Оло йәштәге уҡытыусыға элекке уҡыусыһы шылтырата:
– Һаумыһығыҙ, Ғәлимә Сәлим ҡыҙы! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә, илебеҙ, йәмғиәтебеҙ, бәләкәй Ватаныбыҙ файҙаһына ғүмер буйы арымай-талмай хеҙмәт иткән хөрмәтле мәғариф ветеранына, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!..
– Рәхмәт, Ғәзим! Шул тиклем күңелем тулды! Тамсы ла үҙгәрмәгәнһең, һаман шулай ихласһың, кеше йәнле, эскерһеҙһең! Эргәңдәге билдәһеҙ синыфташыңа ла рәхмәтле сәләм күндер минән, йәме...
– Ниндәй синыфташ, тиһегеҙ?..
– Һуң, “ҡотлайбыҙ”, – тинең бит, тимәк, эргәңдә кемдер бар?
– Бер кем дә юҡ, ғәфү итегеҙ, шул бер алама ғәҙәтемдән арына алманым инде. Район башлығының спич-райтеры булып эшләйем, йәғни, уға ҡотлау телеграммалары, сығыштар яҙам, ә ул үҙе тураһында күплектә һөйләргә ярата. Ролдән сыға алмай ултырам...