миҙгеленә йыйылған. Тамашаны алып барыусы ҡыҙ йәйге осорҙағы яңылыҡтар менән таныштырҙы: кем ниндәй исем алған, кем ишен тапҡан. Унан залдағыларға ҡарап:
- Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙең арала сәнғәт алиһәһе Мәйсәрә Әхтәмовнан да бәхетле кеше юҡтыр, - тине. – Ул күптән түгел генә ҡарт өләсәй булды. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Мәйсәрә Әхтәмовна! -Шөһрәтле актрисаға баҙрап торған гөлләмә килтереп тотторҙолар.
Шуны ғына көткән ихлас тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. Иң алғы рәттә ултырған актриса урынынан ҡалҡынды ла, балҡып-йылмайып, ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп, залдағыларға баш эйҙе. Был мәлдә уның күңелендә ниндәй уй-тойғолар сыуалғанын бер кем дә белмәй ине. Актриса ҡулындағы сәскәләрҙең иҙәнгә төшөп киткәнен дә һиҙмәне.
https://shonkar.com/articles/culture/2024-05-10/leg-b-pes-tip-abalanma-y-3761146