-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Ғинуар 2022, 16:00

Мәрәкә

   Ағас ботағында ҡарға ултыра икән. Үтеп барған ҡуян уны күреп ҡалған да һорай, ти:  – Ни эшләп ултыраһың?  – Мәрәкә көтөп ултырам.  – Ниндәй мәрәкә?  – Ниндәйе килеп сығыр,үҙем дә белмәйем.  – Мөмкинме, мин дә һинең менән....  – Әйҙә, күтәрел. Былар икәүләп мәрәкә көтә башлағандар. Төлкө уҙып бара икән. Ҡарға менән ҡуянды күреп ҡалған да һорай, ти:  – Нишләп ултыраһығыҙ унда?

Мәрәкә
Мәрәкә

– Ни эшләп ултыраһығыҙ унда?

 – Мәрәкә көтөп ултырабыҙ. Ниндәй икәнен һорама, белмәйбеҙ.

 – Мөмкинме, мин дә һеҙҙең менән?

 – Әйҙә, күтәрел.

Шулай итеп үтеп барған бүре лә быларҙың янына күтәрелеп, дүртәүләп мәрәкә көтәләр икән.

Бер аҙҙан айыу күренгән. Быларҙы күреп һорамай булдыра алмаған:

 – Нишләп ултыраһығыҙ?

 – Мәрәкә көтәбеҙ.

 – Ниндәй мәрәкә?

 – Әлегә белмәйбеҙ.

Айыу бер аҙ тирә-яғына ҡаранып торған да, устарын ыуалай-ыуалай үтенергә тотонған:

 – Йәмәғәт, зинһар, миңә лә шул мәрәкәне һеҙҙең менән көтөп алырға рөхсәт итегеҙ инде.

 – Әйҙә, күтәрел.

Айыу ағасҡа күтәрелеп, ботаҡтың иң осона ултырыуы була, ботаҡ “шарт” итеп һынып китә лә барыһы ла ергә тәкмәсләй, ә ҡарға еңел генә осоп икенсе ботаҡҡа күсеп ултыра ла һыны ҡатып көлә икән:

 – Бына мәрәкә-ә-ә!!! Ошондай мәрәкәләрҙе яратам да инде мин!

 

Рәшиҙә ВӘЛИЕВА.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: