+14 °С
Дождь

Көнләшеүен нисек туҡтатырға?

Өс йыл декретта ултырғандан һуң, ниһайәт, эшкә сыҡтым. Үҙемде ҡабаттан кеше итеп тойҙом: матур кейенәм, сәстәремде эшләтәм, кешеләр менән аралашам. Ләкин иремде алыштырып ҡуйҙылармы ни! Көнләшеп йәнемде ашай.

Көнләшеүен нисек туҡтатырға?Көнләшеүен нисек туҡтатырға?
Көнләшеүен нисек туҡтатырға?

Кеҫә телефонымды тикшерә, эштән биш минутҡа һуңлаһам — һорау ала, “биҙәнеп кем өсөн матурланаһың?” тип бәйләнә. Декретта халат менән, сәсемде йыйып ҡына йөрөгәндә уға яҡшы ине, өйҙә тотҡон кеүек ултырыуымды теләй. Үҙенең хыянат иткәне булманы, ләкин был ҡылығы менән мине тулыһынса арытты. Мин ирекле, үҙ аллы йәшәргә теләйем, эштән китмәйәсәкмен. Был үҙ-үҙенә ышанмаған ир менән нисек артабан йәшәргә? Көнләшеүен нисек туҡтатырға була?

"Икәү генә белер серҙәр бар" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас