+15 °С
Облачно

ХАТАЛАНЫУ

Дауахана коридоры буйлап йәш ҡыҙ ултырған колясканы этеп йөрөүсе ханымдың уҡытыусы, улай ғына ла түгел, талапсан, эшлекле, бер аҙ власть яратҡан педагог икәнлеген тәү ҡараштан аңланым. Бөхтә, үҙенә килешеп торған костюм-күлдәк, йыйнаҡ прическа, кире ҡаға алмаҫлыҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр менән һөйләшеү – ундай ҡатындар нисектер тиҙ арала ихтирам яулап ала.

ХАТАЛАНЫУХАТАЛАНЫУ
ХАТАЛАНЫУ

– Данияның өләсәһе, – тине янымда ултырған әбей. – Өс йәшенән ҡарап үҫтергән. Үҙ әсәһе килеп тә әйләнмәй. Ғүмер буйы кеше балаларын уҡытҡан, ә үҙ балаһын тәрбиәләй алмаған...
Дания – йәшлек елбәҙәклеге арҡаһында һәләкәткә осрап, табиптар менән үҙ аяҡтарында йөрөү өсөн көрәшкән 22 йәшлек кенә ҡыҙ. Дуҫтары менән квадроциклда йөрөгән мәлдә ҡолап, умыртҡа һөйәгенә зыян килгән. Уға тиклем дә аҡһаған, тиҙәр – шаярышҡан мәлдә кемдер нығыраҡ эткән дә, мәктәп баҫҡысынан тәгәрләп төшкән. Тубыҡ һөйәгенә ҡатмарлы операциялар яһатҡан. Бер шәфҡәт туташы ғына һүҙ араһында: “Яңы йәшәй башлаған сағы, алтынсы тапҡыр бысаҡ аҫтына ята”, – тип әйтеп ысҡындырҙы.
Мин дауаханала операция яһатҡан туғанымды ҡарап яттым. Бөгөн табиптар уға аяғына баҫырға рөхсәт биреп, башҡаса ҡарау кәрәкмәгәнен әйтте. Шуға, көн кискә ауышһа ла, әйберҙәремде йыйып, ауылға ҡайтырға булдым. Һуңғы автобус менән күрше ҡалаға барып өлгөрәм, унан беҙҙең ауылға такси йөрөп тора.
– Һеңлекәш! – дауахана ихатаһынан сығып та өлгөрмәнем, теге уҡытыусы апай миңә өндәште. Ул да ейәнсәре янынан сыҡҡан икән. – Һеҙ ҡайҙа тиклем? Күрше ҡалаға булһа, миңә ултырығыҙ. Иптәш булһа, юл тиҙ үтә бит...
Шатлығымдан оло сумкамды багажникка һалып, шофер янындағы урынға инеп тә ултырҙым. Дауаханала аралашыуыбыҙ һаулыҡ һорашыуҙан үтмәһә лә, юлда Вәрисә апай менән ныҡлап танышып киттек. Оҙон юлда бер-беребеҙгә күңел бушатырға ла өлгөрҙөк. Һиҙемләүем алдамаған: ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән икән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, эшенән туҡтарға уйламаған, әммә ейәнсәре тәүге тапҡыр бәләгә тарығас, уны ҡарар өсөн китергә мәжбүр булған.
– Даниям өсөн йөрәгем өҙгөләнә. Аяғына баҫып китеүе икеле. Етмәһә, бер-бер артлы үткәргән операциялар, күпләп эскән дарыуҙар үҙен һиҙҙертә: ашҡаҙаны ла, бөйөрҙәре лә шәптән түгел. Үҙ аяғында, үҙ аҡылында ғына йәшәһен инде балаҡайым. Мин бит мәңгелек түгел. Аяҡһыҙ ҡалһа, мин үлеп китһәм, кем ҡулдарына ҡалыр, тип уйланам да, төндәр буйы илап сығам. Иртәнсәк үҙемде ҡулға алып, янына йылмайып-көлөп барып ингән булам. Өмөтө өҙөлмәһен, тип тырышам инде.
– Үҙегеҙ ҙә өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Хәҙер медицина көслө, моғайын, аяҡҡа баҫтырырҙар.
– Өмөт итәм. Быға тиклем Аллаһы Тәғәлә барлығы тураһында уйламай ҙа инем. Хәҙер көнө-төнө уға ялбарам. Балаҡайым бындай хәлдә япа-яңғыҙ ҡалһа, нисек көн итер, белмәйем...
– Бөтөнләй туғандарығыҙ юҡмы? Ата-әсәһе, бер туғандары?
– Бар ҙа бит... Уларҙан рәт сығырлыҡ түгел шул. Шылтыратһам, телефонды ла алмайҙар.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Бер аҙ һүҙһеҙ барғас, Вәрисә апай ҡабат телгә килде.
– Былай килеп сығыуҙа үҙемдең дә ғәйебем бар. Ҡайғыларға батып йөрөгәндә уйламайыраҡ эш иттем. 40 йәшкә тиклемге тормошом бәхеттән генә торҙо. Ата-әсәйемдең иркә генә ҡыҙы булып үҫтем. Ирем Финат менән күршеләр булып, бала саҡтан дуҫлашып йөрөнөк. Педучилищены тамамлап, үҙебеҙгә эшкә ҡайтҡас та ҡауыштыҡ. Ата-әсәйемде лә, ҡайным-ҡәйнәмде лә берҙәй ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәнек. Улым менән ҡыҙым тыуҙы. Ситтән тороп юғары белем алдым, ҡасабалағы башҡорт мәктәбенә директор итеп ҡуйҙылар. Тормош гел шулай матур ғына ағыр кеүек ине лә бит...
2000 йылдар башы ине. Ниңәлер бер туған ағайым үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ошо ҡалала йәшәй ине ул, сәбәбе нимәлә икәнен белмәнек. Дуҫына шылтыратып: “Миңә килеп кит әле,” – тигән. Уныһы барыуға үлеп ятҡан. Был ҡайғыны ата-әсәйем күтәрә алманы, бер-бер артлы йөрәк сиренән китеп барҙылар. Ҡайным сирләй ине, ул да вафат булды. Бер-бер артлы ерләүҙәр булып торғас, Гүзәл ҡыҙым менән Рөстәм кейәү туй үткәрмәне. Барып яҙылыштылар ҙа, Өфөгә күсеп, бергә йәшәй башланылар.
Даниям тыуғас, йортобоҙға шатлыҡ инде. Тормош үҙ яйына ҡайтҡандай булды. Тик һынауҙар уның менән генә бөтмәгән булып сыҡты. Ҡәйнәмде Өфөгә дауаханаға алып киткәйнем. Ирем менән улым аварияға осрап, икеһе лә бер көндә үлде. Ул көндәрҙең ҡараңғылығын, ауырлығын һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ҡоро һөлдәгә ҡалдым: ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел. Эшкә бөтөнләй күңелем төшмәй. Тәүҙә ди­ректорлыҡтан баш тарттым, унан бер йылға уҡытыуҙан да туҡтап торҙом. Әмәлгә ҡалғандай, ҡышҡылыҡҡа Данияны алып, ҡыҙым ҡайтып төштө. Ҡуртымға алған фатирҙары һыуыҡ булғас, бала йыш ауырый икән. Аҡса ла янға ҡалыр, тип кейәү эшенең дөйөм ятағына күскән, Гүзәл беҙҙә булырға хәл иткән. Күңел яраларымды ейәнсәрем менән баҫтым. Көнө-төнө Дания менән мәж килдем: уйнайым, тышта йөрөтәм, һөйләшергә өйрәтәм, ашатам. Аралашырға, башҡа кешеләргә өйрәнһен, тип йәйгелеккә балалар баҡсаһына урынлаштырҙыҡ. Һүҙ урата ғына ҡыҙыма күршелә әсәйемдәрҙең буш торған йортона күсеп ҡайтырға мөмкинлеген әйтәм. Ыңғай­ламайҙар, ҙур ҡалала йәшәгеләре килә.
Элеккесә шат, көләс хәлемә ҡайтмаһам да, күңелем тынысланды. Яңы уҡыу йылында ҡабат уҡытырға сыҡтым. Дания менән өйҙән бергә сығып китәбеҙ ҙә, бергә ҡайтабыҙ. Балалар араһында уға оҡшай ине, тәүге дуҫтары барлыҡҡа килде. Гүзәл уны бер айға ҡалдырып, Өфөгә китте – фатирға мөмкинлек булмағас, кейәү бүлмә алырға булған икән. Йәштәр шул мәшәҡәткә сумды.
Яңы йыл байрамын улар коммуналь фатирҙа ҡаршы алды. Каникул тамамланыуға Данияны алып килеүемде һоранылар. Күңел әрней, балаҡайҙан һис кенә айырылғы килмәй. Шулай ҙа аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-ярағын тейәп, ейәнсәремде ултыртып, баш ҡалаға юлландым. Сыйырсыҡ ояһындай ғына бүлмә өсөн эй шатланған булалар, балаҡайҙар. Ни тиһәң дә, үҙ көсө, хеҙмәте менән алған тәүге торлаҡтары бит. Иртәгеһенә ҡайтырға йыйына башлауға, Дания миңә сат йәбеште. Бер йылға яҡын бергә йәшәү аралығында миңә ныҡ өйрәнеп киткән, ебәргеһе килмәй. Уйынсыҡтарға, тәмлекәстәргә әүрәтеп, оҙаҡламай ауылға ҡайтабыҙ, тип алдаштырып, саҡ алып ҡалдылар.
Уйлана торғас, башыма хәтәр шәп (ул саҡта шулай тойола ине) идея килде. Шунда уҡ Гүзәлгә шылтыраттым:
– Кейәү генә эшләп, әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ. Айырым фатир йәки йорт алырға кәрәк. Икегеҙ ҙә эшләһәгеҙ, мотлаҡ ипотека бирәсәктәр. 1 – 2 йылға Данияны үҙем ҡарармын, эшкә сыҡ. Өләсәйеңдәрҙең йортон һатып, тәүге иғәнәгә өҫтәрмен. Был бүлмәгеҙҙе һатһағыҙ, ремонтҡа, йыһазға аҡса була.
Тәүҙә риза булманылар. Тик тамсы тама-тама ташты тишкәндәй, өгөтләй торғас, үҙ яйыма ыңғайлаттым. Ризалыҡтарын биреү менән Данияны үҙем барып алып ҡайттым. Дүрт йылдан Гүзәлдәр өс бүлмәле фатир алды. Күсенеүгә тағы бер ҡыҙҙары тыуҙы. “Ике бала менән ауыр булыр”, – тип тағы кисектерҙем. Унан инде улдары тыуғас, ейәнсәремде бөтөнләйгә үҙ янымда ҡалдырырға хәл иттем. Ул ваҡытҡа ҡәйнәм дә үлгәйне инде, япа-яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡтым.
Был ҡылығым менән баланы ата-әсәһенән, ту­ғандарынан һыуындырыуымды аңламағанмын. Улар беҙгә йыш ҡайтып йөрөй алмай ине, Данияны ла ебәрмәҫкә тырыштым. Уҡырға ла Өфөгә түгел, ошо ҡалалағы институтҡа бирҙем. Ял һайын яныма ҡайтып йөрөнө. Үҙем янында ҡурсалап ҡына йөрөтөрмөн, үҫтерермен, тигәйнем дә...
Мәктәптә балалар шаярмай тормай бит. Һигеҙ йыл элек йүгерешеп йөрөгән саҡта кемеһелер Данияны этеп ебәргән. Баҫҡыстан ҡолағанда тубығына зыян килде. Бер-бер артлы дүрт операция яһап, тубыҡ ҡапҡасын бөртөкләп тигәндәй йыйып ҡуйҙылар. Өфө дауа­ха­наһында ятҡанда Гүзәлдән бер нисә көнгә уның янында булыуҙы үтендем. Шунда ҡыҙым тәүге тапҡыр асыуын, үпкәләрен еткерҙе.
– Һин бит, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерермен, кеше итермен, тип ышандырҙың. Ниңә ҡараманың? Һинең арҡала баланың аяҡһыҙ ҡалыуы бар. Мин һиңә ауырыу бала бирмәнем. Үҙең ҡара, тәрбиәлә һәм һау, бөтә ағзаһы теүәл килеш миңә кире бир! – тине.
Башыма һуҡҡандай булды. Хаталаныуымды шунда аңланым. Ҡасандыр Данияны мин әйбер кеүек үҙемде әүрәтер өсөн үҙемә алһам, ҡыҙымда ла балаһына ҡарата шундай ҡараш барлыҡҡа килгән. Бер-бер хәл була ҡалһа, бынан бары тик бала ғына зыян күрә бит! Шөкөр, ул саҡта барыһы ла яйланды – ейәнсәрем аяҡҡа баҫты. Гүзәл менән кейәү килеп, хәлен белешеп торҙо. Тик үҙҙәренә алып ҡайтыу тураһында һүҙ ҙә булманы – 13 йыл эсендә улар баланан бөтөнләй һыуынғайны. Әле иһә бөтөнләй минең менән аралашырға теләмәйҙәр. “Бөтәһенә лә үҙең ғәйепле. Квадроциклда йөрөргә рөхсәт бирмәҫкә ине. Үҙем ҡараған ике балам да һау-сәләмәт!” – тип смс-хәбәр генә яҙҙы.
Уны шул тиклем ҡаты бәғерле икән, тип уйла­ма­ғайным. Иң ауыры, уны ғәйепләп тә булмай. Был – минең хатам. Шуға ла бар өмөтөм – Аллаһы Тәғәлә менән табиптарҙа. Минең ғәмәлдәрем, ата-әсәһенең бита­рафлығы өсөн саф, әле йәшәй генә башлаған Даниям яуап бирмәһен ине...
Вәрисә апайҙы нисек йыуатырға ла белмәнем. Был мәлдә миңә ул түгел, ә ололарҙың хатаһынан зыян күргән ҡыҙ бала нығыраҡ йәл ине.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-10-25/hatalanyu-4434938

Автор:
Читайте нас