

Күренеүенсә, әбей бер ҡайҙа ла ашыҡмай, тирә-йүнен битараф ҡына күҙәтеп, үҙ юлы менән китеп тик бара. Урамға, саф һауа һуларға, йөрөргә сыҡандыр... Юлдың ситенәрәк күсеп, ҙур һаҡлыҡ менән, инәйҙең йөҙөнә күҙ һалам: һары, йыйырсыҡлы, төпкә батҡан бәләкәс кенә күҙҙәре тулы моң, һағыш, юҡһыныу, өмөтһөҙлөк... Өҫтөндә ябай ғына, ҡара төҫтәге кейем. Пальтоһының көләпәһен башына кейеп, бауын эйәге аҫтына ҡымтып бәйләп ҡуйған. Аяғындағы, балондан тегелгән иркен итеге, атлағанда ҡамасаулап, ваҡыт-ваҡыт һөрлөгөп китә. Тик ул быға артыҡ иғтибар итмәй, яйлап ҡына атлауын дауам итә.
Әлбиттә, ваҡытында бабайы ла, гөрләп торған донъяһы ла, бөтәһе лә бөтә кешенеке кеүек, хатта яҡшыраҡ та булғандыр. Тик ваҡыт үтеү менән былар бөтәһе лә юҡҡа сыға, һинең уларға, уларҙың һиңә кәрәге бөтә. Донъя төҫһөҙләнә. Кеше үҙенең тормош һуҡмағында яңғыҙ тороп ҡала. ...
Йомабикә Илъясованың... Кешенең ире, балалары, яҡындары булһа ла, күңел төбөндә ул һәр ваҡыт яңғыҙ, - тип яҙған шиғыр юлдары иҫкә төштө...
Был донъяға кеше яңғыҙ тыуа,
Был донъяла кеше яңғыҙ йәшәй,
Был донъянан кеше яңғыҙ китә!
Кәйефем бермә-бер ҡырылды. Ниндәй күңелһеҙ финал! Мин үҙемә бындай ҡартыҡ теләмәйем...
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Фото: rus.postimees.ee