+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Апрель 2019, 11:19

Хәҙер һеҙгә таблеткалар яҙып бирәм...

– Хәҙер һеҙгә таблеткалар яҙып бирәм, ашағандан һуң көнөнә биш тапҡыр эсерһегеҙ.– Доктор, ә мин ул тиклем ри­зыҡты ҡайҙан алырмын икән?

– Хәҙер һеҙгә таблеткалар яҙып бирәм, ашағандан һуң көнөнә биш тапҡыр эсерһегеҙ.

– Доктор, ә мин ул тиклем ри­зыҡты ҡайҙан алырмын икән?


***


Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ре­монтлаусыларға ысын күңел­дән ғүмерҙәре буйына тик ямаулы ойоҡбаштар ғына ке­йеүҙәрен теләйем.


***


Телевизорҙан реклама ҡа­райһың – унда журналға реклама бирәләр. Журнал һатып алаһың – ә унда магазин рек­ламаһы. Магазинға бараһың – ә унда телевизор һаталар. Телевизор һатып алаһың, тоҡан­дыраһың – ә унда йәнә ошо уҡ журналға реклама. Был ни һуң?!


Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: