Атайымдың Герой икәнлеге тураһында миңә Гөлшат Зәйнәшева әйткәйне. «Люция, һинең атайың хыянатсы түгел, ул – Герой», – тип һөйләне илай-илай. Мин Герой ҡыҙы булдым, шул ваҡыттан тормошом ауыр булды. Эшемә аяҡ салыусылар булды. Ауыр йәшәнем. Ҡазанда оҙаҡ йылдар уҡыттым, һуңынан Санкт-Петербургка күсендем, унда йәшәүе тыныс булды, сөнки бер кем дә белмәй.
Олоғайған һайын ҡәҙерле кешемә нығыраҡ оҡшаған һымаҡмын. 1957 йылда мин осраҡлы ғына Андре Тиммерманс менән осраштым. «Һин килеп кергәс, атайың менән оҡшашлыҡҡа шаҡҡаттым», – тип хат яҙған ине һуңынан. Йөҙ менән оҡшаш булыу бер хәл, күңелдән булған хистәр менән дә уға оҡшағанмын тип уйлайым. Мин музыка, кино, театрҙы, китаптар уҡырға яратам.
Сығанаҡ: интертат.