+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Ноябрь 2020, 13:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ ҺАМАН УЙНАП ТУЙМАЙБЫҘ

Минең үҙ рок төркөмөм барлыҡҡа килде. Мин электрогитарала, ә күршеләр батареяла уйнай. Һаман уйнап туймайбыҙ.

– Һөйөклөм, һинең ата-әсәң беҙҙең өйләнешеүгә нисек ҡарай?
– Бер нисек тә.
– Йәғни?
– Атайым өндәшмәй, ә әсәйем ҡаршы төшөр өсөн атайымдың әйткәнен көтә.
* * *
Минең үҙ рок төркөмөм барлыҡҡа килде. Мин электрогитарала, ә күршеләр батареяла уйнай. Һаман уйнап туймайбыҙ.
* * *
– Будильник шылтыраһа, миңә терәп аталар һымаҡ.
– Һин шунда уҡ һикереп тораһыңмы?
– Юҡ, үлек кеүек ятам.
* * *
Фермерҙар хәйриә ашханаһына бер тонна ҡарбуз бүләк иткән. Ҡарбуздар һатыуға сыҡҡан да инде.
* * *
Бәхетле ғаилә тормошо өсөн етешһеҙлектәргә күҙ йоморға кәрәк, тиҙәр. Һорау: ә күҙҙе ҡасан асырға мөмкин?..
* * *
– Әйҙә, минең менән ресторанға!
– Юҡ! Мин һиңә үпкәләнем! Минһеҙ генә бар.
– Һинһеҙ бара алмайым. Минең аҡсам юҡ.
* * *
Ике эт газонда сабып йөрөй.
– Ҡарәле, эттәр ниңә ғүмер буйы морондоҡ кейеп йөрөй, ә кешеләр яңы ғына кейә башланы?
– Бында ғәжәп бер нәмә лә юҡ. Эттәр башта йыһанға осто, шунан һуң ғына кешеләр...
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле мәҙәктәр менән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: