

Йәш ҡатын шатланып өйөнә ҡайтып китә. Ҡарсыҡ кәңәшен тыңлап, яҡшы килен булып күренергә тырышҡан. Көн һайын таң менән тороп, һыйыр һауған, ҡамыр баҫҡан, тәмле аштар бешергән, өйҙө, баҡсаны тәртиптә тотҡан. Ә иң беренсе эш итеп ҡәйнәһенә теге үләндәрҙе эсергән. Үҙе уға “әсәй!” тип өҙөлөп торған. Бындай мөнәсәбәттән ҡәйнәһе лә үҙгәргән, килененә яғымлы өндәшкән, эштәрендә ярҙамлашҡан, төплө кәңәштәр биргән. Әсәһе менән ҡатынының нисек татыу, матур йәшәй башлағандарын күргән ирҙең шатлығы эсенә һыймаған.
Ләкин бер аҙҙан йәш ҡатын йәнә им-томсоноң аяғына килеп йығылған.
— Ярҙам ит, ҡотҡар, зинһар, һин булдыра алаһың бит! — тип илаған ул.
— Ни булды тағы? — тип ғәжәплән ҡарсыҡ.
— Теге ағыулы үләндәрҙең йоғонтоһон бөтөрә торған дарыу бир, ҡәйнәм миңә әсәм кеүек яҡынға әйләнде, мин уның үлеүен теләмәйем! — тип ялбарған йәш килен.
— Тыныслан, ул үләндәрҙә бер ағыу ҙа юҡ ине. Киреһенсә, шифалы улар. Ағыу һинең йөрәгеңдә ине. Хәҙер күрәм, ул ағыуҙан ҡотолғанһың, — тип йылмайған әбей.
Ә беҙҙең йөрәктәр ни хәлдә икән, дуҫтар? Ағыулы уй-ниәттәр кермәһен ине унда...