

Шулай итеп, Вишня контракт төҙөй. Подразделение эсендә махсус курстар үтеп, уҡсы санитар вазифаһын үтәй. Ярты йыл МХО-ла булған, һуңынан частарын таратҡандар. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡас, ул һаман да ярҙам эшен дауам итә. Күптән түгел Вишня беҙҙең волонтерҙар штабтарына гуманитар конвой йыйыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Йөктө ҡыҫҡа арала йыйып, егеттәргә илтеп тапшырғандар.
Бөгөн Вишня башҡаларҙы өйрәтә. Иптәш ҡыҙы менән ул Өфөнөң уҡыу йорттарында ялан медицинаһы нигеҙҙәрен уҡыта һәм яҙмышын мәңгелеккә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу менән бәйләр өсөн медицина колледжына уҡырға инергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә Вишняға 19 йәш тулған. Елкенсәк кенә әммә шул уҡ ваҡытта етлеккән ҡыҙға ҡарап, күҙҙәрендә тәүәккәллек күрәһең.
"Форсаттан файҙаланып, мин уны тыуған көнө менән ҡотланым”, – тип тамамлаған һүҙен Николай Ельников “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Сығанаҡ: Н.Е. Вк.