Ашығып сығып киткән ағайҙың һуңғы һүҙҙәре ҡаты итеп ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡала. Бүлмәлә икәү генә тороп ҡалғас, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, апайға өндәшәм:
- Үкенәһегеҙме?
- Ошондай бай, эшлекле кешенең йәре булмағанғамы?
Уның был һорауын яуапһыҙ ҡалдырам.
- Ғүмерем буйы ыҙаланып йәшәнем йәшәүен. Етешһеҙ тормош, эскесе ир үҙәгемә үтте. Хәйер, барыһы ла артта ҡалды инде. Ҡалай булһа ла…йәшәлде, һылыу.
- Үкенәһегеҙ, тимәк?
- Анау һүҙен һуңлап ишетеүемә генә үкенәм. – Күҙ йәштәрен йәшерергә теләптер, ул миңә арты менән боролоп баҫа.
- Ниндәй һүҙен?
- Мин яраттым һине, тине бит. Ҡайһылай һуңлап әйтте! Шуныһы үкенес!...
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.