-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль , 11:30

Батыр йөрәкле ҡыҙ

Элекке яуҙа ла шайморатовсы Шәйхетдин апаның: "Украина далаларында аттар, йәш кенә ҡыҙҙар тәгәрәгәнен күреүе үтә йәл ине..." тигәне хәтергә төшә, тип комментарий яҙғайны Лилиә хаҡында мәғлүмәтем баҫылғас бер апай. Әле лә яуҙан ялға ҡайтҡан йәш егеттәрҙең: “Ҡашыҡҡа һалып йотмалы ҡыҙҙарҙың үлеп ятыуын күреүе аяныс”, – тиеүҙәре тетрәтә. Һуғыш кемгә лә аяуһыҙ. Йәшен дә, ҡартын да, ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, хайуандарҙы ла йәлләмәй. Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр "Шул йырҙы башҡарған ҡыҙ ике аҙна элек МХО-ла мәрхүмә булған, шәфҡәт туташы ине, ике балаһы ҡалған", – тигән яҙмаһын уҡығас, видеоны асып ҡарай ҡуйҙым. Йәш кенә ҡатынды йәлләп йөрәгем өҙөлдө. Ысынлап ул йырлаған микән тигән уй тыуҙы.

Батыр йөрәкле ҡыҙ
Батыр йөрәкле ҡыҙ

Кем йырлағаны тиҙ асыҡланды – йәш, талантлы йырсы Ҡәҙриә Зөбәйерова. Дөрөҫөрәге, йырсы табылғансы ижад емеше яһалма аҡыл тауышы менән таралып өлгөрә. Аҙаҡ йырҙы Ҡәҙриә ала һәм уның башҡарыуында авторлыҡ теркәлеүе үтә.  Ә уны ижад итеүсе Зәкирә Ғәниева булып сыҡты. Ул бына нимә тип яуап бирҙе: "Йырҙың авторы – мин, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙҙым, 2023 йылда ижад иткән шиғырым, сәхифәмдә лә бар, ап-асыҡ күренеп тора. Ә шәфҡәт туташы хаҡында хәбәрҙар түгелмен, кемдер видео йыйып, минең йырымды ҡуйып һалған. Миңә лә килеп етте ул, һорауҙар яуҙыралар, аңлатып яуап яҙып арып бөттөм инде", – тине ул. Зәкирә Ғәниеваны һәм Ҡәҙриә Зөбәйерованы матур йыр ижад итеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Шәфҡәт туташының да шәхесен асыҡланыҡ. Ул Саҡмағош районы Саҡмағош ауылы һылыуы Лилиә Финат ҡыҙы Фазлиәхмәтова булып сыҡты. Үкенескә күрә, яугир ҡатын, ысынлап та, МХО-ла һәләк булған. Ике балаһы ҡалған тигәне лә дөрөҫ.
Видеоны "Плетем za Победу" төркөмөн алып барыусы Эльвира Даянова эшләгән. "Матур йыр аша уның тормошон һәм күңел яраһын асырға теләгәйнем", – тине ул, Лилиә хаҡында һорашҡас. Мәрхүмәнең ата-әсәһенең, балаларының, туғандарының ҡайғыларында сабырлыҡ теләйбеҙ. Лилиә хаҡында ентекләберәк яҙырға теләп, уның әсәһе Фәнзилә апайға мөрәжәғәт иттек.

“Әсәйең һине күктәрҙән күҙәтә...”

–Эй Аллаҡайым, балаҡай. Күпте кисергән, күпте күргән күҙ ҡараштары йөрәкте өтә, – тип уның һылыулығына һоҡландылар, Лилиәнең фотоларын һалғас. 1987  йылдың 23 июнендә тыуа Лилиә. 9-сы кластан һуң ашнаҡсылар әҙерләү училищеһында, юридик техникумда, Өфө медицина колледжында уҡый. Өфө дауаханаһында эшләй. Башта Ангелина ҡыҙы, аҙаҡ, тәүге ире Альберт үлгәс,  икенсе никахтан Тимур Фәрхәт улы тыуа. Әммә улар икенсе ире менән бергә йәшәмәйҙәр. Лилиәнең балалары Саҡмағоштағы 2-се мәктәптә белем ала. Ангелина 9-сы, ә Тимур 2-се класта уҡый.

2024 йылдың 5 авгусында контракт төҙөп киткән Лилиә 2 йыл да 5 ай МХО биләмәһендә була. Шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. “Әллә ниңә шунда барғыһы килде. Әхирәте унда ине, һөйләштеләр ҙә беҙҙән рөхсәт һораны. Ике балаһын атаһы менән алып ҡалдыҡ. Үҙе Саҡмағоштан фатир һатып алды, балалары менән айырым тора башлағайнылар”, – ти Фәнзилә апай.

Лилиә илдә барған ваҡиғаларға битараф ҡала алмай. Үҙ күҙҙәре менән барып, күреп йөрөп ҡайҡыһы килә. Кешелекле, кеше йәнле була ул. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында әсәһенә ундағы хәлдәр хаҡында бик һөйләп тә бармай, мөмкин тиклем ярҙам итеп, эштәрен бөтөрөп китергә тырыша. Әсәһе лә ҡыҙынан ундағы хәлдәрҙе бик тәфсирләп һорашырға йөрьәт итмәй. Лилиәнең алғы һыҙыҡта, блиндажда йәшәүен белә. “Күберәк документтар менән ултырам, яҙыуым матур булғас”, – тип әйткәнен асыҡ хәтерләй әсәй кеше. – Өс тапҡыр ҡайтып китте. Һуңғыһы үткән йылдың 19 октябрендә оҙаттыҡ. Киткәндә лә бик айырылғыһы килмәне, әммә оҙаҡ тормаҫмын, ҡайтырмын, тип хушлашты. Арығанлығын әйтте.  Кем белһен был бәхилләшеүе булырын? Яңы йылдан һуң бөтөнләйгә ҡайтырға тип ниәтләнгәйне лә бит, – ти әсәһе.

Лилиәнең Рөстәм, Вадим исемле бер туған ағайҙары бар. Икеһе лә ғаиләле, “Транснефть” компанияһында хеҙмәт итә. Лилиәнең әсәһе 1955 йылғы. Хаҡлы ялға сыҡҡансы атаһы менән икәүләп Саҡмағоштағы Гидравлика заводының филиалында эшләйҙәр.

–Лилиәнең һәләк булғанын балаларыбыҙ хәбәр итте. Табутты астырманылар. Йөҙө күренеп ята ине, – ти Фәнзилә апай.

–Нисек сибек кенә ҡыҙыҡай 200-ҙәрҙе, 300-ҙәрҙе яу яланынан һөйрәп сығара алды икән? - тигән һорауға әсәһе ҡыҙының физик яҡтан бик көслө, эшкә шәп, уңған булыуын белдерҙе.

– Фотоларҙа үтә ябыҡ күренһә лә, ул кәүҙәгә таҙа ине, бер эштән дә йөҙ барманы. Иң мөһиме иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, балаларын үҙе  ҡараһын, тип теләнек, әммә бер ҙә үлер тип уйламаныҡ, –ти Фәнзилә апай.

Лилиәнең ҡыҙына аң кергән, уға ауыр, ә 8 йәшлек улы әсәһен юҡһынып, “ҡәберенә хат яҙып һалһам, ул уҡыр микән?” – тигән һорауҙарына нисек яуап бирергә белмәй улар. “Ул һине күреп, ишетеп, күктән ҡарап тора, теләһәң, уға һөйлә”, – тип әйтәбеҙ, ти өләсәй.

Лилиә менән һуңғы бәйләнеш 29 октябрҙә була. 30 октябрь ватсапҡа кереүен күрә. Берәр аҙналап хәбәрләшмәй торған ваҡыттары булғас, сабыр көтә әсәй. Был хәлде улы менән дә бүлешкәс, ағаһы ла сабыр итәйек әле, ти. 3 ноябрь Рөстәм ағаһы һеңлеһенә бәйләнешкә сығыуын һорап, борсолоп яҙған хәбәрен инде ҡатын уҡымай.

30 ноябрҙә һәләк булған Лилиәне, Белогоровка ҡасабаһынан алып ҡайтып, 11 декабрҙә ер ҡуйынына тапшыралар...  

–Йәшәлмәгән ғүмере йәл – 38 йәшендә генә өҙөлдө. Матур ине ҡыҙым. Унда-бында ашап йөрөп, ашҡаҙаны ла бөткәндер инде. Һаулығына ла зарлана ине. Ватсапта күп яҙалар миңә. Һөйләшергә кәйефем дә юҡ, һеҙгә нисектер асылдым. Күрше-күләндәр ҙә яратты Лилиәне. Ҡыҙы Ангелина сәсе менән булаша ине. Туған телебеҙҙә һөйләште, беҙҙең ғаилә теле – татар теле, балалары ла татарса һөйләшә. Лилиә ҡушылып ҡына йырланы, үҙе йырламаны. Өйҙә булһа, үҙе бешерҙе, аш-һыуға оҫта ине. Табынды гел ул әҙерләне, – ти Лилиәнең әсәһе Фәнзилә Ахун ҡыҙы Фазлиәхмәтова. Атаһы Финат Әхләм улы ҡатынын ҡеүәтләп, дөрөҫләп ултырҙы.

Лилиәнең балалары яҡшы өлгәшә: Ангелина тик “бишле”гә генә, ә Тимур – ударник. Ҡыҙы медицина юлын һайларға теләһә, улы әлегә бәләкәй, юл хәрәкәте полицияһы булам, ти.

Һәр ҡыҙға таныш күңел ярһыуҙары

"Плетем za Победу" төркөмөн алып барыусы Эльвира Даянова Лилиә менән аралашып йәшәүҙәрен, уның шул хәтлем нескә күңелле, изге йән булыуын һөйләне.

–Минең йөклө икәнлегемде белгәс, нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Оҙаҡ ҡына бәпәйгә уҙа алманым шул. Ул ваҡытта Лилиә Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй ине. Әле, Аллаға шөкөр, әсәй булыу бәхетенә ирештем. Лилиәнең балалары йәл, үҙе йәл, – тине Эльвира. Саҡмағошта “Еңеү өсөн МХО яугирҙәренә” тип исемләнгән ҙур хәрәкәт йәйелдерелгән. Маскировка селтәрҙәре генә түгел, алғы һыҙыҡта кәрәкле бөтә төр ярҙамды ла ойоштороп, гуманитар ылауға кәрәкле әйберҙәр туплауҙы ойоштороусы ҙур көс ул Эльвира һылыу етәкләгән төркөм. Улар хаҡында һуңынан ентекләберәк яҙырмын. Эльвира Даяноваға ошо материалды әҙерләүҙәге ярҙамы, асыҡлығы, алсаҡлығы, фотолары, һәм, әлбиттә, барыһын да һиҫкәндерергә мәжбүр иткән видеоһы өсөн рәхмәт белдерәм.

Лилиәнең ағаһы Рөстәм менән һөйләшеү

–Әлегә Лилиәнең һәләк булыуының сәбәбе хаҡында рәсми хәбәр юҡ. Шуға бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, – тине Рөстәм ағаһы. – Ниндәй шарттарҙа, нисек донъя ҡуйыуы  сәбәптәре асыҡлана, шуға имеш-мимешкә юл ҡуймайыҡ. Мин үҙем дә армияла хеҙмәт иткән кеше, күп нәмәне һөйләргә лә ярамайҙыр, тип уны артыҡ һорауҙар менән йонсотманым. Бик ауыр икәнен тоя инем.  Ҡатын-ҡыҙ өсөн блиндажда йәшәү, һуғыш шарттары ниндәй уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын үҙегеҙ ҙә күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Һеңлем 16 июлдә әсәйебеҙҙең 70 йәшлек юбилейына ҡайтып китте. Саҡмағош районының башлығы Реканс Фәнил улы Ямалиевҡа рәхмәтлебеҙ. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы. Яугирҙәргә күп тапҡыр гуманитар ылау илткән Айҙар Насыровҡа ла ҙур рәхмәт. Лилиәнең һәләк булыуы бик ауыр хәл. Әле юҡлығы ныҡлап һиҙелә, үҙәк өҙҙөрөп һағындыра башланы. Башта бит инде “үлде” тигәнде ҡабул итеп тә бөтмәйһең. Атай-әсәйемә ауырға тура килә инде – ике баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит әле. Ярҙамсыл, мөләйем һеңлем һәр ваҡыт күҙ алдында, – тине Рөстәм Финат улы.

Тормошто ярата

Ҡыҙының фотолары аҫтына Лилиә: “Минең бәхетем, минең ҡаным, минең дауамым”, тип йыш ҡына ҡабатлап яҙа. Лилиә Фазлиәхмәтованың социаль селтәрҙәге: “Мин бәхетле кеше! Аллаға шөкөр торор ерем, ашарға ризығым бар, ярата торған кешеләрем, гел минең менән булған, ауыр саҡта ярҙамға килерлек иптәштәрем бар! Сикһеҙ рәхмәтләрем һиңә, Хоҙайым!” – тигәнендә тормошто, кешеләрҙе яратыуы ярылып ята.

Йәшәлмәгән йылдары, йөрөлмәгән юлдары ҡалды Лилиәнең. Әммә ул үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере менән тормошто, кешеләрҙе, тыуған илебеҙҙе һөйөүҙең ни тиклем бөйөк һәм ҡәҙерле булыуын иҫкәртә. Тыныс йоҡла, ҡыҙый! Йәнең йәннәт түрендә булһын!

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайтынан.

 

Батыр йөрәкле ҡыҙ
Батыр йөрәкле ҡыҙ
Батыр йөрәкле ҡыҙ
Автор:
Читайте нас