+30 °С
Ясно

Ҡаҙ ҡаурыйы

Йәмле йәй. Картуф баҡсаһында ҡый утап, күмеп йөрөп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған. Картуф сәскә атып бөтөп, алмалары барлыҡҡа килгән мәл. Көн кискә ауышты. Йылға буйында йөрөгән ҡаҙҙар ҙа, һыуҙан сығып, ҡанаттарын ҡағып, елпенәләр, морондары менән ҡаурыйҙарын матурлап, ҡайтыу яғына ыңғайлайҙар.

Ҡаҙ ҡаурыйыҠаҙ ҡаурыйы
Ҡаҙ ҡаурыйы

Уларҙың ҡанаттары нығынып етеп, ҡайһы берҙәре ҡойола ла башлаған инде. Шул ҡойолған ҡаурыйҙарҙы йыйып алып, уның башына картуф алмаларын сәнсеп, һауаға сойорғотабыҙ. Улар, кәйелеп-кәйелеп өйөрөлөп, матур булып ергә килеп төшәләр.
Мин дә шулай итеп, күккә сөйөп ташлап, уйнап киләм. Тап шул мәлдә атайым эштән ҡайтты. Тракторын өй артына ҡуйып, ишек алдына инде. Минең ҡулымдағы ҡаурыйҙарҙы күреп: "Ҡаҙҙар ҡаурыйҙарын ташлай ҙа башлағанмы ни, -тип ғәжәпләнде. - Үәт ваҡыттың тиҙ үтеүе, әле генә яҙ ине, көҙгә лә оҙаҡ ҡалманы былай булғас, - тине, аптырап...
Бала саҡта ваҡыт төшөнсәһен бик аңлап та бөтмәгәнмендер, мәғәнәһенә лә әллә ни әһәмиәт бирмәгәнмендер, күрәһең. Хәҙер күптән атайҙың йәшен үтеп киткәнмен. Үҙем дә шулай аптырап ҡалам ҡай саҡ. Миҙгелдәр түгел, йылдар ҡаҙ ҡаурыйы кеүек кәйпелешеп, осоп ҡына торалар.
Эх, ғүмер үтеүе - ҡаҙҙарҙың бер ҡанат елпеүе...

Хәмит Карамалинский.

https://vk.com/id32431316

Автор:
Читайте нас