+21 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
18 Августа , 10:35

Артыҡ ҡупшы туйҙар кәрәкме ул?..

Күптән түгел минең дуҫ ҡыҙым кейәүгә сыҡты, туйҙары булды. Икеһе лә урта хәлле генә ғаиләнән. Әммә туйҙы ҡолас йәйеп, бик затлы итеп үткәрҙеләр. Туйға кейенеп килеү ҙә көнбайыш стилендә ине. Шәхсән миңә билдәле бер фасондағы һәм төҫтәге күлдәк эҙләү бөтөнләй оҡшаманы, әммә кәләштең үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Туйға 150-гә яҡын ҡунаҡ саҡырылған. Саҡырыу ҡағыҙҙары ғына ла, моғайын, бик ҡиммәт торғандыр, сөнки улар боронғо стилдә, сургуч мисәт менән эшләнгәйне. Хатта туйҙың үҙ сайты ла бар!

Артыҡ ҡупшы туйҙар кәрәкме ул?..Артыҡ ҡупшы туйҙар кәрәкме ул?..
Артыҡ ҡупшы туйҙар кәрәкме ул?..

Туйға килдем. Зал бик бай һәм матур биҙәлгән. Уны ҡуртымға алыу, сәскәләр, алып барыусылар, шоу-программа, фотограф, видеограф, айырым ялланған ашнаҡсы, официанттар. Ризыҡтар барыһы ла сит-ят, әммә артыҡ тәмле лә, ҡатыҡаныраҡ та булды һымаҡ.

Осраҡлы ғына мин шаһит ҡыҙҙың икенсе бер ҡыҙ менән һөйләшкәнен ишетеп ҡалдым. Асыҡланыуынса, кейәү менән кәләш туй үткәреү өсөн бик юғары процент менән кредит алған, ә ай һайын түләүҙәре икеһенең дә эш хаҡының нәҡ яртыһын тәшкил итә.

Быны ишеткәс, мин хайран ҡалдым. Йәштәр ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй, машиналары юҡ, әммә улар бер кис, «матур йәшәп алыу» өсөн кредит алған.

Ә иң ныҡ күңелемде ҡырғаны шул булды: йәштәр кис буйы һытыҡ йөҙ менән ултырҙы. Үҙ байрамдарынан шатлыҡ та, ҡәнәғәтлек тә алманы. Нерваланып, борсолоп гел ниҙер иҫәпләп ултырҙылар. Уларҙы ҡунаҡтар бүләк иткән конверттарҙағы аҡса күберәк ҡыҙыҡһындырҙы. Мин былар тиҙҙән айырылышыр, ахыры, ә кредитты барыбер түләргә тура киләсәк, тип бошоноп уйланып ултырҙым.

Бындай артыҡ ҡупшы туйҙар ниңә кәрәк?

Туй үткәреү — ҡиммәт, бик ҡиммәт. Бер тапҡыр кейеп, унан һуң ул йылдар буйы шкафта эленеп торасаҡ туй күлдәге, балдаҡтар. Аҙығы һыуынып бөткән ресторан, бер сәғәт үтеүгә ҡыҙмасаға әйләнгән ҡунаҡтар. Фотограф, видеограф, тамада, кәләш һатыу, букеттар, саҡырыу ҡағыҙҙары һәм тағы ла төрлө ваҡ-төйәк сығым.

 «Барыһын да матур итеп үткәреү» өсөн кредит алған парҙарҙы беләм. Улар бер нисә сәғәтлек банкет өсөн ярты миллион сығарып һалған, ә һуңынан бер нисә йыл буйы ошо бурысты түләп йәшәгән. Ни өсөн? Бер кис өсөнмө? Әле үҙҙәре ошо байрамда ашай ҙа алмай ҡала, сөнки гел йылмайырға, беренсе бейеүҙе бейергә, торт киҫергә кәрәк.

Был әле сәскәләре генә. Емештәре бер-ике йылдан, улар айырылышырға уйлағас, башлана…

Күпселек туйҙарҙа күлдәкте лә, тортты ла, залдың биҙәлешен дә бер кем дә хәтерләп ҡалмай. Әммә аҙыҡтың тәмен һәм программаның күпмегә һуҙылғанын бөтәһе лә хәтерләй. Бурысҡа батмай ғына яҡшы, күңелле байрам уҙҙырырға  мөмкин бит.

Мин өйләнешмәгеҙ, туй үткәрмәгеҙ, тип әйтмәйем. Ә ҡиммәтле, затлы мәжлескә аҡса түкмәгеҙ, тим. Никахты теркәп, иң яҡындарың менән күңелле итеп ултырырға мөмкин бит. Ә туй мәжлесе өсөн тәғәйенләнгән аҡсаға сәйәхәт итергә мөмкин. Бына ул ғүмер буйына хәтерҙә ҡаласаҡ.

Сығанаҡ: https://vk.ru/intertatgazeta

Автор:
Читайте нас