-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ғинуар , 13:45

ҺҺӘӘӘӘӘПП - ШИИИИИ !!!!

Бер бала саҡ хәтирәһе иҫкә төштө. Бала саҡта ҡыштарҙың һыуыҡ булғанын иҫләмәйем, әммә бурандары көсө күҙ алдында. Һыуыҡ та булғандыр инде, беҙ балалыҡ менән йылы тойғанбыҙҙыр, тәҙрәләр ҡыш йылы булһа ап аҡ булып туңмаҫтар ине. Бер тәҙрәнең эске ҡаты булманы. Шул тәҙрә ҡыш бөткәнсе ҡалын боҙ аҫтында булыр ине. Иҫләйһегеҙҙер, йыш ҡына бурандарҙа свит һүнә торғайны. Келәттә кәрәсинле шәм һәр саҡ әҙер генә ултырҙы. Милтәһе бөтөп китһә өләс күҙлекәй таҫтамалдан самалап милтә ҡырҡып ҡыҫтырыр ине. Ә торбалы шәм һирәк инде өйгә.

ҺҺӘӘӘӘӘПП - ШИИИИИ !!!!
ҺҺӘӘӘӘӘПП - ШИИИИИ !!!!

Беҙ, балалар өсөн торбалы шәм ҡыҙығыраҡ. Әсәйҙең шәмгә тейеп ҡуймағыҙ, ҡолатып ебәрмәгеҙ, тигәненә тик тормай торбаға төкөрөп тә өлгөрә инек. Инек тиһәм дә, мин үҙем төкөрә инем ул. Быялаһы сарт итеп сатнай, йә ярылып сыға. Телеңә сәбертмә сыҡһа белерһең әле, тиер инеләр. Нимәгә улайтып зыян эшләгәнмендер инде, хәҙер аптырайым.
Ҡарайып ҡором ултырған торбаны һөртөп, эсенән бау үткәреп, ҡәҙерләп келәткә үргә элеп ҡуя ине әсәй. Ә күрше инәйҙәрҙең өй өрҙөгөндә торбалы шәмдәре һәр саҡ элеүле торор ине. Уларға инһәм күҙем алмай шул торбаны ҡарай торғайным. Торбаның өҫкө яғында тәрилкә һымаҡ тимере лә бар. Уларҙыҡына ҡарағанда беҙҙең шәм күпкә пүстәгерәк ине шул)))
Свит һүнә. Теге туң тәҙрәне бармаҡ менән иретеп "бинокль" һымаҡ нәмә яһап, шунан әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөп ултырыр инек. Йә булмаһа йәшенмеш уйнайбыҙ. Ҡараңғыла ҡыҙығыраҡ та ул, әҙерәк шөрләтә лә. Һәр мөйөш шомло шул ҡараңғыла. Ағай йәшенеп мин таба алмай илаған саҡтар ҙа булманы түгел. Уйҙамаған ерҙән, дивандың һөйәнгесе аҫтынан, йә ҡорған артынан килеп сыҡһа, ҡыуанысым сиктән аша ине.
Буран тәҙрә ҡапҡастарын ҡаҡҡылап, мөрйәне һыҙғыртып дулаған саҡтарында ҡуҙлы мейескә текләп ултырыу ҡыҙыҡ ине. Беҙҙе, тик тормаҫ балаларҙы, шулай әүрәткәндер инде әсәй.
Берәйһебеҙ бышҡырып ебәрһә, әйҙә һәпши әйтешәйек тип ҡара ҡаршы әйтеш башлай инек.
Моғайын бер беҙ генә белмәгәнбеҙҙер ул әйтеште, һеҙ ҙә ишеткәнегеҙ, йә әйтешкәнегеҙ ҙә булғандыр.
Әле бәләкәй улым туҡтай алмай бышҡыра башлағайны шул әйтеш иҫкә төштө. Әйҙәгеҙ, булмаһа төркөм эсендә һәпши әйтешеп алайыҡтар)))

Ҡағиҙә былайыраҡ.

Мин әйтәм:

-Һәп-ши, сумаҙан!
Әбей битен йыумаған!

Һеҙ әйтәгеҙ :
(мәҫәлән)

-Әбей битен йыуыр ине,
Ҡумғандары булмаған!

Башҡалар дауам итә:
(мәҫәлән)
-Ҡумғандары булыр ине,
Заводтары булмаған!

Шулай дауам итә.

Бит йыумауға бәйләнгән әллә күпме сәбәпте барлап, ҡыҙығына көлөп туҡтап ҡуйылыр ине. Бер яҡтан ваҡыт уҙһа, икенсе яҡтан һүҙ байлығын һелкетеп ҡарарға шәп булған.
Тышта буран юҡ, свит тә һүнмәгән, мейестә ҡуҙ ҙа шаурамай, шулай ҙа, тел сарлап ҡарайыҡ әле.
Киттек!

ҺҺӘӘӘӘӘПП - ШИИИИИ !!!!

Фото: photoforum.ru

Сығанаҡ: https://vk.com/club176308108

Автор:
Читайте нас