

Яуап: Ҡорбанға тигән малдың көйҙөрөлгән (бестерелгән) булыуы насар түгел, уларҙы ҡорбан итеп салырға ярай. Хатта ҡайһы бер ғалимдар, киреһенсә, быны мүстәхәб (хуп) күргән, сөнки ҡорбанға Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тап көйҙөртөлгән тәкәләр салғаны билдәле.
Ҡорбанлыҡ һарыҡ (йә кәзә) бер йәштән өлкән, теремек (йонсоу түгел), һау-сәләмәт һәм киләһе етешһеҙлектәрҙән пак булырға тейеш:
– һуҡыр түгел (һыңар күҙгә лә, ике күҙгә лә), күҙенең өстән бер өлөшөндә йә унан да күберәгендә сир булһа, был һуҡырлыҡ һанала;
– оҙаҡ ас торған һәм ябыҡ, хәлһеҙ түгел (саҡ ҡына ас торһа – ярай, әммә хәлһеҙлек кимәленә етергә тейеш түгел);
– ҡолағының йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө йә унан да күберәге ҡырҡып йә өҙөп алып ташланмаған (инәү итеп, мәҫәлән);
– тешһеҙ түгел, аҙығын үҙе сәйнәп йота ала (ҡайһы бер тештәре булмаһа ла, әгәр үҙе яҡшылап ашай ала икән, был рөхсәтле, ин шәә Аллаһ);
– мөгөҙө төбөнән һынып сыҡмаған (әгәр мөгөҙөнөң осо йә яртыһы ғына һынған икән, был мал ҡорбанға эшкинә, ин шәә Аллаһ);
– сатан түгел, бөтә аяҡтарына ла баҫып йөрөй ала (әгәр аяғы саҡ ҡына сатанлап, әммә уға баҫа алһа, был ҡушыла, ин шәә Аллаһ);
– күҙгә күренеп торған бер ниндәй сире лә булмаһын.
Әгәр һарыҡ бер йәштән кесерәк булып та, кәүҙәгә бер йәшлектәр кеүек ҙур, һимеҙ икән, уны ла ҡорбан итеп килтерергә ярай (әммә был хөкөм кәзәләргә ҡағылмай, бер йәштән кесерәк кәзә малы бер ниндәй осраҡта ла ҡорбанға эшкинмәй).
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
"Башҡорттарға – дин!"