

Эйе, күрше, ошо телевизор атлы “тиле тартма” булмаһа, уның реклама атлы шау-шыуы шаулап тормаһа, билләһи, һеҙҙе бында етем ҡалдырып киткән булыр инем бит... тегендә. Сире лә сир тип әйтерлек түгел. Йүнле әҙәмгә йә ангинаһы, йә гипертонияһы, йә һис юғында коронавирусы эләгә. Ауыҙ тултырып, маҡтанып әйтерлек ауырыуҙар. Ә миңә, әҙәм мәсхәрәһе – эс ҡатыу ауырыуы!.. Йәғни, хәләл көсөм менән тапҡан хәләл ризығым бер яҡтан керә, икенсе яҡтан сыҡмай ыҙалай. Нишләп улай икән ул? Нишләп был сир ғүмерҙәре буйы урлап йәшәгән, урлап ашаған ҡап-ҡорһаҡ түрәләргә түгел, миңә йоҡҡан?
Ярай, быныһы икенсе мәсьәлә. Үтер әле тип, бер көн ыҙаландым шулай, икенсе көн ыҙаландым, өсөнсө көн киттем фельдшерыбыҙ Тәнзиләгә. Бер ҡосаҡ дарыу яҙып бирҙе игелекле бала. Шуларҙы эсәм услап-услап. Файҙаһы юҡ. Ә эсем шартларға етешеп тулды. Инсульт йә инфаркттан үлгән тип әйтмәҫтәр бит, күбенеп үлгән тиерҙәр. Халыҡ ғүмер баҡый ҡулланған сараларға күстем. Күмер ашап ҡараным – ярҙамы булманы, миләш һуты эстем – үҙәкте генә көйҙөрҙөм, тоҙлап хәмер йоттом – башҡа сыҡты – эсәктәргә көсө етмәне Үҙем хәжәт йортонан сыға алмай, көсәнәм дә көсәнәм... Уҙған көн шулай инде яҡты донъя менән хушлашыр хәлдә ултырһам, әбей тәҙрәнән ҡысҡыра: Бабай, кер әле, кер, телевизорҙа һине һөйләйҙәр...Кем һөйләһен унда мине? Мин кемгә хәжәт? Һине түгел инде, һинең сиреңде...Шулай ҙа, ыштанымды әллә күтәрҙем, әллә күтәреп өлгөрмәнем, йүгереп индем. Рекламаның мин ишетеп өлгөргән өлөшө күңелемдә өмөт уты тоҡандырҙы: имеш, “эс ҡатыу – хәтәр сир”, “ваҡытында сара күрмәһәң – летальный исход”, донъялағы иң эффектлы сара ул беҙҙең “Сим-сим” препараты”, “Япон диңгеҙе үҫемлектәренән генә эшләнә”.– Булды! – тим әбейемә. – Алдырам! Күпме торһа ла – ике йөҙмө, биш йөҙмө... хатта мең һум торһа ла алдырам!.. Аҡса йәл түгел...Ә телевизорҙағы сибәр мәрйә ҡыҙыҡтырып ҡыҙыҡтыра:
– Алдырығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ! Йәшәреп китерһегеҙ! Енси энергияғыҙ көсәйер! (Уныһы нәмә булалыр тағы, эт белһен). Телефон номеры... шылтыратыу бушлай. “Шылтыратыу бушлай”, ти бит. Вәт игелекле әҙәмдәр. “Бушлай” ти! Шылтыраттым, сибәр мәрйәгә исем-шәрифтәремде еткерҙем.
– Очень хорошо, Гаптулхай Гаптулмамбетович, беҙгә мөрәжәғәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ...
Бик ныҡ ҡыҫталып барһам да, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәй булдыра алманым:
– Ҡарағыҙ әле, ханым, ул үләнегеҙҙе йәһәннәм тишегендәге Япун диңгеҙенә барып йөрөмәй, әйтәйек, беҙҙең Асылыкүлдә генә йыйһағыҙ булмаймы? Унда үләндең күплеге!.. Сибәр бисә ҡыңғырау шылтыратыуы кеүек моңло тауышы менән шарҡылдап көлдө.
– Юҡ, Гаптулхай Гаптулмамбетович. Бер ниндәй йылғала ла, күлдә лә, хатта диңгеҙҙә лә түгел, тик Япон диңгеҙендә генә... Йә, заказать итәһегеҙме инде? Нисә ҡап?
– Бер ҡабы күпме тора һуң?
– Һеҙгә, пенсионерҙарға, өс процент ташлама менән утыҙ алты мең генә. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: тулыһынса һауығыу өсөн өс ҡаптан да кәм алмаҫҡа...
Был һүҙҙәр аңыма барып етмәне әле, тик тулышҡан эсәктәрем ҡыбырҙай биреп ҡуйҙы.
– Күпме, күпме?
– Бер ҡабы утыҙ алты, өс ҡабы йөҙ ҙә һигеҙ мең генә.
Мин телһеҙ ҡалдым, күҙҙәрем маңлайыма менде. Эсемдә дауыл ҡубыуын һиҙеп, бәфрәфкә сығып йүгерҙем. Барып етә алманым, әлбиттә. Уныһы инде ваҡ мәсьәлә. Иң әһәмиәтлеһе – сиремдән ҡотолдом!
– Бына шулай, ҡустым. Кәрәк була ҡалһа, миңә әйт – миндә теге сибәр бисәнең адресы ла, телефон номеры ла бар. Шылтыратыу – бушлай!..
Ғәбделхәй ҡарт хәйләкәр йылмайҙы...