-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль 2023, 13:00

Бәпес табырға - ҡаргиҙәрҙә

27 февралдә, иртә менән Иглин районының Алаторка ауылында йәшәгән йөклө ҡатындың тулғағы башлана. Бәпес көткән ғаилә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә шылтырата, тик был мәлгә бер нисә сәғәт элек кенә таҙартылған ауыл урамдары ҡар менән ҡапланған була. Аптырауҙа ҡалған ғаилә ауыл хакимиәте башлығы Флорида Мосейчукка мөрәжәғәт итә.

Бәпес табырға - ҡаргиҙәрҙә
Бәпес табырға - ҡаргиҙәрҙә

Хакимиәт башлығының тормош юлдашы Николай Мосейчук “Буран” ҡаргиҙәрен тоҡандырып, йөклө ҡатынды оло юлға алып сыға. Унан инде буласаҡ әсәне машина менән Өфө ҡалаһындағы 3-сө бала табыу йортона илтәләр.

Дауаханаға барып етеп, 15 минут үтеүгә ҡатындың улы тыуа. Әйткәндәй, буранлы көндә тыуған малай – ғаиләләге бишенсе сабый. Бәхетле әсә һәм уның яҡындары хакимиәт башлығына һәм уның тормош иптәшенә ҙур рәхмәт белдерә, тип хәбәр итә “Иглинские вести” баҫмаһы.

Фото: mpsc.ru

Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-02-27/b-pes-tabyr-a-argi-r-3158890
Автор:
Читайте нас: