– Ә улар һиндә күпме ине?
– Икәү.
***
– Ҡатыным һыуытҡысты һыйыр ите, тауыҡ ите, ниндәйҙер кәтлиттәр менән тыңҡыслап тултырҙы ла ике аҙнаға мине яңғыҙымды ҡалдырып китте... Һөҙөмтәлә билмәндәрҙе һаҡларға урын ҡалманы. Ашағым килә, үләм!
***
Ир-егеттәр мөхәббәттең ысын ҡиммәтен аңламай. Алимент түләй башлағансы...
***
– Әҡлимә, иреңә нимә ашатаһың?
– Үҙебеҙ нәмә ашайбыҙ, уға ла шуны бирәбеҙ.
***
– Күрше, һин ниңә кисә ҡатыныңа ҡысҡырҙың ул?
– Аҡсаны ҡайҙа тотонғанын әйтергә теләмәне.
– Ә бөгөн ниңә ҡысҡырҙың?
– Бөгөн ул миңә әйтте.
***
– Ҡәҙерлем, иҫеңдәме, мин иртән фатир буйлап: “Ура! Мин, ниһайәт, теге шайтан алғыры асҡысты таптым!” – тип ҡысҡырып йөрөнөм?
– Иҫемдә.
– Унан һуң мин уны ҡайҙа һалғанды күрмәнеңме?
А. ӘЛТӘФОВ һүрәте.