+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
22 Декабрь 2021, 13:10

Көлгәнгә – көлкө

Йәй көнө кешеләр ике төркөмгә бүленә: диңгеҙҙе яратыусылар һәм диңгеҙҙе яратыусыларҙы күрә алмаусылар. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Миндә һуғанға аллергия: уны таҙартҡан һайын күҙ­ҙәрем йәшләнә.
***
– Ҡайҙа эшләйһең?
– Почтала. Хаттарға штемпель һуғам.
– Ялҡытҡыс эштер инде?
– Нимә һин, юҡ, көн дә яңы дата.
***
Ял көндәрендә дачаға барғас, өйҙәгеләрҙән минең килеүгә иң ныҡ ҡыуанғаны – себендәр.
***
– Һуңғы арала бер ҙә күренмәйһең, ҡайҙа юғалдың?
– Дачала ятам.
– Ниндәй маладис!
– Унда минең телевизорым да юҡ.
– Һин бөтөнләй маладис!
***
Беҙҙең йортта тауыш стена аша ишетелеп тора. Кисә фатирҙан сығырға йыйындым, тик телефонымды таба алмай эт булдым: “Ҡайҙа һалдым икән?” Шунда стена аша күршем: “Ваннаңды ҡара, һиңә смс килде шикелле”, – тине.
***
– Һыйырығыҙ һөттө күп бирәме?
– Юҡ, беҙҙең һыйыр бөтөнләй һөт бирмәй.
– Улайһа, уны ниңә аҫрайһығыҙ?
– Беҙ уны үгеҙ булған өсөн аҫрайбыҙ.
***
Диңгеҙ төбөндә водолаз эшләй. Көтмәгәндә өҫтән тапшыралар:
– Кисекмәҫтән күтәрел!
– Ни булды?
– Беҙҙең карап бата!
***
Ике наркоман такси туҡ­тата.
– Өс кеше алаһыңмы?
– Ә өсөнсөгөҙ ҡайҙа?
– Һин үҙең бармайһыңмы ни?
***
Дачала ҡарасҡы ҡуйҙым. Кис көнө күршем уның менән сәғәт буйы футбол тураһында фекер алышты.
***
Бер ир магазинға ялыу менән килгән:
– Һеҙҙән шөрөп борғос һатып алғайным, ярылды ла ҡуйҙы.
– Оҙаҡ файҙаландығыҙмы?
– Бер генә ҡаҙаҡ ҡаҡҡайным.
***
– Күҙ алдыңа килтер, әхирәткәйем. Ике ир-егет һыуға бата, береһен һин яратаһың, икенсеһе һине ярата. Ҡайһыһын ҡотҡараһың?
– Ғәфү ит, ни өсөн улар һыуҙа бергәләп супырлай?
***
Кеҫә телефоны пионер галстугы кеүек – башта ғорурланып йөрөтәһең, һуңынан эстән генә күрә алмай башлайһың.

А. ВӘСИЛОВ һүрәте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: