+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
8 Ноябрь 2020, 13:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ УЛЫМ, ҠЫРЫНҺАҢ ИКӘН

– Улыҡайым, ҡырынһаң икән.

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ
УЛЫМ, ҠЫРЫНҺАҢ ИКӘН
– Улыҡайым, ҡырынһаң икән.
– Мин һаҡал үҫтерәм, Николай Икенсенеке кеүек итеп. Хәҙер шундай мода.
– Һаҡ бул, большевиктар башыңа етә күрмәһен.
* * *
– Һин, ысынлап та, хужабикәме?
– Эйе.
– Шәп! Хужабикәләрсә бәрәй нәмә әйт әле.
– Ауыҙыңды яп та, нимә бирәләр, шуны тығын!
* * *
Ейән өләсәһенән һорай:
– Беренсе тапҡыр осрашҡас, ҡыҙ менән нисек мөғәләмә итергә?
– Ҡыҙ менән шыршы кеүек ипләп мөғәләмә итергә кәрәк.
– Ҡырҡып өйгә алып ҡайтырғамы?
* * *
Еҙ һиҙеү – барыбер ҙә бына тигән әйбер. Әгәр ул булмаһа, мин янғын һүндереүселәр килгәс кенә аш йылытырға ҡуйыуымды хәтергә төшөрмәй нисек компьютер алдында ултырыр инем.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле мәҙәктәр менән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: