Яуап: зинасы булһынмы, бур булһынмы, эскесеме, тәмәкесеме – бөтәһе лә намаҙ уҡырға һәм ураҙа тоторға тейеш (фарыз).
Тик кафыр кешенең генә намаҙ уҡыу һәм ураҙа тотоу бурысы юҡ.
Ауыр гонаһтар (зина, хәмер һәм башҡаһы) кешенең Ожмахҡа инеүен ҡатмарлаштыра, әммә уның намаҙҙары һәм ураҙаһы уны ҡотҡарырға мөмкин.
Дөрөҫөн әйткәндә, зина ҡылмай, араҡы эсмәй, тәмәке тартмай йәшәп тә, шул уҡ ваҡытта намаҙҙарын да уҡымаған, Рамаҙан ураҙаһын да тотмаған кешенең хәле тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Сөнки ул һәр мосолман өсөн фарыз (мотлаҡ) булған иң мөһим эштәрҙән баш тартҡан.
Әлбиттә, беҙ зина кеүек гонаһтарҙы аҡламайбыҙ. Зинасы был гонаһынан тиҙерәк тәүбә итергә һәм хәләл никах менән тормош ҡорорға тейеш. Әммә ураҙаһын ташламаһын, күрәләтә ураҙанан баш тартыу – тағы ла олораҡ гонаһ.
Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан.
Сығанаҡ: "Башҡорттарға – дин!"