– Ҡарале, телевизорҙан һинең элекке ҡатыныңды күрһәтәләр!
– Эйе, был йәшниктән бер ваҡытта ла һәйбәт нәмә күрһәтмәйҙәр!
– Ҡәҙерлем, әйҙә өйләнешәйек, туй яһайыҡ.
– Минең өйләнгем килмәй, ә ашағым килә.
– Иҫәр, туйҙа туйғансы ашарһың.
– Һөйөклөм, әгәр беҙ хәҙер үк ҡайтып китмәһәк, мин был магазинда икенсе ҡатынды табам һәм уның менән ҡайтып китәм...
Улы, атаһы бөтөнләй ҡартайған тип уйлап, уны ҡарттар йортона бирә. Биш йәшлек улы һорай:
– Олатайҙы ҡалдырып киткән йорттоң адресын алдыңмы?
– Уның янына барғың киләме ни?
– Ҡартайғас, һине ҡайҙа алып барырға икәнен белгем килә.
Математика уҡытыусыһы вагонда китеп бара. Поезд ҙур тиҙлектә һыйыр көтөүе янынан уҙа. “56 баш”, – тип хәбәр итә математик.
– Нисек белдегеҙ? – тип һорай юлдаштары, ғәжәпләнеп.
– Бик еңел. Тояҡтарҙы һанайһың да дүрткә бүләһең.
– Йәйҙе шул тиклем яратам! Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә мөмкин!
– Вәлитдин, балконда тәмәке көйрәтеү, һыра һемереү шулай тип атала ла.