+23 °С
Облачно

"Ҡуян ат, һырлы сана"

Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 796-сы күҙәтеү. Бала саҡтағы бер хәтирә иҫкә төшә. Ул көнгә тиклем сөннәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыл урамында төлкән-төлкән атлап йөрөгәнен күреп, үҙҙәрен "баба-баба" тип үсекләп, көлә торғайныҡ. Әммә, көлә килә, артынан һөрә килә, тигәндәй, бер көн килеп, сират беҙгә лә етте.Йәй башының матур бер көнөндә "Ауылға баба килгән", тигән һүҙ таралғас, беҙҙең, 4-5 йәш араһындағы тиҫтерҙәрҙең, йөрәге жыу итеп ҡалды.

"Ҡуян ат, һырлы сана""Ҡуян ат, һырлы сана"
"Ҡуян ат, һырлы сана"

Йылғырыраҡ, зирәгерәк малайҙар ауыл янындағы урманға ҡасып өлгөрҙө. Улар баба өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ эшен бөтөргәндән һуң ғына, кисләтеп кенә өйҙәренә ҡайта алды. Ҡайһылары йыл һайын ауылға килгән бабанан ҡаса торғас, бөтөнләй сөннәтһеҙ тороп ҡалды. Бер нисә йылдан сөннәтсе бабаның үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттек һәм беҙҙән һуң донъяға килгән бер нисә быуын малайҙары сөннәтһеҙ ҡалды, уның ни икәнен дә белмәй үҫте.
Ә беҙ эләктек. Һаман да иҫемдә. Баба тигән кешенең беҙҙең өйгә килеп ингәне, мине сәсемдән һыйпағаны, "Көҙ көнө улыма ҡуян ат, һырлы сана алып киләм, егеп йөрөрһөң", тип әйткәне. Бигерәк хикмәтле, серле, әкиәттәгесә тылсымлы ине шул бабаның "ҡуян ат, һырлы сана", тигәне. Уның "ҡуян ат" тигәнен аңланым да кеүек, ә бына "һырлы сана" тигәне нисегерәк икән? Шул хаҡта хыялланып та өлгөрмәнем... "сем" итеп ҡалды. Уның ҡарауы, "ҡуян ат, һырлы сана" хаҡындағы татлы хыял барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Һәр хәлдә, ул саҡтағы ауыртыныу татлы иҫтәлек кенә булып хәтергә уйылған. "Ҡуян ат, һырлы сана" тигәндең хикмәте лә тап ошондалыр, күрәһең. Тағы ла шуныһы иҫтә ҡалған: сөннәтсе баба енси ағзаны ҡырҡҡандан һуң хасил булған сей яраға сөрөк, йәғни серегән ағас онон һибә торғайны. Хәҙерге профессиональ медицина күҙлегенән ҡарағанда, сөрөк, бәлки, сәйерерәк тә, ҡырағайыраҡ та булып күренәлер, әммә беҙҙең ауылда, мәҫәлән, бер малайҙың да яраһы боҙолоп, ауырып йөрөгәне булманы.
Оҙон күлдәк кейеп, урам буйлап төлкән-төлкән баҫып, беҙ ҙә йөрөнөк, беҙҙән дә "баба-баба" тип көлдөләр. Тик үҫә килә, шуға ла иғтибар иттек: өлкәндәр, ниңәлер, сөннәткә ултыртылғандарға күп кенә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра, ниңәлер сөннәтһеҙ кешегә ҡулы йыуылмаған кешегә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөннәтһеҙҙән икмәк телдермәйҙәр, мал салдырмайҙар, мәрхүмдәрҙе йыуыуҙан да мәхрүм сөннәтһеҙҙәр. Ниңәлер, уларҙың ҡулы менән башҡарылған ғәмәлде "хәрәм" тип баһалау йәшәй беҙҙең яҡта. "Сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама!" тип тә әйтәләр хатта. Тағы ла, ниңәлер беҙҙә сөннәтләүҙе "бабаға ултырыу" тип атайҙар. Ниңә ултырыу икән? 

Фото: shedevrum.ai

Автор:
Читайте нас