-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Ноябрь 2020, 11:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ СКРИПКАҒЫҘҘЫ БИРЕП ТОРОҒОҘ

Бер ир күрше фатирға шылтырата:– Ғәфү итегеҙ, бөгөн кискә скрипкағыҙҙы биреп тора алмаҫһығыҙмы икән?– Әллә уйнарға өйрәнергә теләйһегеҙме?

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ
СКРИПКАҒЫҘҘЫ БИРЕП ТОРОҒОҘ
Бер ир күрше фатирға шылтырата:
– Ғәфү итегеҙ, бөгөн кискә скрипкағыҙҙы биреп тора алмаҫһығыҙмы икән?
– Әллә уйнарға өйрәнергә теләйһегеҙме?
– Юҡ, йоҡомдо туйҙырҙым килә.
* * *
– Һин телевидениеның бер ваҡытта ла гәзитте алыштыра алмаясағын беләһеңме?
– Юҡ, ә ни өсөн?
– Битеңә телевизор ҡаплап йоҡлап ҡара...
* * *
Төҙөүселәр кирбестән йорт һалған. Баҫҡыстарҙы алыу менән ул емерелеп төшкән. Прораб килә:
– Обой йәбештермәй тороп, баҫҡыстарҙы алмаҫҡа, тип мин һеҙгә әйтмәнемме ни?
* * *
– Был ни хәл?! Һеҙҙе бейеүгә саҡырыуым була, көй шунда уҡ туҡтай.
– Юҡ өсөн борсолмағыҙ, ирем – ансамбль етәксеһе.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле мәҙәктәр менән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: