- Ярар, - ти ҡарт, - әйт теләгеңде.
- Донъялағы иң шәп машинала йөрөгөм килә.
Ҡарт тоҡсайынан машинаның асҡысын сығарып бирә. Ә кеше ҡартты өйөнә бикләп сығып китә. Бер аҙнанан ҡайтып, ҡартты әрләргә тотона:
- Һин мине алдағанһың. Минеке кеүек ҙур һәм матур машиналар урам тулы. Миңә бер кем дә иғтибар итмәй.
- Ни кәрәк һуң һиңә?
- Миңә күп аҡса кәрәк.
Ҡарт тоҡсайынан чек сығарып бирә. Теге кеше өйөн бикләп, йәнә сығып китә. Аҙна үткәс, тағы асыуланып ҡайта:
- Һин мине алдағанһың. Мин баҙарҙа йөрөп, йәнем теләгәнде һатып алдым. Ләкин башҡа кешеләр ҙә шул уҡ әйберҙәрҙе һатып алды.
- Ни теләйһең?
- Донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙ минеке булһын, - ти кеше һәм ҡартты бикләп, тағы ла сығып китә. Бер аҙнанан һуң ҡайтып, йәнә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә:
- Иң гүзәл ҡатын-ҡыҙ өсөн барыһын да эшләргә әҙер булдым. Ә уға аҡсам ғына кәрәк булған икән.
- Һин өс теләк әйттең, ләкин теләгәндәреңде һораманың, - ти ҡарт.
- Нисек инде улай?
- Һин машина һораның, ә ысынында хөрмәт теләнең, аҡса һораның, тик үҙаллылыҡ теләнең, ҡатын-ҡыҙ һораның, ләкин мөхәббәт теләнең. Хөрмәт, үҙаллылыҡ һәм мөхәббәтте мин һиңә бирә алмайым. Уларҙы кешеләр үҙҙәре яулап ала. Хәҙер мин китәм.
- Мин һине ебәрмәйем, - ти кеше.
- Мин теләгән ваҡытта китә ала инем.
- Ни өсөн китмәй, теләктәремде үтәнең һуң?
- Бер ай ял итеп алырға теләгәйнем, ялым бөттө, - ти ҙә ҡарт, тоҡсайына инеп юҡ була.
Фото: cugms.ru
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7082