+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Декабрь 2021, 12:15

Кескәйҙәр көлә

Малай мәктәптән ҡайтҡас, әсәһенә һөйләй:– Уҡытыусы миңә әҙәбиәттән “икеле” ҡуйҙы.– Ни өсөн?

Кескәйҙәр көлә
Кескәйҙәр көлә

– “Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?” тигән иншала “Рәхмәт, һәйбәт!” тип яҙғайным.
***
– Әсәй, бөгөн мәктәп директоры, ҡустың йәки һеңлең бармы, тип һораны. Мин ғаиләлә берҙән-бер баламын, тинем.
– Ә ул ни тине?
– Аллаға шөкөр!
***
I класс уҡыусыһын етәкләп мәктәпкә алып баралар. Ул ҡарыша:
– Ун бер йыл! Ни өсөн?
***
Әсә иртән I класта уҡыусы улын уята:
– Улым, тор, мәктәпкә һуңлайбыҙ.
Малай икенсе яҡ ҡабырғаһына әйләнеп ята.
– Улым, тор инде, беҙҙе мәктәпкә индермәйәсәктәр!
– Ҡайғырма, әсәй, икенсе мәктәпкә барырбыҙ! – ти малай башын юрған аҫтынан сығарып.

А. ӘЛТӘФОВ һүрәте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: