+20 °С
Облачно

“Ирем ике ғаиләгә йәшәй...”

Тормош иптәшемдең юйылмаған смс-хәбәрҙәренә тап булдым... Бергә йәшәүебеҙгә ете йыл, мин уға һәр саҡ ышандым. Төрлө ауыр хәлдәр кисерҙек: уның сирләүе, йәшәү өсөн көрәше, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек... Ҡыйынлыҡтар күп булды, әммә бергәләп, барыһын да еңдек. Хәҙер матди яҡтан барыһы ла тәртиптә, икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, барыһына ла етә. Ике балабыҙ бар, ул бик яҡшы атай, балаларҙы ла бик ярата. Аралашыусан һәм изге күңелле кеше инде ул.

“Ирем ике ғаиләгә йәшәй...”“Ирем ике ғаиләгә йәшәй...”
“Ирем ике ғаиләгә йәшәй...”

Күптән түгел ул икенсе эшкә күсте һәм үҙгәрә башланы. Эшендә тотҡарлана, миңа иғтибар күрһәтмәй.

Планшетын тикшерҙем, хәбәрҙәр тарихында юйылмай ҡалған юлдар бар ине. Уларҙы уҡыған саҡта, артыма ауа яҙҙым. Унда мөхәббәт, осрашыуҙар, яҡынлыҡ, төрлө сәфәрҙәр, гөрләп торған тормош ҡайнай. Мин уға шул тиклем ышана инем, ә ул миңа хыянат иткән булып сыға. Уҡығандарымдың иң ҡурҡынысы шул —ҡатын унан бала тапҡан... Уныҡымы, түгелме белмәйем, ләкин ул уға «минеке» тип яҙған. Минең ирем, мин яратҡан кеше, ике ғаиләгә йәшәй икән. Хәҙер ни эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? Әгәр барыһын да белгәнемде әйтһәм, ул уның янына китер тип ҡурҡам. Ә унда ысын мөхәббәте, миңа булған хистәре бөтөнләй һүрелгән, күрәһең. Уны һаман да элеккесә яратам. Балалар атайһыҙ ҡалһа, быны уларға һуңынан нисек аңлатырмын?

Фото:mavink.com

https://kiziltan.ru/

Автор:
Читайте нас