Бынан байтаҡ йылдар элек таныштар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ике бүлмәле ғәҙәти генә ҡала фатиры. Күптән күрешмәгәс, өс-дүрт ғаилә күңелле генә аралашып ултырҙыҡ. Бер мәл хужаларҙың берҙән-бер улы мендәр һәм юрған тотоп килеп сыҡты ла ҡунаҡтар ултырған диванға, кешеләрҙең артынан үтеп, урын һала башланы. Әлбиттә, беҙ баланың йоҡларға теләүен аңланыҡ та, йәһәт кенә хушлашып, өҫтәл янынан тороп, ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Атай менән әсәй аптырашта ҡалды. “Улым, бөгөнгә беҙҙең йоҡо бүлмәһендә ятып торһаң да булыр ине...” тип өндәшеүҙәренә ун йәштәр самаһындағы малай: “Үҙемдең урынымда йоҡлағым килә!” – тип яуапланы.
Хужалар килеп тыуған хәлгә ныҡ уңайһыҙланды, ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, оҙатып тороп ҡалды. Беҙ ҙә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерҙек, күңелдә кешеләргә ҡамасаулыҡ тыуҙырыу хисе барлыҡҡа килде. Был хәлде булдырмау мөмкин инеме? Эйе, әлбиттә. Әгәр атай менән әсәй улдары менән алдан уҡ һөйләшеп, килешеп ҡуйһа, бала ла кеше алдында үҙен улай тотмаҫ ине, моғайын.
Балаларға ҡунаҡ килгәндә йәки ҡунаҡҡа барғанда, күмәк кеше йыйылған сараларҙа үҙеңде әҙәпле тотоу ғәҙәтен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур. Былар барыһы ла уның киләсәктә кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороуына, коллективта үҙ кеше булыуына, хатта тормошта үҙ урынын табыуына йоғонто яһай.
Ҡунаҡ саҡырыуға, ҡунаҡта үҙеңде тотоуға бәйле иң ябай ҡағиҙәләрҙе барлайыҡ:
* Саҡырасаҡ ҡунаҡтарығыҙға иртәрәк хәбәр итергә тырышығыҙ. Кемдеңдер килә алмауын белһәгеҙ, уның урынына көнөндә, сәғәтендә башҡа кешегә әйтеү килешмәй.
* Ҡунаҡтарығыҙҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, һәр береһе менән ихлас мөнәсәбәттә булығыҙ. Кәйефегеҙ ҡырылып йәки бер аҙ сирләп торған хәлдә лә һытыҡ йөҙ, ризаһыҙлыҡ белдермәгеҙ. Сирләгән осраҡта ҡунаҡты кисектереп торорға ла мөмкин.
* Табында кемгәлер айырым иғтибар күрһәтмәгеҙ. Араларында ни тиклем ныҡ хөрмәт иткән кешеләрегеҙ булмаһын, бөтә ҡунаҡтарығыҙға ла тигеҙ ҡарағыҙ.
* Таныштырғанда йәки табында ҡунағығыҙҙың хәтерен ҡалдырырлыҡ һүҙ һөйләмәгеҙ, уға бәйле икәү-ара ғына белгән хәбәрҙәрҙе күмәк кешегә сығармағыҙ.
* Әгәр өйҙә бәләкәй балалар булһа йәки ҡунаҡтарығыҙ бала менән килһә, улар өсөн икенсе бүлмәлә айырым өҫтәл әҙерләргә тырышығыҙ. Балаларҙың ололар һүҙенә ҡыҫылып ултырыуы – йәмһеҙ күренеш. Был талап ғаилә табындарына, өләсәй-олатай янына ҡунаҡҡа барыуға ҡағылмай, әлбиттә.
* Табындағы ризыҡтарҙы мотлаҡ ашау талабы менән ҡыҫтамағыҙ, нимә ашарға икәнен ҡунаҡ үҙе хәл итә.
* Саҡырған ҡунаҡтарығыҙҙы рәхмәт әйтеп, килеүҙәре өсөн шат булыуығыҙҙы белдереп оҙатып ҡалығыҙ. Беҙҙең халыҡта күстәнәс, бүләк биреү кеүек матур йолалар электән килә.
* Берәйһенең үҙен тотошо, ҡылығы оҡшамаған хәлдә лә бер ҡасан да ҡунаҡ артынан кемделер яманлап һөйләмәгеҙ.
Саҡырыусы ғына түгел, ҡунаҡ үҙе лә әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен белергә тейеш:
* Саҡырылған ергә мотлаҡ барырға тырышығыҙ. Бара алмаһағыҙ, был хаҡта мөмкин тиклем иртәрәк хәбәр итегеҙ. Туй, юбилей кеүек саралар кафе һәм ресторанда үткәрелгән заманда был бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки ундай урындарҙа кеше иҫәбен алдан белергә, шуға ҡарап заказ яһарға кәрәк.
* Хужалар табынды асмайынса ашай башламағыҙ. Ни тиклем асыҡҡан булһағыҙ ҙа йәки табындағы ризыҡтар ни хәтлем тәмле тойолһа ла, сама белегеҙ. Самалап ашау – күркәм холоҡ, тәрбиәлелек билдәһе һәм сәләмәтлек нигеҙе. Ошондай хәҙис тә бар: “Кеше тултыра торған иң насар һауыт – ул ашҡаҙандыр. Хәл инерлек кенә ашарға кәрәк. Ашҡаҙандың өстән бер өлөшө – ризыҡҡа, йәнә өстән бере – һыуға, ҡалған өлөшө тын алырға ҡалһын”.
* Алдығыҙҙағы тәрилкәгә ризыҡты ашап бөтөрлөк итеп кенә һалып алығыҙ. Беҙҙең халыҡта аш ҡалдырыу хупланмай, бәрәкәт китә тип һанала. “Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр” тигән әйтем дә тап ошо хаҡта.
* Табында үтә ҡысҡырып һөйләү, көлөү, телмәр тотҡан кешене бүлдереү килешмәй. Шулай уҡ әҙәпһеҙ көләмәстәр, ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килтерерлек хәлдәр тураһында һөйләү ҙә табындың йәмен ебәрәсәк.
* Ҡунаҡҡа ваҡытында килеп, мәлендә ҡайта белегеҙ. Хужаларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп хушлашығыҙ.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-04-27/bala-tal-syby-2275175