-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Декабрь 2021, 16:00

Кишер һәм банан

Ни генә һөйләмәһендәр, барыһы ла яҡшыға. Бөгөн былау бешерҙем, элек итте әҙерәк, ә кишерҙе күберәк һала торғайным. Әле кире­һенсә эшләнем, ысын былау килеп сыҡты.

Кишер һәм банан
Кишер һәм банан

***

Офисҡа ингәндә ҡара­уыл­сы температурамды үлсәне, ҡулымдағы бөйө­рөктөкөн дә үлсәргә онотманы...
***
Йыш ҡына лимонды сәй­гә түгел, ә Швейцария банкыһына һалғым килә.
***
– Ни өсөн бөтә депутаттар ҙа Рәсәй файҙа­һына бер нәмә лә эшлә­мәй?
– Сөнки сит ил граждандарына Рәсәйҙең эске эштәренә тығылырға ярамай.
***
Ысын текә атайҙар балаларын сит илгә уҡырға ебәрмәй, ә Мәскәү уни­вер­­ситеттарының филиалдарын аса.
***
Яңы указға ярашлы, хәҙер кишер Рәсәй бананы тип аталасаҡ.
***
– Әллеү! Был мәшғүллек үҙәгеме?
– Эйе.
– Зинһар өсөн әйтегеҙ әле, һеҙҙән күпме аҡса алып торорға мөмкин?
***
Мин коронавирус тура­һында бик шәп көләмәс беләм, тик уны таратҡым килмәй.
***
Иҡтисади көрсөк. Ир һатыусынан һорай:
–Һеҙҙә селедканан баш­ҡа балыҡ бармы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, селедка ғына. Аңлай­һы­ғыҙмы, көрсөк, транспорт юҡ, бензин бирмәйҙәр...
– Селедка таксиҙа килдеме әллә?
***
– Әйт әле, “Көлкөлө хаҡтар” магазинында хаҡ­тарҙан көлгән берәй кешене күргәнең бармы?
***
– Мин иң һәйбәт табип­тарҙа дауаландым, әммә һуңынан проблемалар башланды.
– Сәләмәтлегең менән­ме?
– Юҡ, аҡса менән.
***
Мәғариф яңылыҡтары: “Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәйҙәге элита мәктәптә­рендә ялтырауыҡлы класс журналдары индерелә”.
***
Аҡсаң әҙ булғанда намыҫлы кеше булыу ҡы­йын түгел. Ә бына аҡсаң күп булһа, намыҫлы булып ҡалыу ҡыйыныраҡ.

А. ӘЛТӘФОВ һүрәте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: