– Атай, ана-а тегендә башҡа ҡорттар алма эсендә йәшәй... Ә ниңә беҙ тиҙәк эсендә?
***
Диңгеҙ буйында ял итеүсе берәү, өс көн тотош ямғыр яуғандан һуң, ҡайтырға йыйына башлай.
- Ниңә ваҡытынан алда йыйынаһың әле? – тип ҡыҙыҡһына күршеһе.
- Бындағы ямғыр тамам үҙәккә үтте.
- Һеҙҙең яҡта ла шундай ямғыр яуа бит.
- Беҙҙәгеһе осһоҙораҡҡа төшә шул.
***
- Һин кем менән һаулыҡ һораштың ул?
- Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.
***
Врач кабинетында:
- Доктор, ни эшләптер минең гел дә тәнем ҡысыта.
- Ә йыуынһағыҙ нисек?
- Йыуынып та ҡараным инде, ай ҙа үтмәй, тағы ҡысыта...
***
Ике иҫерек кеше тимер юл буйлап үрмәләй.
– Бигерәк тә текә баҫҡыс булды әле был, баҫҡыс аралары ла бик киң... – ти береһе.
– Борсолма, ана, лифт та килә... - ти икенсеһе.
Фото: mogicons.com