+13 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апреля , 07:05

Зөлфирә Ҡарағужина ЗАР Очерк

Быҫҡаҡлап ямғыр яуа... Апрелдең, бәлки, ер ҡарҙан әрселгәндә быйылғы яҙҙың тәүге ямғыры. Туҡтарға уйламағандай был ямғыр. Әйтерһең дә, ҡыш буйы йыйылып ятып, ҡар аҫтынан сыҡҡан бысраҡты, саңды таҙартып, йыуырға тырыша. Аяҡ аҫты батҡаҡҡа әүерелә башланы. Кешеләр ямғырҙың яңы ғына яуа башлауына ҡарамаҫтан, һуҡранғандары бар. Ә миңә тәбиғәттең һәр мәле оҡшай, ерҙең батҡаҡланып ятыуында ла бер йәм, мәғәнә күрәм. Өфөнән төнгә ҡарай ауылға ҡайтып төшкәндә лә, ямғыр үҙ көйөн көйләй ине. Килен яһаған эҫе генә тәмле ауыл сәйен ағай менән бергәләп эсеп ултырғанда, шаңҡытырлыҡ хәбәр ишеттем: Мәйсәрә апай менән Хәмит ағайҙың улы махсус хәрби операцияла һәләк булған, иртәгә оҙаталар... Шул мәл тәҙрә артындағы ямғыр Мәйсәрә апайҙарҙың һәм һөйөклө улдарын, ирҙәрен юғалтҡан бихисап әсәй-атайҙарҙың, кәләштәрҙең ҡайғынан тамған күҙ йәштәре кеүек ишетелеп китте. Шыбыр-шыбыр шыбырлашып күңелдәрендәге зарҙы бушата кеүек, ә ул зар әле ҡапыл ғына бушағандай түгел кеүек. Болоҡһоу уйҙар менән йоҡоға талып, иртәнсәк уянғанда көн аяҙытҡан, салт аяҙ ине.

Зөлфирә Ҡарағужина ЗАР ОчеркЗөлфирә Ҡарағужина ЗАР Очерк
Зөлфирә Ҡарағужина ЗАР Очерк

Ташбулатҡа Илшат ҡустыны оҙатырға Биктимер ағайым, Радик ағай өсәүләп юлландыҡ. Мине улар туғандарҙың ҡайғылы өйҙәренә тиклем алып барып ҡалдырып, үҙҙәре зыяратҡа ҡәбер ҡаҙышырға юлланды. Өй тулы, урам тулы, зыярат тулы халыҡ көс еткеһеҙ ҡайғы кисергән ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашырға килгән. Ҡайғы Хәмитулла Арслан улы һәм Мәйсәрә Мәхмүт ҡыҙы Хафизовтар ғаиләһенә төшкән – өс балаһының өлкәне – ғәзиз улдары Илшат махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Тәбиғи булмышы менән ихлас, тырыш, ярҙамсыл, тыйнаҡ Илшат Ташбулат урта мәктәбен тамамлағас, Өфөләге урман техникумында уҡый. Ил алдындағы бурысын Хабаровскиҙа үтә һәм хәрби хеҙмәтте тамамлағас, шунда уҡ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, танк ғәсҡәрҙәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡала. Ун йыл хеҙмәт итеү осоронда Илшат Хәмитулла улы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, өлгөлө хеҙмәт итә: танкты йөрөтөү буйынса инструктор булып башлай, артабан өлкән сержант вазифаһында взвод командиры урынбаҫары була. 2025 йылдың июль айында махсус хәрби операцияға юллана, Запорожье йүнәлешендә мотоуҡсылар дивизияһында яуҙа ҡатнаша. Һуңғы хәрби заданиены үтәгәндә Илшат Хафизов ҡаһармандарса һәләк була.
Былтыр Илшаттың класташтар менән осрашыуға, мәктәпте тамамлауҙарына 10 йыл тулыу айҡанлы тыуған ауылына ҡайтып китеүе – класташтары, уҡытыусылары ғына түгел, ата-әсәһе, туғандары менән дә һуңғы күрешеүе була. Аяуһыҙ ысынбарлыҡ бер йылдан һуң тағы күрештерә, тик инде Илшатты һуңғы юлға оҙатыу өсөн. Ә оҙатырға килгән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ ине.. .
Үҙе тыуып үҫкән өйҙөң түрендә бер төн ҡунған Илшат ҡусты мәрхүмдең рухына арнап “Солтанмәхмүт” мәсетенең имам-хатибы Әхтәм ағай Ғарипов аят-доғаларын уҡып, тәһел әйткәс, оҙатыуҙың рәсми өлөшө урамда ҡапҡа алдында дауам итте. Хушлашыуҙы “Хәрби Туғанлыҡ” ойошмаһы егеттәре ярҙамы менән райондың хәрби комиссариатынан Максим Валентинович Гребенщиков алып барҙы. Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Данил Хәмит улы Ҡараҡаев ҡатнашты, район хакимиәте исеменән район советы секретары Руслан Ғөзәйер улы Хәлилов, мәктәп директоры Басир Шаһиморат улы Зәйтүнов, класс етәксеһе Рәмилә Нәҡип ҡыҙы Фәйезова, класташтары исеменән Арслан Шаһимгәрәев, әсәһенең класташтары исеменән Гөлсинә Йәнйегетова телмәр тотто. Миңә туғандары исеменән һүҙ әйтергә һоранылар.
Ошо урында Илшаттың ике яҡтан да туғандары тураһында ҡыҫҡаса яҙып үтәйем.
Илшат ҡустының әсәһе Мәйсәрә апай “Яҡтыкүл” санаторийында эшләй, атаһы Хәмитулла ағай әле хаҡлы ялда, әммә ул Ер кешеһе булараҡ (оҙаҡ йылдар алдынғы механизатор була, ферма мөдире булып эшләй), әле лә яҙ, йәй, көҙҙәрен колхозға баҫыуҙарҙағы миҙгел эштәренә ярҙамға сыға. Икеһе лә эшһөйөүсән ғаиләлә үҫкәнгә, балаларын да хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерә. Мәхмүт олатаһы (әсәһе Мәйсәрә апайҙың атаһы) яғынан моҙғалар араһына (Ҡарағужа заты) ҡарай. Шәжәрәһендә Данияр ишан, Солтанмәхмүт Юлдаши, Ғәлләметдин хажи, Шәмсетдин хәҙрәт кеүек һәм башҡа дин әһелдәре, уҡымышлылар бар.
Әсәһенең бер туғандары белем алырға ынтылып, донъя көтөргә тырышып торған ҡыҙҙар. Өләсәһе Зөһрә еңгә уларҙы Мәхмүт ағай үлеп киткәс, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итте, белем алырға ярҙам итте. Ә атаһы Хәмитулла ағай яғынан Илшат шулай уҡ хеҙмәт яратҡан, ерҙе һөйгән, сәнғәткә ғашиҡ, дан итеп донъя көткән заттан. Атаһының бер туған апайы Мөнирә Арслан ҡыҙы Хафизова – ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Ә олатаһы Арслан Сәйфелмөлөк улы Хафизов (Хәмитулла ағайҙың атаһы) Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған механизаторы исеменә лайыҡ була. Бына шундай аҫыл заттың аҫыл улы ине Илшат ҡусты.
Хушлашыуҙың рәсми өлөшө тамамланғас, халыҡ ағымы батыр улын оҙатып зыяратҡа юлланды. Араларында Мәйсәрә апайҙың, Хәмитулла ағайҙың төрлө тарафтан килгән туғандарынан тыш, улдары ошо уҡ яҙмышҡа дусар булған яугир әсәйҙәре бар. Уларҙың да был мәлдә ҡайғылары яңыра, бына инде нисәмә тапҡыр ҡабаттан кисерә улар улдарын ер ҡуйынына һалған мәлде. Яңы ғына ҡайғыға дусар булған әсәйгә терәк булыр өсөн килгәндәр. Әсәйҙәрҙең үҙ-ара һөйләшеүҙәре ишетелә: “Кисәге туҡтамай ямғыр яуғайны, бөгөн көн ҡалай аяҙып китте”. “Эйе шул, тәбиғәттең хикмәте был”. “Минең улымды ҡуйғанда ла көн матур булып торҙо ла, ҡуйып ҡайткандан һуң төндә ҡойоп ямғыр яуа башланы. Баламдың ҡәберенә һыу төшә инде, өҫтөн барып ҡаплайым микән әллә, тип төндә әллә нисә тапҡыр барырға уҡталдым..." "Хәҙер ир-ат зыяраттан сыҡкас, улым эргәһенә инеп ҡайтам әле...”
Ямғырҙар ҡойоп та, быҫҡаҡлап та яуып торһон, ләйсән ямғырҙары ла, йәшенле ямғырҙар ҙа яуһын, тик ул ямғырҙар зарлы булмаһын ине, әсәйҙәрҙең күҙҙәренән тамған ҡайғы йәштәре булып ишетелмәһен ине. Һуғыш афәте тиҙерәк тамамланһын!

Зөлфирә Ҡарағужина,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Автор:
Читайте нас