+1 °С
Ясно
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраля 2023, 05:00

Өфө хакимиәтенән яугирҙәргә мобиль кер йыуыу бүлмәһе

Баш ҡаланан махсус хәрби операция һыҙатына сираттағы гуманитар конвой юлланды. Яугирҙәргә 14 берәмек техника һәм мобиль кер йыуыу бүлмәһе килтереләсәк. Уның ярҙамында хәрби хеҙмәткәрҙәр ялан шарттарында кейемдәрен йыуа аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө хакимиәтенән яугирҙәргә мобиль кер йыуыу бүлмәһеӨфө хакимиәтенән яугирҙәргә мобиль кер йыуыу бүлмәһе
Өфө хакимиәтенән яугирҙәргә мобиль кер йыуыу бүлмәһе

Унда  ике кер йыуыу һәм киптереү машинаһы ҡуйылған, ул тиҙ арала кейемде йыуып һәм киптереп алырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, гуманитар ярҙам составында туғандарынан посылкалар һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләктәр бар. Бер нисә көндән колонна тәғәйенләнгән урынға барып етәсәк.

Ғинуар урталарында баш ҡала хакимиәте көсө менән йыйылған гуманитар ярҙам Донецк өлкәһенә ебәрелгәйне. Ул саҡта яугирҙәргә мунса-мискәләр, генераторҙар, буржуйкалар, тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, төҙөлөш материалдары һәм инструменттар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек тапшырылды.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас