+17 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентября , 10:10

БИШ МИНУТ

Үҙебеҙҙең туҡталышта төшөп ҡалам, ауылға тиклем өс саҡрымдай ара бар. Тышта ҡараңғы төн. Шомло. Ҡурҡыта бер аҙ. Ҡараңғылыҡҡа тура ҡарарға ҡурҡыта, ахыры. Тик ҡараңғылыҡтың унда эше юҡ, машина ҡуҙғалып китеү менән ул һине үҙенең ҡосағына алырҙай булып һырып ала, ҡаршылашыуың иҫәпкә алынмай, сөнки төн - уның биләмәһе, көсө. Алдыңдан да, артыңдан да, йән яғыңдан ҡараңғылыҡтың ҡуйы шаршауы уртаһында тороу мейегә яңыса тәьҫир итә, күңелдә яңы тойғолар уята, ошоғаса уйламаған уйҙар уйлата.

БИШ МИНУТБИШ МИНУТ
БИШ МИНУТ

Әлдә Ер йөҙөндә көнгә юлдаш төн дә бар тигән уй килә башҡа. Ул бит Ерҙең, тәбиғәттең кешеләрҙән, бигерәк тә эске мәҙәнилеге булмаған әҙәмдәрҙән, ял итеү осоро, тынлыҡ мәле. Мин дә уның ялын боҙоп торғанға минең күңелемә шом һалып уратып алған да үҙенең дәғүәһен белдерә.
Шул мәл ҡапыл йондоҙ атылды. Ҡарашым күккә төбәлде.
Баҡтиһәң, бигүк ҡараңғы ла булмаған салт аяҙ йондоҙло төн икән, Етегән йондоҙ күктең хужаһы булып балҡып тора, кәмей башлаған ай ағастар араһынан күренеп ҡала, Ҡырҡтының үрҙәре лә аҡлы-ҡаралы һүрәт булып күҙаллана. Күктә Өлкәр йондоҙ ҙа күренә. Ҡапыл әсәйле ваҡыттар иҫкә төшә. Әсәйемдең ҡышҡы аяҙ төндәрҙә йондоҙҙарҙың исемдәрен әйтеп курһәткәне иҫкә килә.
Ҡарашты күктән алыу менән йәнә шомло ҡараңғылыҡ донъяһына сумаһың... Шул ваҡыт ауыл яғынан килгән машина тауышы ишетелде, фараларының яҡтылығы күренде. Был ағайым мине ҡаршы алырға килә.
Туҡталышта биш минутта булған күренеш - тотош тормоштоң үҙе кеүек тойолдо.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

https://vk.ru/club225661799

Фото: Pinterest

 

 

Автор:
Читайте нас