+17 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентября , 05:50

Лира ЯҠШЫБАЕВА СЕЛЕК ҺЕПЕРТКЕ

Борон-борон заманда Сәйетбаба ауылында бер бай кеше йәшәгән, ти. Уның көтөү-көтөү малы, әйләнеп сыҡҡыһыҙ донъяһы булған. Әммә бер көндө бай ҡапыл донъя ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әхирәткә кеше үҙе менән тик иманын һәм изге ғәмәлдәрен генә алып китә. Шулай итеп, тормош ағасынан өҙөлгән япраҡ кеүек, бай ҙа бөтә мал-мөлкәтен, йыйған донъяһын ошо фани донъяла ҡалдырып китә. Байҙың ете улы була. Бер көндө улар, аталарының мираҫын бүлешеү өсөн, ата йортонда йыйыла. Әммә мал-мөлкәтте бүлә башлағас, ағай-энеләр араһында бәхәс һәм талаш ҡуба. Ваҡыт үтеү менән был ыҙғышҡа башҡа туғандары ла ҡушыла.

Лира ЯҠШЫБАЕВА СЕЛЕК ҺЕПЕРТКЕЛира ЯҠШЫБАЕВА СЕЛЕК ҺЕПЕРТКЕ
Лира ЯҠШЫБАЕВА СЕЛЕК ҺЕПЕРТКЕ

Ауылдың аҡһаҡалы Шәйхеләхмәт мулла уларҙы тынысландырырға тырышып:

— Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны. Юҡ өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, уландар, — тип өгөт-нәсихәт әйтә.

Ләкин ҡыҙып киткән ағай-энеләр ауылдың иң оло кешеһенең һүҙенә ҡолаҡ һалмай, һаман да ыҙғышыуын дауам итә.

Шул саҡ ауылға ҡулына селек һепертке тотҡан, ябай ғына кейенгән бер ят мосафир килеп инә. (Халыҡ риүәйәттәре буйынса, был дәрүиш ҡиәфәтенә ингән Хызыр Ильяс булғандыр.)

Ул ыҙғышып торған кешеләр янына килеп баҫа ла йылмайып:

— Эй, ағай-эне – аҡ мыйыҡ,
Бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ!
Ҡаҡҡан-һуҡҡан булһа ла,
Бер-беребеҙҙе яҡлайыҡ! — тип әйтә.

Артабан биленән сисеп алған селек һеперткене һуҙа ла:

— Мәгеҙ әле, ошо һеперткене һындырып ҡарағыҙ, — ти.

Быны мәрәкәгә һанап, ете ағай-эне бергәләп һеперткене һындырырға тотона. Әммә күпме генә тырышһалар ҙа, уртаһынан ныҡ итеп бәйләнгән һеперткене һындыра алмайҙар.

Шунан мосафир һеперткенең бауын сисеп ебәрә лә, сыбыҡтарҙы берәмләп ергә теҙә.

— Ә хәҙер һындырып ҡарағыҙ.

Был юлы ағай-энеләр һәр сыбыҡты берәмләп еңел генә һындырып сыға.

Шунда серле мосафир былай ти:

— Бына күрҙегеҙме? Берҙәмлектә — көс. Татыулыҡҡа хатта тау ҙа һоҡлана. Бергә, татыу йәшәһәгеҙ, бәйләнгән һеперткене һындырып булмаған кеүек, һеҙҙе лә бер кем дә еңә алмаҫ. Ә үҙ-ара дошманлашып, тарҡалып йәшәһәгеҙ, яңғыҙ сыбыҡ кеүек һәр берегеҙҙе айырым-айырым һындырыу еңел булыр.

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, мосафир, нисек кинәт кенә пәйҙә булһа, шулай уҡ күҙҙән дә юғала.

Кешеләр уның артынан ҡараһа, бер кемде лә күрмәй. Шунда ете туған был ваҡиғаның ябай түгеллеген аңлай. Улар бергәләп ҡырға сығып, күп итеп селек йыйып ҡайта. Һәр береһе үҙенә һепертке яһай ҙа, уны сүс бау менән ныҡ итеп бәйләп, өй ҡыйығындағы ҡаҙыҡҡа элеп ҡуя. Был һепертке уларға һәр ваҡыт берҙәмлек хаҡындағы аҡылды иҫтәренә төшөрөп тора.

Ошо көндән алып ете ағай-эне үҙ-ара килешеп, татыу йәшәй башлай.

Быны күреп, Шәйхеләхмәт мулла шатланып:

— Эйе, әҙәм балаһының көсө — берҙәмлектә. Башында тауыҡ суҡып алырлыҡ аҡылы булған һәр кем быны аңлар, — ти.

Шул заманан алып Сәйетбаба халҡы был аҡылды быуындан-быуынға аманат итеп тапшырып килгән. Улар татыу, берҙәм йәшәгән, ә ауыл тора-бара Башҡортостандың иң ҙур һәм тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған ауылдарының береһенә әйләнгән.

Ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы — алтын. Уны күңеленә һеңдереп йәшәгән кеше үҙе лә рухи байлыҡҡа эйә була.

***

Башҡортостандың һәр төйәгендә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тәрән мәғәнәле риүәйәттәр йәшәй. Улар беҙҙе иманға, әҙәпкә, берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа өйрәтә.
«Селек һепертке» хаҡындағы был хикәйәт тә тап шундай аманаттарҙың береһе. Хызыр Ильяс (ғәләйһиссәләм) хаҡындағы халыҡ риүәйәтендә бер бәйләнгән һеперткене һындырып булмауы, ә айырылған сыбыҡтарҙың берәмләп еңел һыныуы аша ҙур хәҡиҡәт күрһәтелә: берҙәмлектә – көс, ә тарҡаулыҡта – көсһөҙлөк.

Был фекер Ислам диненең дә төп ҡиммәттәре менән ауаздаш. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:

«Аллаһтың ебенә ныҡ йәбешегеҙ һәм айырымланмағыҙ.» («Әлү Ғимран» сүрәһе, 103-сө аят мәғәнәһе).

Ғаиләлә лә, туғандар араһында ла, йәмғиәттә лә үҙ-ара ихтирам, кисереү һәм татыулыҡ һаҡлау – мөьминдең матур сифаттарының береһе.

Аллаһ Тәғәлә күңелдәребеҙгә берҙәмлек, мөхәббәт һәм бәрәкәт бирһен. Балаларыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың аҡыллы аманаттарын онотмай үҫһен. Әмин. 🤲🌿

Сығанаҡ: https://vk.ru/club215622371

 

Автор:
Читайте нас