+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апреля , 14:55

НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ

Нимә ул никах?Никах – ир менән ҡатындың бер-береһен яратып, ихласлыҡ менән берҙәм тормош ҡороуы ул.Маҡсат – бәхетле һәм үҙ-ара мөхәббәт, мәрхәмәт менән тулған ысын мосолман ғаиләһен төҙөү, иманлы балалар тәрбиәләп үҫтереү. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Һәм Аллаһ мөғжизәләренән: Ул һеҙгә, улар аша тыныслыҡ табыуығыҙ өсөн, һеҙҙең үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе һәм арағыҙҙа мөхәббәт һәм мәрхәмәтлелек булдырҙы. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә был – асыҡ аят!» («Рум» сүрәһе, 30:21).  

НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕНӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ
НӘҪЕЛ ҺАҠЛАУ — АЛЛАҺ ӘМЕРЕ

Аллаһ Тәғәлә йәнә шулай ти: «Аллаһ һеҙгә үҙегеҙҙән ҡатындар сығарҙы һәм ҡатындарығыҙҙан балалар һәм ейәндәр бирҙе һәм һеҙҙе яҡшы нәмәләр менән ризыҡланы...» (Ҡөрьән, «Бал ҡорто» сүрәһе, 16:72).

Һәм тағы ла: «Арағыҙҙан никахта булмағандарҙы һәм ҡолдарығыҙҙан һәм кәнизәктәрегеҙҙән яҡшыларын өйләндерегеҙ. Әгәр улар ярлы булһа, Аллаһ уларҙы Үҙ йомартлығынан байытыр. Аллаһ – Солғаусы, Белеүсе!» (Ҡөрьән, «Нур» сүрәһе, 24:32).

Никах – кешенең хис-тойғоларын ҡәнәғәтләндереп, тыныслыҡҡа ирешеүҙең иң яҡшы һәм иң тәбиғи сараһы. Никах кешегә гонаһһыҙ тормош алып барырға мөмкинлек бирә.
Никах – нәҫел ҡалдырыу, ырыуҙы үҫтереү юлы. Никахта яуаплылыҡ тойғоһо һәм балаларҙы тәрбиәләү кәрәклеге кешене хеҙмәт итергә һәм үҙ бурыстарын үтәргә этәрә.

Никах - ғаилә тормошон яйға һала һәм бәхетле, бар яҡтан да камил булған йәмғиәт тыуҙыра.

"Ваҡыт!"

https://vk.com/club42590072

Автор:
Читайте нас