

Уҡып бөтөп ҡулға диплом алғас, городҡа* эшкә төштөм. Аҙна һайын ялға атай-әсәй эргәһенә ҡайтырға ашҡынам, ял көндәрен еткерә алмай аҙапланам. Унда минең ярҙам кәрәк булған ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре көтә. Күңелемде ашҡындырып торған икенсе сәбәп бар – унда мине хат көтә. Һөйгәнемдән һалдат хаты көтә... Арыҫланды бит мин армияға оҙатып ҡалдым. Шул тиклем мин уны яратам! Ул да мине ярата!.. Хат аша ла талашып өлгөрәбеҙ, шул талашыуҙа ла мин яратыу күрәм...
Күктең етенсе ҡатында булған, мәңгелеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышҡан бәхетле мәлдәрҙе уйлай-уйлай, йылмая-көлә ауылға ҡайтып етеп киләм. Йөрәгем дөпөлдәп тибә, әйтерһең хәҙер һөйгәнем менән осрашам. Ашығып өй ишеген асып инәм һәм борсолоуҙарын йәшерә алмаған әсәйемдәрҙең йөҙөн күреп һағая төшәм. Телеграмманы ҡулға алам һәм иҫемде юям – ул үлгән...
Зөлфирә Ҡарағужина.
ru/wall-225661799_1980