– Хәйер һорау оят түгелме һеҙгә?! – ти бер ханым, хәйерсене ғәрләндермәксе булып.
– Һеҙ хаҡлы, мадам, – ти теләнсе. – Беҙгә хәйер йыйыу контораһы асырға күптән ваҡыт.
Разведка идаралығы начальнигы, бүлмә һайын инеп, үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән танышып йөрөй:
– Ә һеҙ кем? – тип һорай ул бер хеҙмәткәрҙән.
– Беҙҙең бүлек үтә йәшерен эш башҡара. Шуға күрә мин үҙемдең кем булыуымды ла, нимә менән шөғөлләнеүемде лә белмәйем.
– Минең атайым яңы машина һатып алған, – тип маҡтана кескәй Пеппино үҙенең дуҫтарына.
– Гаражда. Атайым төнө буйы уны икенсе төҫкә буяны һәм номерын алмаштырҙы.