

Ваҡыт үтә торҙо, өйҙәгеләргә ҡурсаҡ театрын күрһәттем, бөтә әкиәттәрҙе лә яттан белә инем, ҡатырғала геройҙар төшөрҙөм, шаршау яһаным һәм - премьераға!.. Минеңсә, мин ул мөғжизәле йәшемдән әле лә сыҡмағанмын. Ҡайһы саҡта үҙемә, үҙем тирәләй шул тиклем әкиәти донъя булғанына ышанырға юл ҡуям...
Балаларымды үҫтереп, улар өсөн әкиәттәр, байрамдар, ҡурсаҡ спектаклдәре, музыкаль постановкалар әҙерләп, күп яҡшы нәмәләр эшләп, байтаҡ илаһи йыл үтте. Әммә бала саҡ хыялы, бәләкәй ҡурсаҡ театры эшләү һәм айырым һөйөү һәм эскерһеҙлек менән ижад ителгән ҡурсаҡтар ярҙамында файҙалы әкиәттәр һөйләү теләге һүнмәне...
Ә бөгөн мин кис һайын ейән-ейәнсәрҙәремә төнгө әкиәттәр уҡыйым, һөйләйем һәм көн дә бер үк һүҙҙәрҙе ишетәм: "Нәнәй, иртәгә ниндәй әкиәт уҡыйбыҙ?"
Ошонан да оло ҡыуаныс була микән? Юҡтыр...
Бына шундай тарих.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
http://*vk.com/m.gaifullina