+17 °С
Облачно

РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Июль башында Павловка моделле ауыл китапханаһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, РФ һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй журналистикаһы легендаһы Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) Нуриман районының йәш китап уҡыусылары һәм хеҙмәт ветерандары менән ижади осрашыуы үтте.

РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУРӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ
РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Марсель Шәйнур улын был район менән күптәнге ижади дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Һәнәк» журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөхәррире һәм баш мөхәррире булып эшләгән сағында уҡ журналист-сатирик күп кенә предприятиеларҙа һәм хужалыҡтарҙа булды, үҙенең фельетондарында һәм очерктарында «Башҡорт Швейцарияһы» тип аталған был курорт төбәгендә тәбиғәтте һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрҙе. Ә һуңғы йылдарҙа Нуриман районы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы (директоры Эльвера Шәйхлисламова) район ветерандар советы (рәйесе Долорес Хамматова) һәм «Павловка паркы» ял үҙәге (директоры Михаил Кобелев) менән берлектә күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы, юморисы Мар. Сәлимдең әҙәби-мәғрифәтселек кисәләрен даими ойоштороп килә.

«Донъяла көлкө булғанға шөкөр!» тигән сираттағы ижади осрашыуға Нуриман районы ветерандар советы рәйесе Долорес Хамматова менән Павловка ауылы ветерандар советы рәйесе Зөһрә Аҡдәүләтова почётлы ҡунаҡ сифатында саҡырылды. Улар үҙ сығыштарында Мар. Сәлимдең патриотик сатираһы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Сарала «Айгөл» әҙәби клубы ағзалары, Павловка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, юмор һәм сатира һөйөүселәр әүҙем ҡатнашты. Китапхананың уҡыу залында «Марсель Сәлимов – Рәсәйҙең Алтын ҡәләме» тигән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Баш китапханасы Лилиә Хаматова ҡунаҡтарҙы яҙыусының биографияһы менән таныштырҙы, уның ҡәләм тибрәтә башлау осоро, «Һәнәк» сатира журналы редакцияһында эшләгән йылдары хаҡында һөйләне, сатирик яҙыусы Мар. Сәлимдең ижади багажында 57 китап иҫәпләнеүен иҫкә төшөрҙө. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә бихисап баҫмаларҙа донъя күргән. Емешле ижади эшмәкәрлеге өсөн ул күп һанлы наградалар, абруйлы премиялар һәм почётлы исемдәр менән билдәләнгән.

Осрашыу барышында Марсель Сәлимов китаптарының нисек яҙылыуы тураһында һөйләне, яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Һөйөнөслөһө шул: халыҡ сатиригы беҙҙең ысынбарлыҡтың кәмселектәрен аяуһыҙ тәнҡитләһә лә, уны ҡараңғы төҫтәрҙә генә һүрәтләмәй – уның юморы яҡты, көлкөһө оптимистик, сатираһы патриотик. Мар. Сәлимдең шиғырҙары, хикәйәләре һәм скетчтары юморҙың көлкөлө генә түгел, ә әхлаҡи, өгөт-нәсихәтле, ә иң мөһиме – намыҫлы һәм асыҡ булыуының сағыу өлгөһө булып тора.

Йәш уҡыусыларға бүләк итеп автор китапханаға «Батыр яраһыҙ булмай» тигән китабын автографы менән тапшырҙы.

Яҙыусы-сатирик менән осрашыу бер тында үтте! Кисә сәй эсеү менән тамамланды, сарала ҡатнашыусылар яҙыусыға һорауҙар бирҙе, уның ижади һәм шәхси тормошона бәйле мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынды.

Сараны ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар үҙҙәренең күптәнге рухи дуҫына ҡыҙыҡлы һәм файҙалы әңгәмә өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтте. Был мәлдә китапханала күңелле һәм өйҙәгесә йылы мөхит хөкөм һөрҙө.

Халыҡ яҙыусыһы үҙенең ижади визиты барышында шулай уҡ Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов һәм уның урынбаҫары Венера Әхиәрова менән дә осрашты. Марсель Шәйнур улы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, ижад кешеләренә уңайлы эш шарттары тыуҙырған өсөн район етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.

 

Фото: Әхмәт Исмәғилев, Зөһрә Маликова, Римма Шишкина

 

Сығанаҡ: https://pavlov-lib.ru/news/2026/07/8264/

РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ
РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ
РӘСӘЙ ЖУРНАЛИСТИКАҺЫ ЛЕГЕНДАҺЫ МАРСЕЛЬ СӘЛИМОВ МЕНӘН ОСРАШЫУ
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас