- Бешкән һуғанды ашай тоғас, тирләп киттем, оялып бөттөм, олатай әйткәс, тәки ашап бөттөм. Ошоно ашап бөтһәң, шешкән аяғың көнө бер йүнәлер, бүтәнсә аяҡ тип йөрөмәҫһең, һыҙлап та ыҙалатмаҫ, тигәйне олатай, ысынлап та, хәҙрәттең әйткәне килде, бүтән бер ваҡытта ла аяғыма зарланманым.
Атайым менән әсәйемдең дә аҙаҡ аптырашып һөйләшкәндәре иҫтә:
- Өшкөргәне лә һиҙелмәне, баланы былай ғына шаяртып ултыра икән тиһәк, ни арала өлгөргәндер, аяҡтан яҙып ҡыбырҙай алмай ултырған ҡыҙыбыҙ, һуғанды ашап бөттө лә һин дә мин эргәһенән тороп йүгерҙе лә китте, бына мөғжизә! "Ҡыуанысыбыҙҙан хәҙрәткә ни алып, ни бирергә белмәнек, - тип һөйләй торғайны улар.
Был хәлдән һуң бер нисә йыл үткәс, әсәйем менән ҡәйнәм Манһыр ауылына барып, хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтенә тағы нығыраҡ инанып ҡайта. Ат егеп алып, тейәлешеп, Темәстән (беҙ ул саҡта Темәстә йәшәй инек) ҡәйнәм, әсәйем, Йәмилә апайым - өсәүләп юлға сығалар. Көн эҫе була. Манһырға килеп еткәнсе аттары ҡара тиргә бата. Хәҙрәткә инергә, ғәҙәттәгесә, сират. "Ҡәйнәм Яңылбикә атыбыҙ µсµн ныҡ ҡына борсолоп уйланып торғанда, ишек асыла ла унда хәҙрәт күренә. Сират торған кешеләр араһынан ҡәйнәмә төртөп күрһәтеп:
- Атың өсөн бик ныҡ хафаланаһың, әйҙә ин, ҡоҙағыйыңды ла, ҡоҙасаңды ла ҡалдырма, - ти.
Өсөһө лә инәләр, күренеп, өшкөрөлөп, тоҙ өшкөртөп алалар.Сығыр саҡта хәҙрәт быларға иҫкәртә:
- Ҡайтып барғанда юлда нимә күрһәгеҙ ҙә артығыҙға боролоп ҡарамағыҙ, ул һеҙҙең ауырыуығыҙ булыр, мин әйткәнде тотмаһағыҙ, ауырыуығыҙ артығыҙан кире эйәрер, - тине.
Ысынлап та, Фәйзуллаға етеп килгәндә былар ҡаршыһына бер ҡыр ҡуяны сабып килеп сыға ла арттарынан төшә, бер килке эйәреп бара. Бәхеткә ҡаршы, хәҙрәттең әйтеүен бөтәһе лә иҫләгән була, бер кем дә артына боролоп ҡарамай. Өсөһө лә ауырыуҙарынан ҡотолоп, ҡыуанып ҡайтып инә.
Кайһы бер килеүселәр араһында хәҙрәт әйткәнде әллә онотоп, әллә иғтибарға алмай, уның ҡушҡанын еренә еткереп башҡармаусылар осрай. Бындай сакта килеүселәр төрлө хәлдәргә тарый: йә аҙашалар, йә кире ауырып китәләр, йә аттары сығынсылай, йә күҙҙәренә нәмә күренә.
Манһырҙан йөрөп ҡайтҡас, әсәйем менән ҡәйнәм хәҙрәттең хикмәттәрен дә, изге эштәрен дә, илаһи көсө барлығын да һөйләп бөтә алманы. Ҡәйнәм: "Минең ҡоҙағый, ҡоҙаса менән килеүемде, атымдың йонсоп, көйһөҙләнеп тороуын ҡайҙан белде икән ул?" - тип хайран ҡалһа, әсәйем йәнлек осораясаҡты әйтеүенә шаҡ ҡата.
- Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән донъяла һирәк осрай торған изге кеше, - тип һығымта яһай улар. - Уйы-хисе кешеләргә тик яҡшылыҡ эшләү. Шуныһы йәл - заманында беҙ был оло йәнле кешенең ҡәҙерен белмәгәнбеҙ. Исмаһам, хәҙер тыуыуына 130 йыл тулғанда, бергәләшеп хәтергә алайыҡ, рухын ҡыуандырайыҡ, киң билдәләп үтәйек!