

Уҡыусым! Һеҙгә бала сағымдың, ҙур, татыу, бәхетле ғаиләбеҙҙең бер бәләкәс кенә серен асмаҡсымын. Уның асҡысы – илле һигеҙ йыл бергә, тормоштоң төрлө мәлен бер кешеләй кисереп, еңеп сыҡҡан әсәйем һәм атайымдың ғаилә һандығында.
Әсәйем, ауылдың аҡ инәһе, уҡытыусы – Рәшиҙә Сәлимгәрәй ҡыҙы, ә атайым – алдынғы шофер, тәбиғәте менән рәссам, йырсы, шағир, бер һүҙ менән генә әйткәндә бик шәп кеше – Муса Мостафа улы Ғәйфуллиндар. Ҡырмыҫҡалы районы, Малай ауылынан.
Ауылға бер ҡайтҡанымда, әсәйем үҙенең тегем машинаһын миңә димләп: “Иҫке тимә, ҡыҙым, ал, йәме. Тегене-быны еңелсә үткәреп алырға эшкинә әле ул, - тине ҡәтғи итеп, алмаҫымдан ҡурҡҡандай. Текмәһәң минән ҡомартҡы итеп һаҡларһың. – Беҙ уны атайың менән Ҡарлыман магазинынан, илле ете һумға һатып алдыҡ. Ул осор илле ете һум бик ҙур аҡса ине. Аллаға шөкөр, бөгөн дә уңған килендәй хеҙмәт итә. Хәҙер башҡа тегә алмаҫмын. Күҙҙәрем дә бөткән, мохтажлығым да юҡ”, - тип хәтирәләренә сумып китте ул.
-Бар ине заманалар, һеҙ ваҡ, беҙ атайың менән йәш, көслө саҡта, магазинда ситсанан башҡа бер нәмә лә булмай торғайны. Бөтәгеҙгә бер төрлөнән күлдәктәр тектем, матрас, юрған һырыным. Ә инде башҡа ваҡ-төйәк тегеүҙең иҫәбе-һаны булманы. Ауылда берҙән-бер теген машинаһы миндә генә булғас, күрше-тирәгә лә ярҙам итергә тырыштым. Шулай, мәктәптән ҡайтып, һеҙҙең тамаҡты туйҙырып, йорт-ҡура эштәрен бөтөрөп, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшереп, иртәгәһе көнгә дәрес планы яҙғандан һуң, бына ошо машинам артына ултыра инем. Һәр көн сәғәт таңғы дүрттән дә иртә ятҡан мәлемде хәтерләмәйем. Атайығыҙға рәхмәт, ир-бисә эше тип ҡарап торманы, бөтәһен дә эшләне. Бына был йортобоҙҙоң бураһын Инйәрҙән үҙе барып алып ҡайтты. Өмә әйтеп йорттоң бураһын күтәреп, түбәһен ябып ултыртҡас:
-Әсәһе, ҡыҙҙыр йәшәгән йорт матур булырға тейеш, - тине, ихлас йылмайып. Һәм тиҙҙән ағас эшкәртә торған станок һатып алып, кистәрен өй тышын ҡупшыларға тотондо.
Биш ҡыҙы – Рәфилә, Рәмилә, Рәлиҙә, Миләүшә, Флоридаға мине лә өҫтәп: “Алты ҡыҙлы атай мин!” – ти торғайны шаяртып. Эстән нимә кисергәндер, белмәйем, әммә бер ваҡытта “малайым юҡ” тип көйөнгәнен ишетмәнем. Хоҙай Тәғәлә алтынсы сабыйыбыҙҙы ир бала итеп биргәс, атайығыҙҙың түбәһе күккә тейҙе! Ә мин унан да нығыраҡ ҡыуандым...
Ул көндәр күңелемдә матур хәтирә булып уйылып ҡалған. Миңә алты йәш тирәһе булғандыр. Мул ҡарлы, буранлы, һыуыҡ ҡыш ине. Беҙ, биш апай, Азамат туғаныбыҙҙы шатланып ҡаршы алдыҡ. Йоҡоға һалыр алдынан әсәйем бәпестең йүргәктәрен ысҡындырып, сисендереп, йылы мейес эргәһендә таста һыу индерҙе. “Ер еләге” һабынының хуш еҫе бөгөнгөләй хәтеремдә.
Ниндәй исем ҡушырға, тигән һорау торманы. Атайымдың яратып йырлаған башҡорт халыҡ йыры Азаматтан... Азамат, әлбиттә Азамат!
Бәпескә 40 көн тулғас, әсәйем эшкә сыҡты. Өс апайыбыҙ мәктәптә уҡый, ә мин Флорида һеңлем менән өйҙә бәпес ҡарайбыҙ. Әүәл һалҡын ҡыш көндәрендә яңы тыуған быҙау, һарыҡ бәрәстәрен өйгә индереү йолаһы бар ине. Ул бәләкәстәр шаяндар, йүгереп карауат өҫтөнә лә менеп китәләр. Шунда эленеп торған сәңгелдәктең төбөнән һөҙөп уйнайҙар. Уларға уйын, ә беҙ Азамат туғаныбыҙҙы ҡолатып ҡуймағайҙары тип борсолабыҙ... Иртәгәһе көн атайым быҙауҙы мөйөшкә бәйләп ҡуйҙы.
...”Донъяла иң ҡыҫҡа нәмә ул – кеше ғүмере, тип әсәйем һөйләүен дауам итте. – Әле кисә генә сәңгелдәктән төштөгөҙ кеүек. Ҡайһы арала шулай буй еттеп, үҙ ғаиләләрегеҙҙе ҡороп өлгөрҙөгөҙ, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Атайығыҙ:
-Әсәһе, тыңла, килер бер көн, ҡошсоҡтарыбыҙ үҫеп, осоп сығып китерҙәр, Алла бирһә, беҙҙең кеүек бәхетле булырҙар, - ти ине. Аллаға шөкөр, бынамын тигән аҡыллы балалар үҫтерҙек! Беҙ, әбей менән бабай төпсөк улыбыҙ менән үҙ нигеҙебеҙҙә иҫәнлектә-һаулыҡта шатланып йәшәрбеҙ. Ә Инйәр ҡарағайынан һалған был йортобоҙ әллә нисә быуынға етәр әле. – Әсәһе, һин беләһеңме, иң бәхетле атайҙарҙың биш ҡыҙы һәм төпсөгө ир бала булғанын? Ҡөрьән Кәримдән уҡыным”, - тип, ышандырыр өсөн, өҫтәп тә ебәрә ине”.
Ғаилә – ул йомғаҡ кеүек түп-түңәрәк, йомшаҡ, йылы... Мин үҙебеҙҙең ана шул йомғаҡ кеүек ойошоп йәшәгән ваҡытыбыҙҙы һағынам. Атай, әсәй һәм бер сәңгелдәктә тирбәлеп үҫкән алты бала, алты яҙмыш, алты алтын сөй!..
Беҙ үҫеп еткәс, түп-түңәрәк йомғағыбыҙ яйлап һүтелә башланы. Атайым күҙаллағанса, берәмләп ғәзиз нигеҙебеҙҙән осоп сығып киттек. Бер ваҡыт өйҙә атай менән әсәй генә тороп ҡалды... Шунан атайыбыҙ мәңгелек йортона күсте, бер йылдан һуң әсәйебеҙ ҙә уның артынан юл алды.
Быйыл, һәр йылдағыса, йола буйынса, тыуған йортобоҙға; атайым, әсәйем, Рәфилә, Рәлиҙә апайымдар рухына арнап Хәтер көнө үткәрергә ҡайттыҡ. Ҡөръән уҡыттыҡ. Килгән ҡунаҡтарҙы һыйланыҡ, үҙебеҙ һыйландыҡ.
Моңһоу был сараның икенсе, күңелле яғы ла бар. Бөтә туғандарҙың бергә ойошоп йыйылыуы – ҙур байрам. Беҙ был көндө көтөп алабыҙ. Сөнки, туғандарҙың дуҫ, татыу, бергә булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим.
Кешеләр араһындағы йылы мөнәсәбәт – яңы тыуған сабый кеүек бит ул. Сабыйҙы сәңгелдәктә бәүелтеп, өфөлдәтеп-бәпелдәтеп, тирбәтеп, наҙлап, яратып ҡараған кеүек, йылы мөнәсәбәтте лә ҡәҙерләргә һәм бәҫен ебәрмәҫкә кәрәк.
Ә Инйәр ҡарағайынан һалынған йортта, теүәл бер быуын сабыйҙар тирбәтеп үҫтергән сәңгелдәктең ҡото, бер ваҡытта ла китмәҫ. Ул, шулай, быуындан быуынға дауам итер.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
https://vk.ru/m.gaifullina