

Уға ауырға ҡалыуымды әйткәс,уның йөҙө үҙгәреп китте. Уның реакцияһы миңә лә ғәжәп тойолдо, әмма аҡыл төштән һуң килә бит. Шул ваҡытта уҡ «допрос» ойоштороп, барыһын да асыҡлайһы кәрәк булған.Йәшәүебеҙҙе дауам иттек, срок яҡынлаша. УЗИ-ла игеҙәктәр көтөүемде белдем. Ирем: «Итәк-еңде йыйыбыраҡ йәшәргә тура киләсәк», — тине, мин аптырап ҡалдым. Әммә ул асыҡлап бер ни әйтмәне.Ә бер аҙҙан буш фатирға ҡайтып керҙем: иремдән елдәр иҫкән. Мин өйҙә булмағанда әйберҙәрен йыйған да сығып киткән. Шылтыратып ҡараным — яуап бирмәй. Башым ҡатты. Әсәһенә шылтыраттым. Уныһы ризаһыҙлыҡ белдерҙе, «балаларың башҡа ирҙән» ти. Йәнәһе, улының балалары була алмай икән. Ул инфекцион ауырыу менән ауырыған да, табиптар уға «балаң булмай» тип әйткән. Ирем номерын алыштырған, ҡайҙалыр күсенеп киткән тип аңланым. Туғандары ла, таныштары ла бер ни белмәй, әллә белмәмешкә һалыналар.Мин шаҡ ҡаттым. Нисек шулай була ала?! Ниңә балалы ҡатындың башын әйләндерергә? Үҙенеке түгел тип уйлаһа, генетик анализ яһатып булмай инеме? Алай шикләнгән икән, йөклө икәнемде белеү менән китергә ине.Һау-сәләмәт ике малай таптым! Береһе — 3670, икенсеһе — 3580 булып тыуҙылар. Атай-әсәйем бала табыу йортонан алып ҡайтты. Шуның менән бөттө, тиһегеҙме? Юҡ. Бер айҙан телефонға хәбәр килә: «Сәләм! Был — мин! Балаларҙы күрһәт әле. Фотоларын ебәр».«Кем һуң һин?» — тип тоҙлап-борослап яҙмаҡсы инем дә, яҙманым. Номерымды алыштырҙым. Бына һеҙ миңә әйтегеҙ әле — ҡайҙа булды минең ялғышым? Иң ауыры — балаларҙы ҡарау түгел. Уларҙы оло балаларым да ҡараша, әммә уларҙың да күҙҙәрендә мине ғәйепләү күрәм кеүек.
Анонимно.
"Икәү генә белер серҙәр бар" төркөмөнән.