+15 °С
Облачно

Ярыҡ ялғаш янында ҡалған әбей кеүекмен

Мин атай-әсәйемдең берҙән-бер ҡыҙымын. Бер ниндәй ауырлыҡ күрмәнем, «Юҡ», «ярамай» тигән һүҙҙәрҙе ишетмәнем. Ни теләнем, ул ашаным, иң матур кейемдәрҙе кейҙем. Магазинда бик шәп матур күлдәктәр һайлағанда, әсәй: «Лилия ҡыҙым быға лайыҡ!» – тип ала ине.

Ярыҡ ялғаш янында ҡалған әбей кеүекменЯрыҡ ялғаш янында ҡалған әбей кеүекмен
Ярыҡ ялғаш янында ҡалған әбей кеүекмен
Атай-әсәйем юғары уҡыу йорттарында уҡымағандар, икеһе лә заводта хеҙмәт итте. Аҡсаны ауырлыҡ менән тапҡанғалыр, буласаҡ әсә иремдең бай ғаиләнән булыуын теләне. Яйы сыҡҡан һайын ҡолаҡҡа ул туҡып торҙо. Сығарылыш класында уҡығанда Айрат исемле егет артымдан йөрөй башланы. Мәктәптән өйгә тиклем портфелемде күтәреп ҡайта ине. Әсәй тураһында Айрат белгәс, уның менән дуҫлашып йөрөүемде тыйҙы. «Әсәһе кафела иҙән йыуа, атаһы инвалид. Берҙән-бер ҡыҙыма бай егеттәр ҙә табылыр әле», – тине. Ике көн юрғанымды ҡосаҡлап илап сыҡтым. Сөнки мин был егетте ярата инем. Ләкин әсәй – бик ҡаты кеше, Айраттың үҙе менән һөйләшкән. Нимә тип әйткәндер, миңә сер булып ҡалды. Айрат минең янға бүтән килмәне бер яҡ ситкә китмәне, аңлашманы ла...
 
Мәктәпте тамамлап, финанс институтына уҡырға индем. Икенсе курста Роберт исемле мажорик егет менән таныштым. Ул әсәйем күрергә теләгән кейәү ине: атаһы бер ойошмала генераль директор, әсәһе иҫ киткес шәп салондары тота. Роберт мине бер ҡарашы менән әсир итә: матур егет, үҙ-үҙенә ышанған, дәрәжәһен яҡшы белә. Ул мине гөлләмәләргә күмде. Ресторандарға саҡырҙы. Шулай осрашып йөрөүебеҙгә бер йыл үтте... Әсәй туй көттө. Роберттан балаға уҙыуымдың белгәс, нишләргә лә белмәнем. Уға әйтергә ҡурҡтым. Әсәй менән кәңәшләштем, ул шатлыҡтан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: «Бала тураһында ишеткәс, егетең өйләнәсәк!» – тине. Ләкин яңлышты.... Роберт бала тураһында ишетергә лә теләмәне. «Беҙ әле йәш, һинең ике йыл уҡыйһы бар. 30 йәшкә еткәнсе өйләнеү тураһында уйламай ла!» – тип шунда уҡ ҡырт киҫте, абортҡа барырға әйҙәне. Әсәй баланы ҡалдырырға ҡыҫтаны. Ләкин мин абортты һайланым... 
 
 
Ошо хәлдән һуң Роберт менән аралар һыуынды. Бер ай тигәндә мине ташлап, икенсе ҡыҙ менән осраша башланы... Мин бөгөнгө көндә үҙемде ярыҡ ялғаш янында ҡалған әбей кеүек хис итәм. Балам да юҡ, һөйгән егетем дә янымда түгел... Хәҙер әсәйем бай егет тураһында һөйләмәй инде. Ҡыҙының тормошон боҙғанына үкенәлер, моғайын...

Ф. Шакирова.

https://sbike.ru/news/otkrovenie/mazhorik-beln-ochrashyp-yaryk-tagarak-yanynda-kaldym

Автор:
Читайте нас