+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023" республика конкурсы башланды

«Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабының «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2023» республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023" республика конкурсы башланды
"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023" республика конкурсы башланды

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2000 йылдың 24 декабрендәге 1191-р һанлы бойороғона ярашлы үткәрелә. Конкурс комиссияһы рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А. Г. Назаров.

Ҡатнашыусылар конкурсҡа теләһә ниндәй продукция (аҙыҡ-түлек тауарҙары, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары, техник-производство продукцияһы) йәки хеҙмәттәр тәҡдим итә ала.

Республика конкурсы лауреаттары «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибын файҙаланыу һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын ала.

Конкурса шарттары тураһында мәғлүмәт  https://100best.bashtest.ru/ сайтында.

Фото: https://bashtest.ru/contests/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: