Өйҙә алфавит өйрәтеп маташам. Хәрефтең ҙуры бәләкәсе була тием. Минән уҙып китеп һөйләй. Быныһы әсәһе, быныһы бәпесе ти хәрефтәрҙе. Ярай, шулай булһын ти. Һүҙ башында яҙылмаған хәрефтәргә барып төртөлгәс аптырашта ҡалды. Быларҙың әсәләре ҡайҙа ти миңә ҡарап. Улар әсәйһеҙ, һүҙ уртаһында йә аҙағында ғына эйәреп йөрөй тием. Уйлана бирҙе лә үтте китте кеүек булды. Бер көнө икенсе алфавит һөйрәп сығарған. Үҙе ҡыуана. Әсәй, бында тегеләрҙең (ң, ҫ, ъ, ь, һ.б) дә әсәләре бар ул, ти. Ҡараһам, ысынлап та парлы яҙылған улар. Әйтерһең дә аҙашҡан әсә-балаларҙы табыштырғанмы ни, эй кинәнә генә!
Үҙе әсәйһеҙ бәпәй булмай тине лә, тигән була минең "хатамды" фашлағандай.
Бер көнө "охотаға" сығып киткән ата бесәйҙе эҙләтеп бер итте. Әйҙә, эҙләйек, әсәһе илай бит ти ҙә ҡуя. Аптырағас фонарик тотоп (эңер ине), кәбән тирәһендәге эҙҙәрҙе изучать иткән булдым. Ҡалайтаң, бала ыңғайына бала булына.
Ағаһы телевизорға аңшайған арала дневнигына мин булып имза ҡуйып та өлгөргән. Апайығыҙ әрләмәҫ, әсәй бушамай бит ти ишеү.
(Өлкән ағаһының зачеткаһына йывырҙатып яҙғаны ла һаман ята әле ул).
Тас минең һымаҡ итеп "С" яҙған да, ҡойроғон өйрөлтөп төшөргән, суҡынсыҡ! Өйрәтһәм, билләһи, шулайтып яҙмаҫ ине әле!
Ә бер көнө минең телефонды алып "новости" ҡарап ташлаған.
- Быны ошайтып үлтергәндәрме? - тигәненә терт итеп ҡалып эргәһенә барҙым.
Төркмәндәге һыйырҙарҙы машинаға тейәгәндәге фотоға юлыҡҡан икән.
Ауырыған бит, тием.
- Ауырыһа укыл һалып була ла инде ивет?! - ти.
Бала телендә лә дөрөҫлөк сағылып ҡала. Эйе, ауырыуҙы дауалап була ла ул, йыш ҡына ҡул һелтәү бар шул ул беҙҙә.
Ҡыҫҡаһы, балалы өйҙә ғәйбәт юҡ тигәндәй, күңелһеҙләнеүгә урын аҙ беҙҙә. Аллаға шөкөр!
Көңгөр-ҡаңғыр, Яңы йыл, Ҡыш бабай килеүен көтәбеҙ.
Миңзәлә Сирғәлина.